Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 12:00

Ҡайҙа әҙәп – шунда матурлыҡ

Ишембай мөхтәсибәте ҡарамағындағы «Хәлилә» мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары Мәскәүҙә Бөтә донъя хижаб көнөнә бағышланған конкурста ҡатнашып өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Ҡайҙа әҙәп – шунда матурлыҡ
Ҡайҙа әҙәп – шунда матурлыҡ

Был мәртәбәле сараға тиклем ойошманың етәксеһе Лилиә Мөхәмәҙиева мөслимәләр араһында 1 каналда барған «Модный приговор» тапшырыуына оҡшатып конкурс ойоштора. «Хәлилә» төркөмөнөң стилисы Дилә Исмәғилева ҡатын-ҡыҙҙарға кейем һайларға һәм уны өҫтәмә деталдәр менән биҙәргә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә, «Хижаб» көнөнә арналған сара үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡ үтә, кейемдәр зауыҡлылығы менән тамашасыларҙың күңелен яулай. Баһалама ағзаларының да үҙ ижади оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеге була. Уларҙың береһе – хиджабтағы Надежда Бабкина, икенсеһе Эвелина Хромченко булып кейенә.

- Бөтә донъя хижаб көнө 1 февралдә билдәләнә, беҙ конкурсты ай баштарында ойошторҙоҡ, - тип һүҙ башланы «Хәлилә» ойошмаһында шөғөлләнеүсе Ләйсән
Мырҙабаева. – Ошо саҡта Мәскәү Йәмиғ мәсетендә Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назаратының, Рәсәй мөфтөйҙәре советының, Ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәттәшлеге
ассоциацияһының ошондай уҡ конкурс ойошторғанын белеп ҡалдыҡ һәм унда ҡатнашырға ниәтләнек. Тиҙ арала конкурстан видеоматериалдар, фотолар ебәрҙек.

Халыҡ-ара «Хиджаб» конкурсында Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, СанктПетербургтан, Ҡазандан, Һарытауҙан, Мурманскиҙан, Махачкаланан һәм башҡа ҡалаларҙан 24 мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҡатнаша.

- Үҙебеҙ ҙә, шунса ҡалаларҙан күп халыҡ ҡатнашҡан мәртәбәле конкурста өсөнсө урын яуларбыҙ, тип бер ҙә уйламағайныҡ. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ булды. Шулай итеп, ойошмабыҙ етәксеһе Лилиә Мөхәмәҙиева, мин һәм Гөлназ Фәйзуллина илдең баш ҡалаһына йүнәлдек, - тигән ҡыуанысын еткерә Ләйсән. – Баһалама ағзаларына беҙҙең хижабтарҙың креативлығы оҡшаны. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр 17 февралдә Мәскәү Йәмиғ мәсетендә тапшырылды, беҙҙе унда, Башҡортостан вәкилдәре булараҡ, юғары баһаланылар. Төрлө милләт мосолман ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашып, фекер алышып, сәфәрҙән ҡәнәғәт йөрөп ҡайттыҡ.

Рамаҙан айы алдынан бына шундай изге, матур хәбәр менән уртаҡлашып китте редакциябыҙ ҡунағы Ләйсән Мырҙабаева. Яҡташыбыҙҙың гәзит уҡыусыларға әйтә торған теләктәре лә бар.

- Әлеге мәлдә Илдар Ғәләүетдиновтың «Яҡшы әхлаҡ» китабын уҡыйым. Һеҙгә шундағы мәғәнәле һүҙҙәрҙе еткергем килә. Намаҙ, ураҙа тотоу, зәкәт, хаж һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың башҡа формалары камиллыҡҡа баҫҡыс, таҙарыу алымдары булып тора. Улар ғүмерҙе һаҡлай һәм уны икенсе, күпкә юғарыраҡ кимәлгә күтәрә, - тип тамамлай һүҙен Ләйсән.


Фото Ләйсән МЫРҘАБАЕВАНЫҢ шәхси архивынан.

Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас