Йәмғиәт
17 Июня 2023, 10:00

Ағиҙел яры таҙарып ҡалды

Уҙған шәмбе "Башҡортостан һаҡсылары" ирекмәндәр төркөмө райондың Йәштәр эштәре буйынса комитет ағзалары менән берлектә Ағиҙел яры буйын йыйыштырҙы.

Ағиҙел яры таҙарып ҡалдыАғиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды

Был ирекмәндәр төркөмө икенсе йыл эшләп килә, ошо ваҡыт эсендә күп территорияны сүп-сарҙан таҙартты.

- Беҙгә мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары ла ҡушылды, - тип ихлас уртаҡлашты Гөлнара Вәлиуллина. – Быйыл ҙурыраҡ территорияны йыйыштырҙыҡ. Иң күҙгә ташланғаны – пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар. Улар оҙаҡ йылдар серемәй, тәбиғәтте зарарлай. Шуныһы ҡыҙғаныс, берәүҙәр таҙарта, йыйыштыра, икенселәр бысрата, сүпләй. Ҡасан дөйөм тәртипкә өйрәнербеҙ?

Шулай ҙа тәбиғәтте яҡлаусылар, уны һаҡлау кәрәклеген аңлаусылар һаны көндән-көн арта барыуы ҡыуаныслы.

 

Фото: https://vk.com/hraniteli_bashkortostan

Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Ағиҙел яры таҙарып ҡалды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас