Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 13:00

Уртаҡ эш – һөҙөмтәле

Ошо көндәрҙә муниципаль район башлығы Альберт Ишемғолов етәкселегендә бер төркөм белгестәр Маҡар ауыл Советы халҡы менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнашты.

Уртаҡ эш – һөҙөмтәле
Уртаҡ эш – һөҙөмтәле

Көн тәртибенә ярашлы, сарала Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең уҙған йылда башҡарылған эштәре, 2023 йылға ҡуйылған планы, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү, һыу ташҡынына әҙерлек, берәҙәк эттәрҙе тотоуҙы ойоштороу, ауыл хужалағы малдарының инфекциялы сирҙәрен иҫкәртеү кеүек һорауҙар ҡуҙғатылды.

- Ауыл халҡының мөрәжәғәте буйынса 2022 йылда ярайһы ғына ҙур эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе – зыяраттың кәртәһен яңыртыу. Был эш Ишембай районының почетлы гражданы Мәрйәм Солтанованың башланғысы менән ойошторолдо, бағыусыһы – уның улы Радик Ирек улы. Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше программаһы сиктәрендә Маҡар мәктәбе янында спорт майҙансығы төҙөлдө. «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы буйынса юл ҡатламына асфальт түшәлде, шулай уҡ мәҙәниәт йортоноң ҡоймаһы өлөшләтә алыштырылды, - тине үҙ сығышында Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова.

– Биләмәгә ҡараған Зигановка һәм Иҫәкәй ауылында санкцияланмаған сүплектәр бөтөрөлдө, Подгорный ауылында зыярат кәртәһе яңыртылды. Бынан тыш, Маҡар ауыл Советы халҡы йыл һайын «Таҙа яр», «Эшләрбеҙ!», «Йәшел Башҡортостан» акцияларында, тирә-яҡта сүп үләнен сабыуҙа, йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыуҙа
әүҙем ҡатнаша.

Биләмәлә хәрби иҫәп даими алып барыла: беренсел иҫәптә 289 кеше тора, уларҙан – дүрт офицер, 37 сержант, 228 һалдат. Быйыл армияға 20 кеше алынырға тейеш. Шулай уҡ өлөшләтә мобилизация сиктәрендә ахсус хәрби операцияға биш кеше саҡырылған, бер кеше үҙ теләге менән киткән. Шул уҡ ваҡытта Эльвира Риф ҡыҙы 2023 йылда башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырып үтте. Планға ярашлы, Иҫәкәй ауылында «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы буйынса зыярат кәртәһен яңыртыу көтөлә. Биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған һәйкәлдәргә косметик ремонт яһаласаҡ, Иҫәкәйҙә, Зигановкала, Һарғайҙа юл тамғалары ҡуйыласаҡ, яҡтыртҡыстар алыштырыласаҡ, һалым әйләнеше буйынса саралар уҙасаҡ.

Районда күп ауылдарҙа һыу проблемаһы киҫкен тора, был юлы ла халыҡ йыйылышында ошо һорау ҡуҙғатылмайынса ҡалманы. Маҡар ауылында Төньяҡ һәм Мәктәп урамдарында йәшәүселәр коллектив мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Һыу селтәрендә баҫымдың түбән булыуы ауылдың тигеҙһеҙ урында урынлашыуы менән аңлатыла. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов был мәсьәләне «Петровск һыу каналы» белгестәренә асыҡларға йөкмәтте. Үҙәк урамда машиналар тиҙлеген сикләү маҡсатында «юлда ятыусы полицейский»ҙы эшләргә тигән кәңәш тә яңғыраны, сөнки ер ҡарҙан әрселеү менән бер-бер артлы тәбиғәткә ял итеүселәр килә башлай. Ауыл ағинәйҙәре Маҡар ауыл Советы хакимиәтенә, махсус хәрби операциялағы яҡташтарға маскировка селтәрен әҙерләүҙе ойошторайыҡ, тигән теләк менән сыҡты. Шулай уҡ мөһим һорауҙарҙың береһе – уңайлы медицина хеҙмәте. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Янышев белдереүенсә, Маҡар ауылына мобиль ФАПтың эшкә сығыуы ойоштороласаҡ. Ул халыҡты ҡаралған эш көнөндә ҡабул итәсәк.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, халыҡ йыйылыштарында үҙ ауылының киләсәгенә битараф булмаған әүҙем, тырыш кешеләрҙең бер төптән эш итеүе ҡыуаныслы. Ыңғай һөҙөмтәләргә берҙәмлек менән генә ирешеп булыуы бер кемгә лә сер түгел.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в