

Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, табип та, хирург та булырға тура килә.
Аҙнай фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Этҡол ауылы амбулаторияһы фельдшеры Вәсилә Миңлеғолова нәҡ ошо сифаттарға эйә булған үҙ һөнәренең оҫтаһы. Уға мөрәжәғәт иткән һәр кешенән фельдшер тураһында тик маҡтау һүҙҙәре ишетергә тура килә.
Вәсилә Ишғәле ҡыҙы бәләкәйҙән үк тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Шуға ла был изге һөнәрҙе һайлағанға бер ҙә үкенмәй. Белгес дүрт йыл элек Ишембай үҙәк район дауаханаһы йүнәлтмәһе буйынса Аҙнай фельдшер пунктына эшкә урынлаша.
Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән һәр кем менән Вәсилә Миңлеғолова уртаҡ телде тиҙ таба. Ауыл кешеһе диабет менән ауырыһа ла, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына сүп керһә лә, дарыу кәрәк булһа ла, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бында йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, кәңәштәрен бирә.
- Ике урында эшләргә тура килә. Төшкә тиклем Этҡол ауыл амбулаторияһына барам. Бында минән тыш физкабинет, педиатрия, процедуралар эшләү буйынса шәфҡәт туташтары һәм санитарка эшләй. Был медицина пунктына Уразбай, Этҡол, Әсе Ялан, Авангард, Подлесной ауылдары халҡы ҡарай. Амбулаторияла хәҙер ЭКГ үтеп, төрлө медицина анализдары тапшырып була. Төштән һуң Аҙнай фельдшер пунктына ҡараған ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндерәм. Әйтергә кәрәк, пациенттар 122 телефон һандары буйынса фельдшер-акушер пункттарына алдан электрон яҙылыу юлын да ҡуллана башланы. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла яҙылып була, - ти Вәсилә Миңлеғолова.
Мөләйем ханым изгелеге, хәстәрлеге һәм яуаплылығы менән ауылдаштарҙың хөрмәтен яуларға һәм ышанысын аҡларға өлгөргән. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй һайын йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – быларҙың барыһы ла һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек талап итә. Вәсилә Ишғәле ҡыҙының төп бурысы – халыҡ һаулығы өсөн көрәшеү. Бында, һис шикһеҙ, профилактика ҙур роль уйнай. Фельдшер урындағы халыҡ менән нисек дөрөҫ туҡланыу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм физик күнекмәләр өсөн ваҡыт бүлеү тураһында әңгәмәләр уҙғара.
- Мөмкинлектән файҙаланып, Этҡол амбулаторияһында эшләүсе үҙ хеҙмәттәрен еренә еткереп башҡарған ихтирамлы, тәжрибәле, мәрхәмәтле шәфҡәт туташтары Раушания Баисламованы, Гөлимә Хәйруллинаны, Гөлсиҙә Нәбиуллинаны һөнәри байрам менән ҡотлайым, - ти Вәсилә Ишғәле ҡыҙы.
Автор фотоһы һәм Вәсилә Миңлеғолованың архивынан.