Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 16:00

Халыҡ өсөн кәрәкле сара

Ошо көндәрҙә «Сәләмәтлек поезы» Петровский ауылына килде

Халыҡ өсөн кәрәкле сара
Халыҡ өсөн кәрәкле сара

«Сәләмәтлек поездары» - заманса медицина техникаһы һәм райондар буйлап йөрөүсе ҙур автомобилдәрҙәге табиптар. Ауыл халҡына ул - заманса ҡорамалдарҙа тикшерелеү, төрлө профилле табиптарҙан консультация һәм квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлеге. Акция йәйге миҙгелдә бишенсе йыл рәттән үткәрелә.

- Беҙгә бөгөн «Сәләмәтлек поезы» килде. “Тәгәрмәсле дауаханалар» ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтеү мөмкинлеге бирә. Акцияның маҡсаты - ауыл халҡына бушлай медицина тикшереүен үткәреү. Оториноларинголог, ревматолог, невролог , эндокринолог кеүек тар белгестәрҙән торған бригадалар районыбыҙ халҡына консультация ярҙамы күрһәтә. Теләгәндәр флюорография, ЭКГ ла үтә алды. Петровский ауылы дауаханаһы 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә.
Барыһын да ҡабул итергә тырыштыҡ, - ти Петровсий дауаханаһы мөдире Тимерғәли Ғәйнетдинов.

Төрлө ауылдарҙан килгән пациенттар көнө буйына тикшереү үтте. 

- “Ауыл халҡы өсөн “Сәләмәтлек поезы” акцияһы бик мөһим, сөнки район үҙәгендәге дауаханаға барып, тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн күпме ваҡыт һәм аҡса сарыф итергә кәрәк. Ә бында бер сәғәт эсендә тикшерелеп, анализдар тапшырҙым. Киләсәктә лә бындай поездар эшләһен ине. Был – халыҡ өсөн кәрәкле сара, – тип уй-фекерен еткерҙе Фәрзәнә Сафина.

Ғөмүмән, сәләмәтлеккә ҡарата бындай ҡайғыртыусанлыҡтан халыҡ ҡәнәғәт ҡалды һәм “поезд”арҙың артабан да эшләүен теләне.


Ольга ВӘЛИТОВА фотолары.

Халыҡ өсөн кәрәкле сара
Халыҡ өсөн кәрәкле сара
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: