

Мосолмандарҙа ифтарға сиратлап байрам табыны әҙерләү һәм ураҙа тотоусыларҙы һыйлау ғәҙәте күптәндән йәшәп килә. Был үҙе бер йәмле, йылы осрашыу, һауаплы ғәмәл.
Изге Рамаҙан айында Һайран ауылының "Йәмилә" мәсетендә ифтар мәжлесе икҽнсҽһҽнә үткәрҽлә.
Илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡылды, хәйерҙәр һалынды. Ошо мәжлесте ойоштороусыларға, һый-хөрмәт әҙерләгән хужабикәләр Заманова Сәлимә, Рҽмҽҽва Райхана, Яҡупова Сәүиә, ИшматоваТаңһылыуға ҙур рәхмәт.
Һайран ауылы мәҙәниәт йортонда ла ураҙа тотҡандар өсөн "Шифалы сәй" тип аталған байрам сараһын уҙғарҙыҡ.
Рамазан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын. Аллаһы тәғәлә барығыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен!