

Өлгөлө хужабикә, иғтибарлы һәм хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше Биктимергә һөйөклө ҡатын, эшендә яуаплы һәм тәжрибәле уҡытыусы, барлыҡ туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Ғүмер иртәләрен бәхеттә, балалар ҡыуанысында, матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән, һау-сәләмәт булып, бергә-бергә ҡаршылайыҡ!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр менән тормош иптәше Биктимерҙең барлыҡ һеңлеләре исеменән Гөлсинә һәм Сәриә, уларҙың ғаиләләре.