Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 18:00

Бәхетле билет

Ләйсәнде әсәһе генә тәрбиәләп үҫтергән. Ете йәше тулғанда атайһыҙ ҡалған ҡыҙ. Уның күңел янсығында ҡәҙерле атаһы менән нисек беренсе тапҡыр мәктәпкә барыуы ғына яҡшы уйылып ҡалған. Ә ҡалған ваҡытта атаһының бәләкәсе менән бергә үткәреү өсөн  ваҡыты бик аҙ бүлә алған  шул. Ул, үҙенең атаһы кеүек үк, янғын һүндереүсе булып эшләп, ғәҙәттән тыш хәлдә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙен аямаған. Ә Ләйсән ошо мәктәпкә барған көндө йыш ҡына хәтергә төшөрөүсән, был ваҡытты кире ҡайтарғыһы килә, яҡын кешеһенең үҙенең терәк-таянысына әйләнеүен теләй.

Ләйсәндең әсәһе үҙе лә иренең бик иртә яҡты донъянан китеүенә ныҡ ҡайғырҙы, йыш ҡына илап алыр ине. Тик Зифа икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡманы, ире кеүек хәстәрлекле, яҡшы кешене таба алмаҫына инанғайны. Был хәлгә хатта үкенмәне лә, тик бына икенсе балаларының тыуып өлгөрмәүенә йөрәге өҙгөләнде: үҙенән дә бигерәк ҡыҙы Ләйсәнгә иш-иптәш булып үҫеү өсөн кәрәк, тип йыш уйланды әсә. Зифаның берҙән-бер һеңлеһе Зәлифә иһә туғандарына бик һирәк килде. Унда ла апалы-һеңленең осрашыуы ығы-зығы менән тамамланыр ине: Зәлифә Зифаны ҡыҙын артыҡ иркәләп үҫтереүҙә ғәйепләргә, үҙ кәңәштәрен бирергә маташты.

Мәктәпте уңышлы ғына тамамлаған Ләйсәндең педагогия институтына уҡырға инергә теләүен әсәй кеше башта һис өнәмәне. “Үҙем уҡытыусы булып эшләгән еткән. Төнгә тиклем дәфтәрҙәр тикшереү, мәктәптәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр – быларҙың барыһы ла ҡыҙым өсөн түгел. Баламдың шәхси тормошо өсөн ваҡыты ла ҡалмаясаҡ бит”,  – тип борсола ине Зифа. Аҙаҡ ҡыҙының инглиз теле белгесе булырға теләүе хаҡында белгәс,  бер аҙ тынысланды ҡатын. “Сит тел белгестәре ҡайҙа булһа ла кәрәк, эшһеҙ ҡалмаҫ, – тип уйланы. – Һис юғында күрше ҡыҙы кеүек туристик фирмала булһа ла эш табыр әле”.

Түләүле түгел, бюджет төркөмгә уҡырға инде ҡыҙ. Лекциялар, семинарҙар, тыуған көндәр, кафе... Бишенсе курсҡа барып еткәндә ҡыҙҙың төркөмдәштәренең күбеһенең бармағында никах балдағы  күренһә, Ләйсән яңғыҙ ине, ише табылмағайны. Артабан ҡулына диплом алып, тәржемәсе булып эшкә төшкәс, хеҙмәт мәшәҡәттәренә башкөллө сумды. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Ләйсән, бәлки, әсәһенең шәхси тормошо көйләнер тип, айырым йәшәр өсөн бер фатирҙы ҡуртымға алды. Тик бына эше командировкалар менән бәйле булғас, был торлағында ул бик һирәк ҡунды. Үҙенә ошондай тормош, сәйәхәттәр оҡшай ине. Шулай итеп, йылдар үтте, командировкалар ҙа тамам ялҡытты. Ярай әле ошо ваҡыт эсендә ҡала уртаһындағы иҫке булһа ла йорттан бер бүлмәле фатир һатып алып өлгөргәйне. Шуға был хәҙер инде ялҡытып өлгөргән эшенән китергә тигән ҡарарҙы тиҙ ҡабул итте Ләйсән.

...Ике-өс ай үткәс, интернетта соҡсоноп ултыра торғас, бер нәшриәттә эш барлығы хаҡындағы иғланды күреп ҡала Ләйсән. “Барырғамы, юҡмы? Кем менән кәңәшләшергә? Әсәйгә әйтһәң, оҡшатмаясаҡ...” Ошолай уйҙарҙан һуң үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә булды Ләйсән. “Нәшриәткә эшкә төшәм. Унда хеҙмәткәрҙәр кәрәк, тип яҙғандар”,–  тип ойошмаға юлланды ул.

Бер нисә ай эсендә ҡыҙ яңы эшенә өйрәнде, хеҙмәттәштәре лә уны бик ихлас ҡабул итте, уларҙың берәүһе хатта яҡын әхирәтенә әйләнде. Шулай эше көйлө генә барҙы Ләйсәндең. Бер көндө хеҙмәттәше – Зәйнәп исемле ҡатын –  Ләйсәндән ҡыҙын балалар баҡсаһынан барып алыуҙа ярҙам һораны. Юҡ, тимәне Ләйсән. Тик бына эшенә әүрәп, онотолоп китеп, һуң ғына сығып йүгерҙе. Автобусҡа ингәс кенә аҡса көшөлөгөн эш өҫтәле тартмаһында онотоуын аңланы. “Нимә эшләргә? Автобустан сығыр инең, тегендә бала көтә. Юл хаҡын түләмәй ҙә булмай. Бергә китеп барған анау ҡыҙҙарҙан һәм егеттәрҙән билетлыҡ аҡса һорайым әле. Моғайын, юҡ, тимәҫтәр”, –  тип уйлап алды ла, һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Был ҡылығынан үҙе хатта оялып ҡуйҙы. “Ярай, түләрмен, – тине бер шуҡ егет. – Исемеңде генә әйтһәң?” “Исемем – Ләйсән. Бурысымды түләрмен, онотмам”, –  тине лә ҡыҙ үҙ туҡталҡаһында төшөп ҡалды...

Был ваҡиға күптән онотолғайны инде. Бер көндө эшендәге әхирәте Ләйсәнде туйына саҡырҙы. Бик ихлас ризалашты ҡыҙ. Тәғәйен бүләген тотоп, тәғәйен кафеға килде. Мәжлес бик шәп кенә бара ине. Бер мәл кейәү кеше: “Булат, ҡара әле? Теге ваҡыт һин билет алып биргән ҡыҙ бит был”,  –  тип йылмайҙы. Тегенеһе: “Бурысыңды түләйһеңме, Ләйсән?” – тип шаяртып көлөп ебәрҙе. Ҡыҙ ҡып-ҡыҙыл булып оялды. Тик шау-шыулы туй, ҡунаҡтар барыһы ла был хәлде тиҙ генә онотторҙо...

Бер йыл үткәс, Ләйсән үҙе әхирәте менән уның ирен туйына саҡырҙы. Ә кейәүе теге ҡасандыр билет һатып алып биргән Булат ине. “Хәтәр бит! Ләйсән, егет бит һиңә бәхет билетын һатып алып биргән бит”, – тип көлөштө йәштәр. Шулай, осраҡлы ғына, уйламағанда булған хәлдең оло бәхеткә асҡысҡа әйләнеүе ихтимал...

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: