Был етемәкте яңыраҡ ҡына балалар йортонан килтергәндәр. Ҡыҙыҡайҙың һыҙланып ҡысҡырыуҙарын, аҙаҡ хәле бөтөп ыңғырашыуын ишетмәҫ хәлгә еткәс, ошо бер кемгә лә кәрәк булмаған ауырыуҙар аҙаҡҡы көндәрен үткәрә торған арзанлы дауаханаға килтереп һалырға ҡарар иткәндәр. Уға ни бары аҙна тирәһе генә йәшәргә ҡалғайны. Ә эргәһендә ятыусы ҡатындың үпкәһендә яман шеш тапҡандар, ауырыу көсәйеп, хатта һөйәктәренә тарала башлаған. Был ҡатындың да бер яҡыны ла юҡ ине. Ике бәхетһеҙ йән ошо дауахана бүлмәһендә осрашты.
Был ҡатын йәш сағында йөклө булып, егетенең үтенесе менән балаһын алдыртҡан булған. Буласаҡ кейәү кеше карьера яһайыҡ, бала үҫтерергә беҙгә иртәрәк тип, ҡыҙҙы аборт эшләтергә күндерә. Тик йәш ҡатындың был ҡарары ғүмерлеккә түлһеҙ булып ҡалыуға килтерә. Егете тиҙ генә юҡҡа сыға. Әсәһе мәрхүм булғас, бер үҙе генә ҡала. Ғаиләле, йөклө ҡатындарҙы күреп, яйлап ҡына бөтә донъяны күрә алмаҫ хәлгә етә. Бәләкәй балаларҙы күреп, нәфрәт утында яна башлай. Йыш тәмәке тарта. Һәм бына ул үлем көтөп ята. Бер кемгә лә кәрәкмәгән меҫкен ғүмере оҙаҡламай өҙөләсәк. Тик ниңә уны ошо бер туҡтауһыҙ ыңғырашҡан, ҡысҡырған, әсәһен саҡырып йөҙәткән бала менән бергә һалдылар икән? Ҡатын быны аңлай алманы. Был бәләкәй ҡыҙыҡай шул тиклем уның йәненә тейә ине, йөрәгендә уға ҡарата тик асыу ғына бар ине. Ул оҙаҡ йылдар буйы йыйылған тормошҡа булған рәнйеше аша, үҙ ҡайғыһынан башҡа бер нимәне лә күрмәй ҙә, тоймай ҙа ине инде.
— Уф, башҡа был тауышҡа түҙеп тороп булмай, үлһә үлеп кенә ҡуймай. Үҙем һыҙланғаным етмәгән, был бала көн-төн ҡаҡшата. Исмаһам икенсе палатаға ла күсермәйҙәр бит әле. Аллам, бирәһеңме миңә тыныс ҡына үлергә, юҡмы? - тип сығырынан сыҡты ауырыу ҡатын. Шул ваҡыт тағы ла өйәнәге тотоп, ауыртыуҙан иҫен юғалтты.
Өсөнсө төндә иҫенә килгәс, ҡатын ҡыҙыҡайҙың аппаратын һүндерергә ҡарар итте. Яйлап ҡына карауат эргәһенә килде. Ҡыҙыҡай ишетелер-ишетмәҫ кенә ыңғыраша ине. Балалағы ғүмер әҫәрен тотоп тороусы аппаратты һүндерер өсөн эйелеп, муйындағы артерия янынараҡ ҡуйылған клапанды ысҡындырырға ғына кәрәк. Ҡатын яйлап ҡына эйелеп клапанды тотто, ошо ваҡыт ҡыҙыҡай шымып ҡалды. Ҙур итеп күҙҙәрен асып ебәрҙе лә:
-Әсәй, әсәкәйем, ярай әле һин килдең! - тип ҡалтыранған ҡулдары менән ҡатынды муйынынан ҡосаҡлап алды ла, тағы йоҡоға талды. Тик был ваҡытта ул ыңғырашмай ине.
Ә ҡатын һаман да бер ҡулы менән теге клапанды тотоп, урынында ҡатып ҡалды. Уға былай тороуы бик тә уңайһыҙ ине. Оҙаҡ ҡына торҙо ул, хатта ҡулдары, аяҡтары ойоп, бер нимә лә тоймай башланы. Ҡатын был ваҡытта шым ғына илай ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, әкрен генә төрлө трубкалар, катетерҙар араһынан ҡыҙыҡайҙың эргәһенә ята алды. Күп тә үтмәй ул да йоҡоға талды.
Йоҡо аралаш үҙенә төбәлгән ҡарашты тойоп уянғас, таралмаған сәсе төрлө яҡҡа тырпайып торған ҡыҙыҡайҙы күрҙе.
— Әсәй, һин ҡайҙа шулай оҙаҡ йөрөнөң ул? Мин бит һине көтөп-көтөп һағынып бөттөм!
-Ҡыҙым, әсәйеңә бик күп эшләргә тура килә бит. Мин кисә генә командировканан ҡайттым. Бәлки һин мине шелтәләүҙән туҡтап ҡосаҡларһың?!
Шул ваҡыт ҡыҙыҡай матур итеп йылмайып, әсәһенең муйынына ташланды.
— Мин һинең килереңде белдем. Эйе, белдем! Тик мин генә һине көттөм. Беләһеңме, бөтәһе лә миңә, һинең әсәйең юҡ тинеләр, тик мин уларға ышанманым. Тағы ла улар миңә оҙаҡламай үләһең тинеләр. Быныһы ла ялған! - тип ҡатынды ҡосаҡлаған ҡыҙыҡай һөйләне лә һөйләне.
Был һүҙҙәрҙе иғтибар менән тыңлаған ҡатын ҡалған ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә ҡыҙыҡайға әсәй булып ҡалырға ҡарар итте. Ә үҙе был ваҡытта бер туҡтауһыҙ уның сәстәренән һыйпай ине. Балалар йортонда тәрбиәләнгән баланы берәү ҙә яман шештән бығаса дауаламаған, шуға ла химиотерапия үтмәгәс, сәстәре лә үҙ урынында ине.
— Әйҙә, әсәй, ятайыҡ! Тик мин күҙҙәремде йоммайым, йәме!? Һиңә ҡарап ҡына ятам! Ҡалай һин матурһың әле, әсәкәйем!
Ҡыҙыҡай ҡырынайып, әсәһенә ҡарап тик ятты. Башы ныҡ итеп ауырта башлаған саҡта, ҡысҡырманы, ыңғырашманы, тик ныҡ итеп тештәрен генә ҡыҫты. Шулай ята торғас, бала йоҡлап китте. Төндә ҡыҙыҡайҙың хәле насарайҙы, табибтар ҡарағас, балаға йәшәргә әҙ генә ваҡыт ҡалыуын әйтеп сығып киттеләр.
Ҡыҙыҡай иҫенә килмәне, һаташып тик ятты. Ҡатын баланың бәләкәй генә ҡулын үҙ ҡулдарына алып, уның эргәһенән бер минутҡа ла китмәне. Ул хатта үҙенең һыҙланыуҙарын да онотто. Был ваҡытта ул үҙенең ҡалған ғүмеренең бөтөнләйе менән ошо ҡыҙыҡайға бағышланыуын аңланы. Көтөп алған балаһының һәр бер һыҙатын иҫендә ҡалдырырға тырышты ҡатын. “Хоҙайым, ҡалай матур ғына әле минең ҡыҙым, ҡыҙыҡ ҡына, шул уҡ ваҡытта ул көслө лә. Кәүҙәгә бәләкәсерәк, тик ундамы эш?”- тип уйланды.
