Акцияла ҡатнашырға теләүселәр “Ғаилә” үҙәктәренә балалар өсөн яңы һәм аҙ ҡулланылған әйберҙәр тапшыра ала: мебель, коляска, ашау өсөн махсус ултырғыс һәм башҡалар. Алдан ғариза буйынса “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҙур әйберҙәрҙе күсереп килтереүҙә ярҙам итә ала.
2022 йылда акция сиктәрендә 3800-ҙән ашыу әйбер ҡабул ителгән: тәү сиратта кәрәкле 600 әйбер, 700 самаһы уйынсыҡ, ултырғыс, коляскалар һәм башҡа кәрәкяраҡтар. Акция 16 июнгә тиклем дауам итә. Тулы мәғлүмәтте 8-800-347-5000 телефон номеры буйынса алырға мөмкин.