

Бер-береһенә ғашиҡ полицейскийҙар тарихы күптән түгел, 2021 йылдың башында башлана. Эльдана уҡыу йортон тамамлап, Стәрлебаш районынан Рәсәй эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенә стажировка үтергә килгән. Александр участковый булып эшләй. Александр Сапожников менән Эльдана Иҡсанова араһындағы ялҡын беренсе осрашыуҙа уҡ тоҡана.
Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү ике йөрәкте йәмғиәттең яңы ячейкаһына берләштерергә ярҙам итә. Йәштәр өсөн был икеләтә байрам. Сөнки быйыл ччастка полиция вәкилдәре хеҙмәтенең ойошторолоуына 100 йыл.
- Былтыр кадрҙар бүлеге беҙҙең туйҙы ғаилә көнөндә үткәреү идеяһын тәҡдим итеп, ярҙам күрһәтте. Бөгөн иһә улар беҙҙе ҡотларға килде. Бындай иғтибар өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Александр.
Күптән түгел ғаиләлә сабый донъяға килгән. Сапожниковтарҙың яңы тормош этабы башланған.
Автор фотолары.