Ҡатын доға ҡылырға уйланы, тик береһен дә иҫләй алманы. Элек йәшәү мәғәнәһе булмаған саҡта доғаларҙың да кәрәге булманы. Ә хәҙер… Ошо ваҡыт ҡатын Аллаға бығаса мөрәжәғәт иткән кеүек түгел, икенсе төрлө өндәште. Был ваҡыт ул уға тыныс ҡына, һөйөү тулы тауыш менән: "Аллам, мин бик күп тапҡырҙар һиңә насар, рәнйеш тулы һүҙҙәр менән өндәштем. Әгәр мөмкин булһа, ғәфү ит мине. Ғәфү ит инде, мин үҙемде лә, тормошомдо ла күрә алмай инем. Тағы ла мин ярата белмәй инем, хатта яратырға өйрәнергә лә теләмәй инем, бының өсөн дә ғәфү ит мине. Хәҙер мин үҙем өсөн бер нимә лә һорамайым, минең йөрәгемдә үҙемә ҡарата йәлләү юҡ, сөнки мин оҙаҡ йылдар буйы үҙ ғүмеремде үҙем ағыуланым. Тик бер нимә генә әйткем килә: бөтәһе лә һин теләгәнсә, һинең ҡарарыңса булыуын аңлайым. Мөмкин булһа, ҡыҙымды ғына һыҙланыуҙарынан азат ит, уның ауырыуын бүлешергә ярҙам ит, сөнки әсә өсөн балаңдың ғазапланыуҙарын күреүҙән дә ауырыраҡ нимә юҡ икән. Рәхмәт, Аллам, мине тыңлағаныңа, беләм, һин ишеттең мине".
Иртәгәһенә иртәнсәк ҡыҙыҡай шымып ҡалды. Ыңғырашманы ла, ҡыбырламаны ла. Ҡатын баланы был донъянан киткән тип уйланы. Был ваҡытта ла Аллаға ҡарата рәнйеш булманы, уның тик бер теләге генә бар ине: ҡайҙа ғына булһа ла, теге донъяламы, быныһындамы, балаҡайы һыҙланмаһын ине. Сабыйының матур, тыныс йөҙөнә ҡарап, әсә йылмайып ҡуйҙы. Шул ваҡыт мөғжизә булдымы ни, бала күҙҙәрен асты ла:
- Әсәй, миңә һүрәт төшөрөр өсөн альбом һәм төҫлө ҡәләмдәр бирә алаһыңмы? Бик кәрәк ине, - тип һораны. Был ваҡытта ҡыҙыҡайҙың йөҙө шундай етди ине, ҡаштары төйөлгән, күҙҙәрендә ниндәйҙер тәрән уй йәшеренгәйне.
“Минең балам тере, тере минең бәләкәсем”, - тип уйланы ҡатын. Күңелендәге ҡыуанысы шул тиклем ҙур, көслө ине, хатта ошо ҡыуаныстан йөрәге ярылырҙай кеүек ине. Ул бит нисә көн буйы ошо ҡыҙыҡайҙы уйлап йоҡламаны, балаһын ғына ҡайғыртты. Ә үҙенең яман шеш менән ауырып, үлем көтөп ятыуы тураһында ҡатын бөтөнләй онотҡайны. Уның бөтә уйҙарын ошо бәләкәй ҡыҙыҡай яҙмышы ялмап алғайны. Эй, ауырыу ҡайғыһымы ни, бәләкәсе альбом менән ҡәләмдәр һораған саҡта.
-Ҡыҙым, хәлең нисек? – тип бығаса булмаған наҙлы тауыш менән һораны ҡатын.
— Әсәкәйем, миңә бер ваҡытта ла былай яҡшы булғаны юҡ ине. Хәҙер һин командировканан ҡайтҡас, миңә бигерәк тә рәхәт. Тик кисә генә насар төш күрҙем. Унда ике аждаһа осоп килде лә, мин ятҡан карауатты яндырырға теләне. Тик мин уларға “Минең әсәйем бар!” тип ҡысҡырҙым да йоҙроғомдо төйөп күрһәттем. Хатта ике йоҙроҡ күрһәттем! – тип ҡыҙыҡай йоҙроҡтарын төйөп күрһәтте. – Бына ошолай күрһәттем! Минең өҫтөмә ут бөрккән аждаһа ҡурҡты ла: “Бында беҙгә башҡа ҡалырға ярамай, ашарға бер нимә лә ҡалманы. Ә һин, ҡыҙыҡай, тиҙерәк бынан киткең килһә, мине һәм минең дуҫымды һүрәт итеп төшөр", - тип икенсе аждаһаны алып осоп китте. Шунан миңә тағы ла еңелерәк булып ҡалды! Әсәй, һин миңә альбом бирәһеңме?
— Әлбиттә, ҡыҙым!
Ҡатын шәфҡәт туташынан һүрәт төшөрөр өсөн альбом, ҡәләмдәр алдыртты. Һуңынан такси саҡыртты ла, фатирына ҡайтты. Тәүҙә ул фатирын йыйыштырырға эшселәр ялланы, матур-матур бүлмә гөлдәре һатып алды. Ҡыҙыҡай менән дауахананан сығыуға фатирының таҙа булыуын теләне ҡатын. Күршеһенә гөлдәргә һыу ҡойоп торорға ҡушып, ҡабат дауаханаға китте. Ҡатындың ҡыҙыҡай менән өмөтһөҙ ауырыуҙар дауаханаһынан мотлаҡ сығасаҡтарына хәҙер бер шиге лә юҡ ине.
Палата килгәс, ҡыҙыҡай тәүге һүрәттәрен күрһәтте.
— Бына минең аждаһам, ул мине һин командировканан ҡайтҡансы эстән генә үҙенең уты менән өттө. Күрәһеңме ул ниндәй ҡара һәм бысраҡ, уны төшөргәнсе минең хатта ҡәләмем бөттө. Ә был көлһыу аждаһа һинең карауатың янында осоп йөрөнө, әсәй. Мин уларҙың һүрәтен төшөргән саҡта, ҡара аждаһа юйғыс алып һүрәттәге аждаһаларҙы яйлап ҡына юйырға ҡушты. Был беҙгә тиҙерәк бынан сығырға ярҙам итәсәк. Тик һин миңә ярҙам итергә тейеш түгелһең. Мин быны үҙем эшләргә тейешмен.
Ҡыҙыҡай юйғыс алып һүрәттәге аждаһаларҙы юя башланы.
Ул яйлап ҡына башҡарҙы был эште. Бер аҙна, шунан ике ҙна үтте. Табиптар ике пациенттың да томография һәм рентген снимоктарын төшөрҙө, сөнки уларҙың күҙаллауҙарына ҡарамаҫтан, ике ауырыу ҙа һаман тере ине. Снимоктарҙан яман шештәрҙең бәләкәсәйеүен күреп аптырашта ҡалдылар. Был табиптар өсөн аңлата алмаҫлыҡ хәл ине. Бер һүҙ менән әйткәндә — мөғжизә!
Ә бәләкәй генә ҡыҙыҡай һаман да яйлап ҡына аждаһа һүрәттәрен юйыуын дауам итте. Ул был эште яйлап, еренә еткереп башҡарҙы. Оҙаҡламай альбом битендәге аждаһалар юҡҡа сыҡты, ҡыҙыҡай уларҙы юйып бөтөрҙө. Икенсегә яһалған томография һәм рентген снимоктары табиптарҙы тамам шаҡ ҡатырҙы, уларҙан яман шештең һәм метастазаның булмауы асыҡланды. Табиптарға был ябай булмаған пациенттарҙан анализ алып, өйҙәренә ҡайтарыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сөнки был палатаға ятыр өсөн башҡа өмөтһөҙ ауырыуҙар үҙ сиратын көтә ине. Ҡыҙыҡай менән әсәһе өйҙәренә ҡайтты һәм бер ҡасан да оҙаҡҡа айырылышманылар. Ике бәхетһеҙ йән бер-береһен табып, иң бәхетле бала һәм әсәгә әйләнде.
+18 °С
Облачно



