

Юл буйҙарындағы сүп-сарҙы тоҡтарға тултырып, контейнерҙарға оҙаттыҡ. Берғамыт йылғаһы ярындағы ағас ботаҡтарын йыйып, үләндәрен тырмап, зыярат эргәһендәге ҡоро үлән һабаҡтарын тырмап, йыйыштырып, күҙгә күренерлек тәртип урынлаштырҙыҡ.
Таҙалыҡ үҙебеҙҙән тора, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ошо өмәләргә йөрөүселәрҙең эштәрен баһалап, юлда китеп барғанда машинанан сүптәрегеҙҙе ташламағыҙ! Быйыл тәртип күҙгә күренерлек, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ булһын!