Йәмғиәт
22 Апреля 2023, 06:00

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Яҙҙың иң мөһим кампанияһы – сәсеү башланды. Быйыл яҙ иртә килде: ҡояшлы көндәрҙә баҫыуяландарҙа ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп бөттө.

Яҙғы бер көн йылды туйҙыраЯҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Ошоғаса ҡыр өҫтөндә турғайҙар йыры ғына яңғыраһа, хәҙер был тауышҡа техника гөрөлдәүе лә ҡушылды. Ишембай районы хужалыҡтары баҫыу эштәренә юғары кимәлдә әҙерләнгән.

Яҙғы сәсеүгә иң тәүгеләрҙән булып “Г.Г.Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығы төштө. Ошо арала 450 гектарҙа һоло, 100 гектарҙа борсаҡ, 300 гектарҙа арпа сәселгән. Баҫыуҙа “Хорш” сәсеү комплексы менән К-700 тракторы, “Амазоний” сәсеү комплексы менән К-700 тракторы, СЗ 5.4 сәскестәре менән МТЗ-82 тракторы эшләй. Райондың барлыҡ хужалыҡтары ла яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Һауа шарттарының нисек тороуына ҡарап, улар апрелдең өсөнсө ун көнлөгөндә сәсеү эштәрен тамамларға ниәтләй. 


Автор фотолары.

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас