

Күркәм, яҡты Тирмән-Йылға мәсетенең ишектәре һәр саҡ асыҡ, унда көн дә биш намаҙға йөрөйҙәр. Улай ғына ла түгел, төрлө көнкүреш проблемаларын бергә хәл итәләр, фекер алышалар.
Ошондай матур көндәрҙең береһендә беҙгә Тирмән-Йылға мәсетендә булырға тура килде.
- Уның тарихына килгәндә, 1995 йылда ауыл халҡы йыйылыш үткәреп, мәсет төҙөргә ҡарар итте. Тәүге хәҙрәт Ишҡол Ғөбәйҙуллин булды, унан һуң мин етәкселек иттем. Ошо йылдар эсендә бер нисә хәҙрәт эшләп китте. Бөгөнгө көндә был вазифаны яңынан мин йөкләп киләм, - тип уртаҡлашты мәсеттең имам-хатибы Абдулла Сынбулатов. – Мәсетебеҙҙә эштәр әүҙем бара: йома саралары үтә, никахтар уҡыла, яңы тыуған сабыйҙарға исемдәр ҡушыла. Шулай уҡ ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым дәрестәр ойошторола. Бөгөн халыҡ йыйылышҡа килде, сәбәбе – мәсетебеҙ ремонтҡа мохтаж. Йылылыҡ селтәрен тулыһынса яңыртырға кәрәк. Шуға ла ремонт эшләргә ярҙам күрһәтеү буйынса халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Кемдең нисек ҡулынан килә, шулай ярҙам итергә була. Бик шат булыр инек.
Мәсеткә килеп ингәндә балалар өсөн ғәрәп теленән дәрес бара ине. Был уларҙың быйылғы уҡыу йылында һуңғы һабағы, артабан йәйге лагерь көтә.
- Белем биреү өлкәһендә 43 йыл эшләгәндән һуң, Ҡазан мәҙрәсәһендә дүрт йыл уҡыным. Унда һабаҡ алыу һөҙөмтәһендә ололар һәм балалар менән эшләү методикаһын үҙләштерҙем. Ғәрәп телен өйрәтеү, ислам әҙәбе дәрестәрен алып барыу – ул үҙенә күрә кәрәкле методикаларҙы талап итә. Тирмән-Йылға мәсетендә 2018 йылдан уҡыта башланым, ә 2019 йылда бында балалар өсөн лагерь ойошторҙоҡ. Дөйөм алғанда, мин үҙем 6-12 йәшлек балаларҙы уҡытам. Шуныһы ҡыуаныслы, мәсеттәге сараларға хатта 4-5 йәшлек бәләкәстәр ҙә йөрөй. Ололар менән шишәмбе һәм йома көндәрҙә шөғөлләнһәк, балалар менән – ял көнө, - тине танышҡан саҡта мөғәллимә Зөлфиә Ғүмәрова. – Шуны лә билдәләп үтергә кәрәк, Ҡорбан байрамын республика буйынса беренсе тапҡыр үткәреүгә 30 йыл тула. Ошо уңайҙан ҙур сара ойошторорға ниәтләйбеҙ, сценарий төҙөгәнбеҙ. Уның тәүге өлөшө мәсеттә үтәсәк, икенсеһе «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» форматында ойоштороласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта мәсет махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштар аҙыҡ-түлек йыйған, төрлө консервалар эшләгән. Һиҙиәт Бәҙретдинов, Гәрәй Бәҙретдинов, Тимерйән Баймөхәмәтов, Булат Баймөхәмәтовтар һалдаттарға бал әҙерләгән.
Шулай итеп мәсеттә эштәр гөрләй, халыҡ бында бер туҡтауһыҙ ағыла. Ауылдаштарҙың мөрәжәғәтенә күҙ һалмайынса булмай, ил төкөрһә, күл була. Ярҙам итергә теләүселәр булһа, мәсеттең имам-хатибы Абдулла Сынбулатовҡа мөрәжәғәт итә ала.
Автор фотолары.