

Ә шулай ҙа, тырышһаң, ауылды үҫтереү, уның тормошон яҡшы юҡҡа үҙгәртеү юлын табырға була.
Бөгөн Кинйәкәй ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ғаилә консультациялары ойошторолдо. Был сарала «Ғаилә» хеҙмәте, халыҡтың мәшғүллек үҙәге, мәғариф идаралығы, опека һәм попечителлек бүлеге белгестәре, табип-нарколог һәм юристар ҡатнашты.
Кинйәкәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсының район этабында икенсе урын алғайны. Уҙған йыл ошо уҡ конкурста ҡатнашып, район кимәлендә беренсе урын алдылар һәм 25 меңлек сертификат менән бүләкләнделәр.
Бөгөнгө көндә кинйәкәйҙәр республика кимәлендә үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп, һыу тәьминәте проблемаһын хәл итеү хыялы менән янып йәшәй.
Автор фотолары һәм видеоһы