Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2023, 11:00

Үлемесле авария

Бөгөн, 4 июнь, Ишембай-Кинйәбулат юлының 15-се километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. 

Үлемесле авария
Үлемесле авария

ВАЗ-2107 машинаһы менән идара итеүсе 23 йәшлек водитель йәмәғәт транспорты туҡталышына бәрелә. Алған ҡаты йәрәхәттәрҙән ир һәләк була. 

ЮХХДИ вәкилдәре асыҡлауынса, ирҙең водитель таныҡлығы тартып алынған булған.

Әле урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ

Үлемесле авария
Үлемесле авария
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: