Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 17:00

Быуындарың шығырлаһа...

Быуындар менән шаярырға ярамай. Кешегә 187 быуын һәм быуынтыҡ хәрәкәтләнергә ярҙам итә, ә бына 100-гә яҡын ауырыу быға кәртә булып тора.

Быуындарың шығырлаһа...
Быуындарың шығырлаһа...
Ер шарында һәр бишенсе кеше ваҡыт-ваҡыт быуындары ауыртыуға зарлана. Бирелгән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары араһында терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәре менән бәйлеләре, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан һуң, өсөнсө урынды алып тора. Шуныһы бар: һөйәктәр оҙон-зифа булған һайын, уларға ауырлыҡ шул тиклем күберәк төшә. Шуға күрә аҡҡоштай зифа муйынлы гүзәл заттарға һәм оҙон аяҡлы кешеләргә айырыуса һаҡланырға ҡуша табиптар.

Артрит ул - быуындар елкенеүе. Уның бер нисә төрө бар. Бер быуындың елһенеүе моноартрит тип, ә бер нисә быуын елһенһә, ул полиартрит тип атала. Кинәт кенә барлыҡҡа килгән ауырыу - көслө, әкрен генә үҫеш алған хроник артрит була. Әле бынан тыш артриттың 100-гә яҡын төрө иҫәпләнә. Шулар араһынан төп икеһен айыралар: быуындарҙың елһенеүе (инфекциялы артрит, ревматоидлы артрит, подагра - тоҙ ултырыу) һәм быуындарҙың зәғифләнеүе (остеоартроз һәм травматик артрит). Шулай уҡ төрлө ауырыуҙар ваҡытында, мәҫәлән, грипп менән сирләгәндә барлыҡҡа килә торған артритты айырым ҡарайҙар.
 
Артрит дауалауға ауыр бирелә торған етди ауырыуҙарҙың береһе булып тора. Дауамлылыҡ ваҡыты - 1-2 ай, әммә ҡайһы бер ауырыуҙарҙа ул оҙаҡ та һаҡланырға мөмкин. Сир инфекция эләгеү йәки бик ныҡ өшөү һөҙөмтәһендә яңынан ҡабатлана ала.
 

Артрит барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәрен әле дә теүәл генә әйтә алмайҙар, шуға күрә, төрлө фараздар бар. Быуындар зәғифләнеүҙең сәбәбе төрлө йәрәхәттәр менән бәйле булырға, нәҫелдән килергә мөмкин. Шулай уҡ уның сәбәбе һимереп китеү ҙә була ала. Быуындарға тоҙ ултырыуҙың (подагра) сәбәбе быуындарға һейҙек кислотаһы кристалдарының ултырыуына бәйле, инфекциялы артриттың сәбәбе иһә бактериялар һәм елһенеү килтереп сығара торған башҡа микроорганизмдар булырға мөмкин. Ләкин был осраҡта ни өсөн бер кешелә артрит барлыҡҡа килеүе, ә икенсе берәүҙә уның булмауының сәбәбен теүәл генә әйтеп тә булмай, ти белгестәр.
 
Билдәле, барлыҡ артриттар ҙа ҡатмарлы уҙмай, уларҙың күбеһе еңел формала үтә, ваҡыт-ваҡыт үҙен һиҙҙереп торһа ла, йәшәйешкә әллә ни ҡамасауламай. Әммә һәр ауырыу дауаланыуҙы талап итә, ә артриттың һуңғы стадияларында инде операцияның кәрәк булыуы ихтимал. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: артриттың төп билдәләре - быуындар ауыртыу һәм хәрәкәтләнгәндә ҡыйынлыҡтар күҙәтелеү. Был билдәләр һеҙҙә бар икән, тиҙерәк табипҡа барығыҙ, сөнки ваҡытында дауалаһаң, артриттың үҫеш алыуын туҡтатып була.
 
Быуындар елһенеүен ҡабат булдырмаҫ өсөн, һаҡлыҡ сараларын үтәү әһәмиәтле. Шулай итеп, артрит ваҡытында ярамай:
 
- йүгерергә-һикерергә, теннис менән шөғөлләнергә, ауыр әйберҙәр күтәрергә, быуындар ауыртҡан килеш төрлө күнегеүҙәр эшләргә;
- ҡамыр ризыҡтары, боросло, әсе, ә быуындарға тоҙ йыйылғанда, ит, балыҡ, борсаҡ кеүек ризыҡтар ашарға кәңәш ителмәй.
 
Файҙалы: мускулдарҙы һуҙа торған күнегеүҙәр эшләү, йәйәү йөрөү, йөҙөү.

Ә артроздың артриттан төп айырмаһы шунда: был ваҡытта һүҙ быуындарҙың елһенеүе тураһында түгел, ә быуын кимерсәгенең зәғифләнеүе тураһында бара. Остеоартроздың төп билдәләре - быуындарҙың бик ныҡ ауыртыуы, уның хәрәкәтләнә алыу мөмкинлеге кәмеү, быуындарҙың шартлап китеүе, шешеп тороуы. Быуындар шулай уҡ әкрен генә формаһын үҙгәртергә лә мөмкин. Остеоартроз ваҡытында күп осраҡта теҙ, оса һөйәге һәм бот быуындары зыян күрә. Артроздың сәбәптәре беренсе сиратта ул - быуындарға саманан тыш ауырлыҡ килеү. Икенсе урында генетик факторҙар тора. Унан һуң һимереп китеү һәм ҡатын-ҡыҙ гормондарының етерлек булмауы, һөйәк һәм быуын ауырыуҙарының килеп сығыуы ла сәбәпсе.

Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн файҙалы:

- кәүҙә ауырлығын нормала тотоу;
- йәйәү йөрөү, мускулдарҙы нығытыу;
- уңайлы аяҡ кейемендә йөрөү.
 
Артроз менән ауырыған кешегә теҙ быуындарын бик ныҡ һаҡларға кәрәк. Шуға күрә теләһә ниндәй физик эште ял менән сиратлаштырыу әһәмиәтле. Шулай уҡ теҙ һаҡлағыс кейеп йөрөү ҙә файҙалы.
 


 
Автор:
Читайте нас: