Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 19:00

Ейәндәремде яратмайым...

Минең ике ейәнем бар. Уларға өс һәм биш йәш. Балаларҙың иң матур, һөймәлекле мәле лә бит, тик мин уларҙы яратмайым. Барыһы ла киленем арҡаһында. Уны яратмағас, балаларын да яҡын күрә алмайым.

Ейәндәремде яратмайым...
Ейәндәремде яратмайым...

Берҙән-бер улым уны танышырға килтергән саҡта уҡ әллә ни оҡшатмағайным. Рәмилдең иһә иҫе киткән ине, ауыҙына ғына ҡарап, янында бейеп кенә тора. Нимә ҡуша, шуны үтәй. Ныҡ ғашиҡ ине, ҡаршы торманым, өйләнделәр.

Ғәлиә менән мөнәсәбәттәр артыҡ бешмәне. Талашып, һүҙгә килешеп йөрөмәнек, әлбиттә. Һалҡын ғына аралаша инек. Уның артыҡ әрһеҙ, ныҡ әүҙем булыуы күңелемә ятманы. Ә улым шуның йырын йырлай. Бер-бер артлы ике малай ҙа табып биргәс, бигерәк күтәреп тигәндәй йөрөтә башланы. Ҙур итеп өй һалды, машина алып бирҙе, ҡиммәтле бүләктәр менән шаштыра.

Ә бер ваҡиға мине Ғәлиәне күрә алмаҫ хәлгә еткерҙе. Ул ирем менән машинала эш буйынса ҡалаға киткәйне. Киленемдең ғәйебе менән аварияға эләккәндәр. Үҙенә бер ни ҙә булманы, ә янында ултырған ирем саҡ иҫән ҡалды, бер ҡулын ҡырҡтылар. Шул ҡатын арҡаһында ирем инвалид ҡалғас, бөтөнләй яратмай башланым үҙен. Эйе, улым менән ирем уны ғәфү итте, артабан бер ни булмағандай йәшәйҙәр, ә мин кисерә алмайым.

Ейәндәремдең икеһе лә әсәһенә оҡшаған. Беҙҙең яҡҡа тартмағандар ҙа кеүек. Әллә беҙҙекеләр түгелме икән? Ошо уй һуңғы ваҡытта тынғы бирмәй. Бәлки, ысынлап, балаларҙы йөрөп тапҡандыр ҙа, минең ҡан тартмайҙыр уларға? Рәмилгә әллә нисә тапҡыр әйттем, ДНК эшләтәйек, тип. Яҡын да килмәй, ҡатынына ышана.

Мине әллә ниндәй аждаһа тип уйламағыҙ. Ул балаларҙы һөйгөм килә, аңым менән бер ғәйептәре лә юҡлығын аңлайым. Тик үҙем менән бер ни ҙә эшләй алмайым. Психологка барһам, файҙаһы булмаҫмы икән? Бәлки, берәй фәһем бирерҙәй китаптар уҡып ҡарарға кәрәктер. Әхирәттәрем ейән-ейәнсәрҙәре тип үлеп барғанда, минең битараф ултырғым килмәй бит...

 

(Ейәнсура районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: