Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2023, 10:00

Алтын тамыр

Әлмиралар Сорғот ҡалаһына күсеп китергә мәжбүр булғайны. Ҡайныһы менән бейеменең өйөндә өс йыл торҙолар былай. Әлмира ауылдарындағы урта мәктәптең ашханаһында ашнаҡсы булды. Ире Ильяс күрше тирә-яҡ ауылдарға газ үткәреү менән булашты. Әлмира ла ыратып эш хаҡы ала алманы. Ильястың да эше туҡтап ҡуйҙы. Газ торбалары ҡыйбат, халыҡта әллә ни килем юҡ, район бюджетында ла, һалым түләүсе аҙ булғас, аҡса ҡойто. Булған ғынаһын да уҡытыусылар, медсестралар, арлы-бирле генә рәсми эштә йөрөүселәр түләй. Күпме генә йыйылһын инде?

Алтын тамыр
Алтын тамыр

Ильястың күңеле ҡайтып йөрөнө. Берҙән, һалдаттан ҡайтҡан ҡустыһы кәләш әйттерергә булып китте. Кәләшен атай тупһаһынан башҡа ҡайҙа алып ҡайтһын? Әсәһе, Әлмира, килендәше – бер өй эсендә өс хужабикә килешкән эш түгел.

Әлмира бейеме менән аңлашып йәшәне. Сымыры ҡатын. Китһәләр әҙер, ҡайтһалар әҙер булды. Үпкәһе юҡ Әлмираның. Ҡаҡманылар.

Өй һалып башҡа сыға алманылар, тапҡандары ваҡ-төйәк донъя мәшәҡәтенән артманы.

Ире менән һөйләштеләр ҙә ситкә китеп аҡса эшләргә, торараҡ ҡайтып өй күтәрергә ниәт иттеләр. Ҡарттар янында кесе малайҙары ҡала, яңғыҙ булмайҙар.

Тәүҙә Себер яғына Ильяс үҙе генә сығып китте. Эшкә урынлашып, ҡуртымға фатир алды. Әлмираға ла эш белеште. Һәм, оҙаҡламай ғына кире ҡайтырҙай булып, сыҡтылар ҙа киттеләр.

Ауылды ташлап китеүе ҡыйын булды Әлмираға. Атаһы менән әсәһе олоғая. Күңеле болоҡһоп, йәштән һыуға йөрөгән юлдары менән хушлашты. Бәләкәс саҡтарында тиҫтер ҡыҙҙар шишмә ярындағы суҡ ботаҡлы өйәңке төбөндә уйнай торғайны. Ул өйәңкенең тамырҙары ғына ла атайҙарының беләге йыуанлығында. Шишмә үренә таралған. Ямғырлы көндә лә аяҡ таймай. Баҫҡыс-баҫҡыс булып һуҙылып ята. Ана шул өйәңке төбөндә ҡурсаҡ уйнаны ҡыҙҙар. Үҫә төшкәс егеттәре менән шунда осрашыр булдылар. Әлмираны ла Ильяс шул шишмә юлында әҙ ҡарауылламаны. Барыбер үҙенекен итте. Айлы бер төндә шунда етәкләп алып барғайны. Үбештеләр. Әллә нишләне лә ҡуйҙы Әлмира. Тотош тәне буйлап ток һуҡҡандағы кеүек ағым йыбырланы. Ильястың ҡуйынына һыйынғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әлмираларҙың йәшлегендә никахлашмаҫ борон түшәк бүлешеү ғәҙәте юҡ ине әле. Ильяс Әлмираны яусылап, йолаһына килтереп өйләнде.

“Осрашырбыҙ, – тип шыбырланы Әлмира өйәңкегә. – Һин көт!” Ағас ботағына таҫма бәйләне лә күңеле тулып, артына ҡарамай ғына атлап китте.

Биш йыл инде Сорғотта йәшәгәндәренә. Йыл һайын ҡайтып йөрөнөләр. Ҡәйнеше менән килендәшенең шул ваҡыт эсендә ике балаһы булып китте. ”Икенсеһе аҡса тоғо менән тыуҙы, – тип көлөштө өйҙәгеләр. – Хөкүмәт икенсе балаға ярты миллион аҡса бирә. Өйҙө яңыртырбыҙ, Аллаһ бойорһа. ”Ҡайныһы менән бейеме лә ейәндәрен әллә ни итә. Әлмиралар ҙа шул бәләкәйҙәргә бер сумаҙан бүләкһеҙ ҡайтҡандары юҡ.

Нишләптер, үҙҙәренең балаһы юҡ шул әлегә. Әлмираның ҡәйнешенең балаларына күҙе ҡыҙып ҡарағанын абайлаған әсәһе лә бер һорайһы итте:

– Кемегеҙҙән табалар ғәйепте?

– Сәләмәтһегеҙ, тиҙәр ҙә ул... Ильясты ла саҡ күндереп тикшерттерҙем.

Бейеме төпсөнгәне юҡ. Өйөндә күңел баҫырлыҡ ейәндәре булғанғалыр, ахыры. Ильяс та мыжыманы, ул хаҡта һүҙ ҡуйыртманы.

– Ауылдың иң матур ҡыҙы ине еңгәгеҙ. Бармаһаң, урлайым тип ҡурҡытып алдым, – тип шаяртҡаны бар Ильястың мырҙаһы менән килене алдында. – Йәтеш кенә ул, ҡултыҡ аҫтына ғына һыймалы.

Ә Әлмира борсола барыбер. Сорғотта ла яҡындағы ғына гимназияның ашханаһында эшләп йөрөй. Аш-һыу бында ярайһы мул, туҡлыҡлы. Ауыл балалары бигерәк мәхрүм үҫә, әйтерһең дә, икенсе сортлы, тип бошоноп ҡуйғаны бар.

Өс йыл тигәндә фатир һатып алдылар. Ипотека түләү ҙә бик үк бәкәлгә һуҡмай. Ильяс – сваркала. Трассаға вертолет менән алып барып, алып ҡайталар. Унда, эш урынында ла шарттар хөрт түгел, ти ире. Ятыр-торор урындары, йыуынырлыҡ душтары, ашнаҡсылары бар икән. Спортзалы ла йыһазлы, ти. Ул яғынан риза Ильяс. Ә үҙе Әлмираның ризығын һағынып ҡайта барыбер. Иркәбай ғына ул, талымлаған булып иркәләнә. Әлмира ни бешеренеп өйрәнгән дә баһа. Өй-йыһаз ҡаралтыларын да йәтешләп алдылар. Бик үк затлы түгел дә ул, ярарлыҡ. Әлмира тормошонан риза.Тик бала хаҡындағы уй ғына тынғылыҡ бирмәй. Эшләгән ерендәге бисәләрҙең кәңәше менән имсе ҡарсыҡтарға ла барып йөрөнө. Береһе иконалары янына шәмдәр ҡабыҙып ҡуйып, доғалар уҡып өшкөрҙө. Матрона тигән берәүҙең һүрәтен, Псалтырь һатып бирҙе.

– Ошо изге Матронаның һүрәтен бүлмәңә элеп ҡуйып уҡын, суҡын, – тип кәңәш итте. – Матрона ҡөҙрәтенә ышанған кешегә ярҙам итмәй ҡалмай.

Күңеле ятманы Әлмираның. Һүрәткә ҡарап мосолман доғаларын уҡыны ла төңөлдө.

Торған ерҙән тыуған ер яҡшы шул. Ильясы уға интернет селтәрен асып, башҡортса шрифт ҡуйып бирҙе. Байтаҡ ҡына дуҫтары йыйылып китте. Яҙышып һөйләшәләр, кәңәштәре менән уртаҡлашалар. Башҡортостандан да бәйләнешкә инеүселәр етерлек. Шәп булды әле. Күңел баҫырға йәтеш был виртуаль селтәр. Матур-матур йырҙар ебәреп торалар. Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар хаҡында ла ишетә. Ильясҡа ла һөйләй. Халыҡ бер осор туған телдең ҡыҫырыҡланыуына мөнәсәбәт белдереп геүелдәп алды. Торатауҙы яҡлау акциялары хаҡында ла мәғлүмәт килеп етте. Октябрь айында республика башлығы алышыныу халыҡтың кәйефен күтәреп, өмөтөн уятты.

Мәрйәм тигән бер ҡатын менән бигерәк тә ныҡ дуҫлашып китте. Әлмираларҙың ауылынан йыраҡ түгел икән уның төйәге. Уртаҡ таныштары ла бар булып сыҡты. Уны-быны һорашып торалар. Ире, ике балаһы менән төшкән фотолар һала. Әлмира ла Ильяс менән икеһен төшөрөп ебәрҙе.

“Бала-сағағыҙ юҡмы ни?” – тип һорайһы итте Мәрйәм һәм Әлмираның ауыртҡан еренә баҫҡан кеүек булды. “Юҡ шул әлегә,” – тип яуап бирҙе Әлмира. Бүтәнсә нимә тиһен?

Бер осор Мәрйәмдән хәбәр булмайыраҡ торҙо. Бала-сағалы бит, ауыл ерендә мәшҡәт етерлек. Бушамайыраҡ китте буғай.

Ниһайәт, хаты килеп төштө: “Бик йәшерен серем бар. Һиңә генә һөйләмәксе булам. Отпускка ҡайтһаң, мотлаҡ үҙемә кил!” – тип яҙып ебәргән. Сәйер, интернет дуҫыңа ҡалай ғына эҫенһәң дә, күрешеп һөйләшмәгән кешегә генә һөйләрлек ниндәй сер икән ул? Ике һылыуым бар, ти ине. Әсәһе лә шул уҡ ауылдыҡы. Уҡытыусы булған. Әле пенсияла. Ҡатнашып йәшәгән әхирәттәре, классташ дуҫтары барҙыр ҙа инде. Ярар һуң. Сер икән сер. Ышанып һөйләгеһе килһә, һөйләтер. Ауылдарының араһы ла алыҫ түгел. Дөрөҫ, уларҙыҡы икенсе районға ҡарай. Отпускы ике ай. Ҡайтыр ҙа барып килер.

Бында мәктәптең йәйге лагерҙары булмай, сөнки ата-әсәләр балаларын йә диңгеҙ буйында, йә тыуған яғында ял иттереү яғын ҡарай.

Ильясты “Көньяҡ ағымы” тигән проектҡа эшкә ҡоҙаланылыр. Краснодар тирәһендә йәшәтмәкселәр буғай. Диңгеҙҙән алыҫыраҡ та, шулай ҙа йылы яҡ. Командировка хаҡын түләмәкселәр. Ильяс ризалашты. “Бәлки, бергә китербеҙ, – тип ҡызырыҡланы ир. – Унда йылы. Емеш-еләктең ояһы”. Торараҡ Ильясты Сочиға ебәрәсәктәре асыҡланды.

– Ярар һуң, – тип ыңғайланы Әлмира. – Бер-ике аҙнаға ғына ауылға ҡайып киләйем инде. Һағындыра бит...

Шулай килештеләр.

Үҙҙәренә ҡайтып ата-әсәһен, ҡайны-бейемен, туған-тыумасаларын бүләктәре менән ҡыуандырырға иткәйне лә... Өй беренсә ҡунаҡ итеп алдылар. Аш-һыуға ҡулы мул беҙҙең халыҡтың. Ошоға тиклем ҡаҙылығын да, ҡаҙын да һаҡлағандар. Шишмә һыуынан киләме икән, ризыҡ-тәғәмдең таты ла икенсе шул. Юғиһә, Әлмира Сорғотта ла ошондағы кеүек бешеренә. Ильястың ят ризыҡҡа барымы юҡ. Ит, картуф, һурпа, бәлеш, ти ҙә тора. Әммә күңелһеҙ хәбәр ҙә бар ине бейеменең өйөндә. Ҡәйнеше Харис ғаиләһен туҙҙырған. Айгөл килендәше аталарына ҡайтып киткән.

– Урамға сығырға оялабыҙ, Әлмира килен, – тип һыҡранды бейеме. – Харис ныҡ оятлы итте лә ҡуйҙы бит. Килен ҡайтып китте. Ҡайның менән ауылдарына барғайныҡ, килен балаларҙы күрһәтмәй. Инәлдек-инәлдек, ҡоҙағый тупһаға баҫып алған, ыҡҡа ла килмәй. Шәп булғас, улығыҙҙы тәртипле тәрбиәләргә ине, тип тик тора. Күстәнәстәребеҙҙе тупһала ҡалдырҙыҡ та ҡайттыҡ. Һағынабыҙ, зерә һағынабыҙ.

– Ата-а-аҡ, – тип аптыраны Әлмира. – Ни хәл был?

– Ауылдың бер бисәһенә әүрәне. Сихырланы шикелле. Юғиһә, балаларынан баш тартырлыҡ хәлгә етер инеме? Оялабыҙ, зерә оялабыҙ, килен. – Бейеме түгелеп илап ебәрҙе. – Айгөл килендән һылыуыраҡ булһа ни асыу. Яп-ямаҡ нәмәкәй ул. Килеп тороп яшыҡ. Тире лә һөйәк. Күҙен-башын буямаһа, ҡарарлыҡ ере юҡ. Ике бала өҫтөнә барып инде Харис. Теге ҡатындың ире ныҡ ҡайғыра, ти. Балаларын һағынып илай ти хатта. Уныһы әсәләренә ҡайтты.

– Йәл, абзыһы ҡайта алманы. Һөйләшеп ҡарарғамы икән?

– Тыңламаҫ! Мине, атаһын тыңламағанды...

Эсе бошто Әлмираның. Яҡшы даны сыҡҡан ғаилә балаһы бит әле ул Харис.

Үҙе яратҡан шишмә буйына төштө. Өйәңкенең, ҡартайыуҙандыр инде, урта бер ерендә өңөр барлыҡҡа килгән. Сөрөктәре ҡойолоп ултыра. Күҙгә күренеп шишмә ярына табан иңкәйеп киткән.

– Еңгә! – тигәнгә тертләп китһә, Харис ҡәйнеше икән. – Ҡайттығыҙмы ни?

– Абзыйың ҡайталманы әле. Ҡолағыңды борор ҡайтһа...

– Борғосо һынмаһын!..

– Ни хәл был?

– Һин үҙең бит, мөхәббәт булмаһа, ғүмерҙең мәғәнәһе булмай, ҡәйнеш, тигәйнең.

– Ә Айгөл киленде лә, күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй, өтәләнеп әйттерә һалып алдың.

– Ашыҡҡанмын...

– Ә балалар?

– Уларҙы кем ташлаған?

– Бәй, эш аҡсаламы ни?

– Үҙегеҙҙе белегеҙ, йәме! Балаларығыҙ юҡ, бер-берегеҙгә йәбешеп ятаһығыҙ! Нимә, бәхет балала ғынамы ни? – Әлмираның тамағына төйөр тығылды ла ҡырт боролоп атланы ла китте. Харисты осратыуын бейеменә һөйләп, хәсрәтен ҡуйыртҡыһы килмәне. Өндәшмәне.

– Уҡлыҡая ауылына барып киләһем бар, – тине Әлмира бейемдәренә. – Туғандары шул ауылдағы берәүҙәргә күстәнәс ебәргәйне. Нәҙер бит. Илтеп бирәйем.

Мәрйәм, ысынлап та, бик ихлас ҡатын булып сыҡты. Әлмира барғандың икенсе көнөндә һабантуй булырға тора икән. Ике һылыуы ҡайтҡан. Уртансы Флүзәһе Өфөлә йәшәй, иң кесеһе Лилиә – шунда уҡып йөрөгән студент. Мәрйәм дә үҙенең ауылындағы егеткә барған.

Донъяһы матур Мәрйәмдең. Бер улы – уҡыусы, береһе быйыл көҙгә беренсегә бара.

Һабантуйҙа ат сабышын, көрәш-ярыштарын ҡарап, туған моңдарҙы тыңлап күңеле тулды Әлмираның. Етмәһә, Мәрйәм йырсы икән. Ире – гармунсы. Сәхнәгә күтәрелеп “Сәлимәкәй”ҙе һуҙып ебәрҙе. Саҡ торған Әлмираға етә ҡалды, иланы ла ебәрҙе.

– Ҡайтығыҙ ҙа тороғоҙ һуң, алай һағынып йәшәгәнсе, – тип һөйләнде Мәрйәм. – Мында ла йәшәп ятабыҙсы...

– Ҡайтырбыҙ ҙа ул... Эш юҡ бит ауылыбыҙҙа, – тип мышҡылданы Әлмира.

– Ауылдамы? Һе... Эшләйем тигән кешегә ауылда эш муйындан, – тип дәлилдәр килтермәксе булғайны ла Мәрйәм, тыйылды. Йә үпкәләтер ҡунағын. Беҙҙе булдыҡһыҙға һанай икән, тип уйлап ҡуйыр.

Теге “һиңә һөйләр серем бар” тигәне хаҡында өндәшмәй әле үҙе. Ҡунаҡ итеү менән мәж килә. Һабантуйҙың иртәгәһенә мунса яғып ебәрҙе. Ире Мәхмүт иртүк кенә һарыҡ салып алды. Бер ҡаҙан ит һалып ебәрҙеләр. Йәш иттең хуш еҫе тотош ишек алдына таралды.

Аҡ мунсаһы матур. Ҡарағайҙан. Соланы ла өйөнөң эсе кеүек йыйнаҡ. Самауары ҡайнап ултыра. Тәмле генә үлән еҫтәре сыға.

– Сәсегеҙҙе үлән төнәтмәһе менән йыуығыҙ, ҡыҙлар. Иртәнсәк тороуығыҙға ебәк кеүек булыр ҙа ҡуйыр, – тип өтәләнде хужабикә, – иркенләп ял итәйек. Йыуынайыҡ, парланайыҡ. Май миңнеген бешерҙем. Сихәте тейер, Аллаһ бирһә. Мунсанан да рәхәт ер юҡтыр ул, ибет, ҡыҙлар? Сабынып сыҡһаң, бәпес кеүек булаһың да ҡуяһың. Тән китә йомшарып, һулыш иркенәйә.

“Бәпес” һүҙе ҡолағына яғылғас, эсенән болоҡһорап ҡуйҙы Әлмира.

– Серем бар, тигәйнем бит әле. Шуны ошонда, икегеҙгә генә аулаҡта һөйләгем килә. Тик һеҙ берәүгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бирәһегеҙме?

– Әлбиттә, – тиеште Флүзә менән Әлмира.

– Ниндәй сер һуң ул тиклем? – тип аптырабыраҡ китте Флүзә. – Ҡурҡыт, йәме, кешене!

– Юҡсы... Ҡурҡыныс түгел... Киреһенсә, ысын булһа, ныҡ изгелекле...

– Ысынмы-түгелме икәнен үҙең дә белмәйһеңме ни? Юҡтан сер яһарға тиһәң, апайымды ҡуш.

– Ней бит ул, ҡыҙлар... Йәшерәк сағымда уҡ өләсәйем дә түгел, әсәйемдең өләсәһе һөйләгәйне. Һүҙемде лә алды. “Ҡара уны, Мәрйәм, кешегә таратырға ярамай, һиңә әйтеп ҡалдырам. Һин үҙеңдең балаларыңа тапшырырһың”, – тигәйне. Ҡөрьән тоттороп ант иттерҙе.

– Ә нишләп телеңде тыймайһың алай булғас? – тип ҡуйҙы Флүзә.

– Ваҡыты етте. Ул тылсым һеҙҙең икегеҙгә лә кәрәк ул... Ауылға терәлеп кенә торған тау бар бит әле. Шунда бер ҙә менеп ҡарағаныбыҙ юҡ, ибет, Флүзә һылыу?

– Анда нишләйһең? Текә килеп тороп.

– Боронғо ҡатындар ирләрҙән кәм булмаған ул. Шул тауҙа һунар иткәндәр.

– Таш араһында ниндәй йәнлек булһын? – тип икеләнде Флүзә. – Беҙҙе лә һунарға димләмәйһеңдер ул?

– Ҡарт өләсәйебеҙҙең һөйләүенә ҡарағанда, тауҙың беҙгә күренгән яғы ғына таштан икән ул. Өҫтө тип-тигеҙ, ти. Шул тау башында, өләсәйем алдаған булһа, мин дә алдайым, күктән әллә ҡалай ғына илаһи нур ағыла икән. Боронғолар һынауынса, берәүһе гел бер үк ваҡытта, 20 июндә төшә. Ҡайһы бер йылдарҙа биш мәртәбә лә төшөп ҡуя. Тик ҡалған дүрт мәртәбәһе аныҡ ҡына ваҡытҡа тура килмәй, икән. Мин нисәмә йылдар 20 июндә төндәрен тышҡа сығып, тауҙы күҙәткәнем булды. Нур күренмәне. Өләсәйем яңылышҡандыр, тип тә уйланым. Ә бит иҫе дөрөҫ ине.

– Ғәләмәт икән. Нишләп изге урын тип иғлан итмәгәндәр һуң? – тип аптыраны Әлмира.

– Тауҙағы дарыу үләндәренең эҙе лә ҡалмаҫ ине лә баһа, кеше ябырылып торһа. Йәнә бер серле яғы бар икән ул күк нурының. Ир-атҡа күренмәй, ти. Өләсәйем һөйләүенсә, борон ул нур ҡыҙыу булған. Һунарсылар табышын шул нурҙа ҡурып ашаған хатта. Шулай бер саҡ ике һунарсы икәү-ара ыҙғышып киткән дә, береһе икенсеһен йыһан уты эсенә төрткән дә йыҡҡан. Башҡалары өтәләнеп тартып ала һалғандар. Тәненең яртыһы бешеп өлгөргән. Шунан бирле нур һыуынған, ҡулыңды тыҡһаң да бешермәй, ти. Һунарсы ир-аттың шул ыҙғышы арҡаһында микән, күктән ағылған нур ир-ат күҙенән яҙлыҡҡан. Улар тауҙа булған саҡта аҡмай ҙа ҡуя, ти.

– Әле бармы икән ул? Кем күргәне бар икән?

– Юҡтыр, күргән кеше булһа, күптән шарылдарҙар, донъяға таратырҙар ине. Эсегеҙ әле сәйегеҙҙе, ҡыҙлар. Унда – тау башында – тигеҙлек, ти ул. Уныһын халыҡ белә. Ана шунда табаҡ кеүек соҡорайған таш бар, ти. Шул таш өҫтөнә түгелә, ти, теге нур. Ана шул нурҙа ҡойонған бисәләр, буйға уҙа алмай ыҙаланған булһа, ауырға ҡала икән.

– Ата-аҡ, – тип ҡуйҙы Флүзә. – Ысынмы икән? Кейәүең һуңғы арала, бәпесең булмаһа, айырам, ти ҙә ҡала... Йөрөй ҙә шикелле... Ә ысынында бәпес ир менән яратышып, ҡосаҡлашып йоҡлағандан ярала ла баһа, апай. Һин бигерәк теге...

– Сеү! Шунда үрләп ҡарайыҡмы, ҡыҙлар?

– Үҙебеҙ генәме? Етмәһә, төн сығырға... Йыртҡысҡа осраһаҡ...

– Мин ата беләм, – тип һалдырҙы Флүзә. – Еҙнәмдең мылтығы бар. Шуны алайыҡ та.

– Эйе шул, – тип йәнләнеп китте Мәрйәм. – Миңә ике малайымды кеше итһәм дә хуш. Ысынмы-бушмы икән шул тылсым? Белге килә. Ә һеҙ, ҡыҙлар, бәлки, уңып та ҡуйырһығыҙ. Тәүәкәлләйек. Шул серемде әйтергә саҡырғайным икегеҙҙе лә.

Беләгенә бала һалғыһы, күкрәк һөтөн имеҙгеһе килмәгән ҡатын-ҡыҙ булмайҙыр ул. Флүзә менән Әлмираның да күкрәктәре әсәлек тойғоһона көйләнгән инде. Ильяс былай айырам тимәй ҙә ул. Әлмира ире менән яңыраҡ ҡына етди һөйләшеп тә алды. Берәйһенең бала табыу йортонда ҡалдырған бәпесен алайыҡмы әллә, тигәйне, Ильяс яҡынламаны.

– Ҡуйсәле... Әллә ниндәй нәҫелле булыр, – тип кенә ҡуйҙы.

– ЭКО эшләтһәк?..

– Уныһы нимә һуң?

Әлмира уныһын да ныҡлап өйрәнгәйне. Иренә төпсөрләп аңлатты.

– Ярар, – тине Ильяс. – Мин – Сочиҙа, һин ауыл яғында йөрөп кил дә...

Мәрйәм үҙҙәренең тауға үрләү ниәте хаҡында иренә нимә һөйләрен уйлап ҡуйғайны инде.

– Мәхмүт, беҙ өсәүләп Уҡлыҡаяға менергә итәбеҙ.

– Анда ни ҡалған һеҙгә?

– Тауҙың иң башында дауаға яраҡлы алтын тамыр үләне үҫә тигәйне өләсәйем. Әсәйемдең дә, бейемдең дә аяғы һыҙлай. Шул үлән ныҡ ярҙам итә ти бит.

– Аптека тулы дарыу. Телевизор көнө-төнө “Терафлекс, терафлекс” тип һөрәнләй...

– Уларҙы тоҡсайлап алабыҙ ҙа ул. Берҙән, ҡиммәт. Икенсенән, файҙаһы юҡ. Ә Уҡлыҡаяла алтын тамырҙың сәскә ата торғаны үҫә, ти. Томбойоҡҡа оҡшаған һары ғына сәскәле була икән. Һирәк ерҙә үҫә. Шул сәскәлеһенең файҙаһы зерә ҙур, ти. Уны ла тик таңғы биштә, сәскәһен йомарлап әсенә һут йомғанда ғына йыйырға, ти.

– Эй, юҡ-бар хәбәргә ышанырға тиһәң!.. Шунда ҡунмаҡсы булаһығыҙмы? Үҙегеҙҙе бапаҡ тотоп ашаһа әле! – Мәхмүт, шаярыбыраҡ һөйләһә лә, асыуланыбыраҡ ҡуйҙы. – Бушағасыраҡ үҙем менеп ҡарармын.

– Ярар инде, Мәхмүт! Һин бушағанса, Әлмираның отпускаһы бөтә. Сорғотҡа кире китергә. Уның да иренең аяғы һыҙлай...

– Һе... Ауыҙыңа алғанды ҡуяһыңмы ни һин. Анҫат тиһегеҙҙер ул тауға менеүҙе. Анҫат булһа, менерҙәр ҙә төшөрҙәр ине. Балдыҙ, һин мылтыҡ тота беләһең, алығыҙ уны, на всякий.

– Рәхмәт, еҙнә! Мин разрядник ул.

Шулай килештеләр. Палатка алдылар. Тәғәм-ризыҡ. Мәхмүт өсөһөнә лә осона ҡаҙау ҡағылған таяҡ әтмәләп тотторҙо.

– Ауылдың арғы осонда тауҙан ҡар һыуы ағып юлаҡланған үҙән бар, шул тирәнән менегеҙ. Һаҡ йөрөгөҙ! Ныу, егетләр! Бисәләрҙән дә ныҡыш кеше юҡтыр ул донъяла! – тип һөйләнһә лә, тарлауыҡ үҙәненә саҡлым машинаһы менән илтеп ҡуйҙы.

– Һыйырҙы Лилиә балдыҙың һауыр. Беҙҙең ҡайҙа киткәнде берәүгә лә ысҡындырма, Мәхмүт!

– Телен тыя алмаған һеҙ бар ти ине, – тип кенә ҡуйҙы Мәхмүт. – Ҡайтып инеү менән үҙегеҙ ҡытҡылдашырһығыҙ әле.

Тауға үрләү, ысынлап та, анһат түгел шул. Төшөүе лә еңел булмаҫҡа оҡшай. Таштан-ташҡа күсеп үрләнеләр. Яҫы таштарҙың да ҡайһы береһе аяҡ баҫҡан ыңғайға ҡубарыла ла ысҡынып аҫҡа тәгәрләй. Ярай әле, ҡулдарында Мәхмүт яһаған таяҡтар бар. Ир кеше – ир кеше инде. Әллә ҡайҙан белә шулар юл мәшәҡәттәрен. Шул таяҡтар булмаһа, тайҙың йығылдың. Таштарҙан бәргесләнеп түбән шыуып төшөрөңдө көт тә тор. Флүзә мыжып та алды:

– Был тиклем дә хәтәрҙер, тип уйламағайным...

– Сеү, – тип тыйҙы ауылдың ауыр эшендә бешеккән, әрһеҙләнеп бөткән Мәрйәм. – Изге юлда йөрөйбөҙ. Уҡын эсеңдән.

Ай-һай! Тау түбәһе, ысынлап та, яп-яҫы икән! Ниндәй генә ағастар, үлән-сәскәләр юҡ бында. Кеше аяғы баҫмағас ни, ултыралар иркенләп, ирәйешеп. Былары ниндәй йән эйәһе тип, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, текләп ҡараған кеүектәр.
[12:48, 26.06.2020] +7 961 048-16-97: Теге ҡаҙанға оҡшаған ташты эҙләп киттеләр. Юҡ та юҡ. Ә сәскә ата торған алтын тамыр донъя икән бында. Күләгәрәк урынға һыйынышҡандар. Таңдан тороп йыйырҙар әле. Әлегә ҡағылманылыр.

Арынылар. Тамаҡ ялғап алырға булдылар. Йәтеш кенә яҫы таш өҫтөнә ултырып, усаҡта ҡайнатып алған үләнле сәйҙәрен эстеләр. Мәрйәм, сос ҡатын, ташҡа ипләберәк ҡарап алды.

– Күтәрегеҙ әле, ҡыҙлар, осағыҙҙы! Мынауылыр ул беҙ эҙләгән таш!

Уртаһындағы тупраҡты, үләндәрҙе таҙартҡайнылыр, таш, ысынлап та, ҡаҙанға оҡшаған икән шул.

Бер күтәрелгәндә, күргеләре килеп, тау башын бер ни тиклем уратып йөрөп сыҡтылар. Иҫ китмәле хозурлыҡ! Ҡарағайҙары килеп тороп ирәүән. Ҡайындары суҡ. Һутты ҡайҙан ала икән был ағастар тамырына? Тауҙың бөтә ере лә таштан булмаған хәлдә лә ер аҫты һыуҙары бик алыҫтыр ҙа инде... Үләндәр һуң, үләндәр! Бил тиңелтен.

– Их, мынауында минең һәүкәштәрҙе килтереп ебәрергә, – Мәрйәм шулай тип яһай ҡуйҙы һығымтаны. – Халыҡтың күбеһе хәҙер малына ҡарап тора. Сабынлыҡтар ҙа тарая. Мәхмүт урман араларын соҡоп сабып этләнә.

Арынылар. Һуҙылышып ятып ял итеп алдылар. Ул арала эңер төштө. Тау башы ҡараңғылыҡҡа сума барҙы. Усаҡты һүндермәҫкә тырышып, ҡоро-һары өҫтәп торҙолар. Шыртлата. Бындағы һиллектә һәр бәләкәй генә тауыш та ҡурҡытып геүләгән кеүек. Ике күҙҙәре күктә лә бит, һис ниндәй ишара-фәлән һиҙелмәй. Йондоҙҙар емелдәшә. Йылы ғына талғын ел таштарҙың яурындарына ҡағылып, иркәләп үтә. Хәбәр ташый, ти, ул елдәр тауҙарға. Бынан арыраҡ ерҙәрҙән алып киләләр, ти, хәбәрҙе. Бер-береһен аңлай, ти, ул елдәр менән таштар. Шул хаҡта Әлмира ҡайҙалыр уҡығайны.

Флүзә, мылтыҡ ҡосаҡлаған ҡарауылсы һымаҡ, ҡарағайға арҡаһы менән терәлгән. Әлмира ергә ятып күкте күҙәтә. Күптән күргәне юҡ икән дә төнгө күкте. Ҡош юлын, Етегәнде, ай янындағы Зөһрә йондоҙон эҙләп тапты. Кеше үҙе ерҙә йәшәһә лә, күк йөҙөндә һәр кемдең үҙ йондоҙо бар, ти. Ҡайһыһы Әлмираныҡы икән һуң? Танып ҡара, бар, ана!

Ҡатындар матур күлдәктәр һалып алғайны. Кейенешеп алдылар. Мәрйәмгә өләсәһе шулай тигән. Ул, ҡатындар көткән нур, Аллаһтың ҡарашылыр. Матур күренеүең хәйерле икән.

Бер заман... Елдәр тау ярыҡтарына инеп йәшенгәндәй шымып ҡалды. Ҡоштар сутылдашыуынан тынды. Сиңерткәләр шымтайҙы. Тау башы тып-тын. Шыртлата. Ҡурҡышҡандарын бер-береһенә белдермәҫкә тырышты ҡатындар. Тынлыҡ та ауыр икән дә баһа. Тау түбәнендә донъя геүләп тора бит. Кешеләр тауыштарға ныҡ өйрәнгән, күрәһең, бик үк иҫтәре лә китмәй йәшәп яталар.

Күктең иң төбөнән тәүҙәрәк уҡҡа оҡшаған нур ергә табан хәрәкәт итә башламаһынмы! Һәммәһе лә ҡатты ла ҡалды. Машина фараһының яҡтылығына ла оҡшаған. Һуғыш хаҡындағы киноларҙа күрһәтелгән прожектор һымаҡ та. Яҡты нур теге таш ҡаҙан эсенә ағылырға тотондо. Зәңгәрһыу көмөш төҫтәге шарлауыҡ кеүегерәк ағым әлеге ҡаҙанға төшөп кәксеберәк тә киткән кеүек, осҡондары ҡаҙан ситенә лә сәсрәгәндәй.

Телһеҙ ҡалған ҡатындар, магнитҡа тартылған һымаҡ, өсөһө бер юлы нур ағылған ергә ыңғайланы. Нурҙы устарына ағыҙып битен йыуҙы. Мәрйәм үрелгән толомон тағатып ебәрҙе. Һәр өсөһө нур эсендә әйләнеп-тулғанып ҡойона бирҙе. Уны услап-услап эстәренә һыланы. Кем һанаһын, күпме ваҡыт үткәндер, күк мөғжизәһе һүрәнәйә, нәҙегәйә барып, таш өҫтөнән өҙөлдө лә юғарыға үрләне һәм нөктә кеүек кенә йондоҙ сүрәтенә инде. Ҡайһы тирәләге йондоҙҙан төштө һуң был нур? Артабан күкте күҙәткәндә танып булырмы? Бихисап бит йондоҙҙар күктең көмбәҙендә. Танырһың, ти, танымай ҙа!

Ҡатындар бер ни ҙә һөйләшмәҫтән, палаткаларына инеп, көндөҙ үк йыйып һалған сәскәле-үләнле түшәккә ауҙы. Елдәрҙең йәнә йүгерекләй, ҡоштарҙың сутылдаша башлауын да ишетмәне.

Иртүк һыйыр һауыуға тороп ғәҙәтләнгән Мәрйәм беренсе булып уянды.

– Ҡыҙлар, алтын тамырҙы сәскәһе асылмаҫ борон йыйып алайыҡ ул.

– Эйе шул, – тип килеп торҙо Әлмира менән Флүзә.

Өләсәһенең, Аллаһ бүләге алтын тамырҙы урып йыйырға ярамай, ул бик күп быуындарға етһен өсөн алыҫҡараҡ йәшерелеп үҫтерелә, тигәне иҫендә әле Мәрйәмдең. Юҡ, ҡотһоҙланманылар. Бер нисәүһенең орлоғо ла бешеп өлгөргән. Уларҙы тиреп алдылар.

– Киләһе йыл баҡсама сәсәм, – тип һөйләнде Мәрйәм. – Үрсеп китһә, дауа өсөн спиртта төнәтермен. Зерә этләнгән кешеләр бар бит аяғы менән. Дөрөҫөн әйткәндә, аяғы һыҙламаған кеше юҡ тиерлек. Теге ни... Кисәге хәл төш түгел инеме ул, ҡыҙлар?

– Юҡ шикелле...

– Ысын ине ул... – тиеште Флүзә менән Әлмира.

– Мин ғәләмәт матур төш күргәйнем. Ап-асыҡ. Төҫлө кино кеүек ине төшөм. – Флүзә, былар ышанырмы икән тигән кеүегерәк, бер аҙ өндәшмәй торҙо.

– Һөйлә һуң... Шунан мин һөйләрем, – тип йәнләнеп китте Әлмира.

– Ҡапҡылап алайыҡ. Һыу самалы булһа ла, берәр сынаяҡлыҡ бар әле. Тауҙан төшөүе менеүгә ҡарағанда ла ауыр. Көс кәрәк булыр.

Сәй ҡайнатып алдылар. Ауған бүрәнәгә ултырып кисәнән ҡалған ризыҡтарын төргәктән сығарҙылар. Һәммәһенең дә күңеленә илһам эйәләшкән кеүек. Алдағы тормоштарында һис бер ҡыйынлыҡ булмаҫ, ошо көндән яҙмыштары гел яҡты һәм бәхетле булыр төҫлө. Мәрйәмдең телефоны шылтыраны.

– Эйе, Мәхмүт... Һыйыр һауылдымы? Балалар өләсәһендә ҡундымы, өйҙәме? Алтын тамыр, ысынлап та, күләгәле ерҙә үҫә икән. Күргәнем юҡ ине. Сәскәһе килеп тороп матур. Томбойоҡҡа оҡшабыраҡ тора. Йыйҙыҡ. Кисә арығанбыҙ. Һауа матурғамы, хатта рәхәт йоҡлағанбыҙ. Еңеләйеп килеп торҙоҡ та, сәй эскәс, ҡайтыуға ҡуҙғалырбыҙ тип торабыҙ. – Мәрйәм көлөп ебәрҙе. – Юҡ, Мәхмүт, юҡ. Бүре күренмәне. Тыныс булды. Тауҙан төшәрәк, шылтыратырым. Килеп алһаң, йәтеш булыр ине... Үәт маладис!

– Апайым иң тәүҙә һыйырларының хәлен белешә ул, – тип көлөп алды Флүзә.

– Шулай булмайса. Һыйыр ҡойроғо тейһә, ризыҡҡа тәм инә лә ҡуя шул. Һәүкәшһеҙ булмай. Аллаһтың рәхмәте төшөп, һыйырҙан айырмаһын инде.

Йыйыштырына башланылар. Сүп-сарҙарын усаҡҡа ташлап яндырҙылар. Рюкзактарын артмаҡлап, түбәнләй торған үҙәнгә табан юлландылар.

– Төшөмдө һөйләтмәнегеҙ бит... – тип иҫтәренә төшөрҙө Флүзә.

– Эйе шул...Һөйлә әле...

– Ысын кеүек ап-асыҡ булды ул. Мин Өфө сәнғәт институтында бухгалтер бит ул. Сәнғәт колледжының тамаша залы икән, тим. Ул кеше менән шығырым тулы. Сәхнәлә симфоник оркестр. Мин ғәләмәт матур, иҙәнгә етеп торған итәкле йәп-йәшел күлдәк кейгәнем дә, оркестрға ҡушылып, роялдә уйнайым. Бығаса үҙем бер ҙә ишетмәгән илаһи музыка ағыла. Бармаҡтарым клавишалар буйлап йүгерә лә йүгерә. Музыка тамамланғас, аяғүрә тороп баш эйәм. Эй алҡышлайлар икән, тим, эй алҡышлайлар! Сәхнәгә сәскәләр ташлайлар. Ә мин үҙемде күктең ете ҡатына юлыҡҡан кеүек хис итәм. Шундай бәхетлемен... Матурмы төшөм?..

– Матур, – тиеште ҡалғандар. – Хәйерлегә булыр.

– Бәлки, бәпесләп тә булыр, – тип хискә бирелде Флүзә. – Ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ мөғжизә күрҙек. Йәл, берәүгә лә һөйләп булмай. Ышанмаҫлар ҙа ине...

– Минең дә төшөм ныҡ матур булды, – тип һөйләп китте Әлмира. – Шундайын да мул емеш, йәшелсәле баҡсам бар икән, тим. Барса-барса емештәрем тамылйышып ултыра. Сәскәләрем килеп тороп сағыу, йәшелсәләрем – донъя. Йәшмен. Өҫтөмдә сәскә биҙәкле ситса күлдәк. Уны Өфөнөң аграр институтына уҡырға керер өсөн имтихан бирергә барғанда үҙем тегеп кейгәйнем.

– Һинең төшөң дә матур. Ә нишләп ашнаҡсы булып йөрөйһөң?

Әлмира болоҡһой биреп китте.

– Уҡыуҙы ташларға тура килде шул. Әсәйемнәр бер йылды тана һатып түләнгәйне лә... Үҙҙәре ҡышты һуғымһыҙ сыҡты. Ауылда эш булманы. Ахыр ашнаҡсылар уҡытҡан колледжға инеп уҡыуҙан башҡа сара булманы. Был эшемде лә яратам да ул... Ильяс, урам һепереп, ҡар көрәп йөрөп булһа ла уҡып бөттө. Тотам да артымдан ҡалмай йөрөнө. Арыу кешеләрҙең ипле балаһы. Үҙем дә ғашиҡ булдым. Өйләнештек. Һигеҙ йыл бергәбеҙ ҙә бит... Әллә нишләп буйға уҙа алмайым. Нәҫелебеҙҙә ундай ҡатын юҡ та ул...

– Булыр, – тип Әлмираның һүҙен бүлдерә һалды Мәрйәм. – Һынаған бит инде боронғолар. Күрҙек бит әй теге нурҙы, ҡыҙлар! Ҡойондоҡ бит!

– Ә һинең төшөң, Мәрйәм?

– Минеке ни... Флүзәнең апаһы бит инде мин дә. Минеке лә – сәхнә.

Ауылда музыка мәктәбе бар ине. Яптылар. Шунан ни... Юлдар тормоштоң һис хыялланмаған ағымына алып инде лә китте. Үкенмәйем. Мәхмүт – гармунсы. Байрам һайын клуб сәхнәһенә сығабыҙ ҙа баҫабыҙ. Халыҡ яратҡан була. Флүзәнең ире лә гармунсы. Ул филармонияла эшләй. Түлкә бер яғы бар... Байрам ярата. Сәпәкәй иткәнде, һоҡланғанды, маҡтағанды көтөп кенә йөрөй. Гастролдәрҙә йөрөүе лә йыш.

Һәр өсөһө тормошҡа ашмаған хыялдарын иҫенә төшөрөп, уйсанлана биреп китте. Шулай шул, һин берҙе уйлайһың, тормош үҙенекен итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе үҙе теләгәнсә генә йәшәп китә алмай. Бәхет күбеһенсә яҙмышыңды бәйләгән тормош иптәшеңә лә бәйле. Күнә инде ҡатын-ҡыҙ, ҡалайтһын бүтәнсә. Ҡырағай тарпанды ҡороҡлағаны бирле матриархат тамам, донъяға ир-ат хужа. Яйына тормай булмай. Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттәрҙән күберәк тә. Кем әйтмешләй, сират ҙур.

– Бер уйлаһаң, анауы йыһан нуры беҙҙең тормошҡа ашмаған хыялдарыбыҙҙы алдыбыҙға сығарғандыр ул. Яҙмышығыҙ икенселәй булыуы ихтимал ине тип әшкәртеүгә оҡшаған. Әллә ныҡышымалыраҡ булманыҡмы икән?.. – тип уйланыбыраҡ барҙы Мәрйәм. Шунан һүҙен икенсерәккә бороп ебәрә һалды. – Мынау алтын тамырҙы үрсетеп ебәрә алһам, бизнес асырмын әле. Ә ниңә, төнәтмәһен эшләргә өйрәнеп алаһың да, әйҙә инде, аҡса һуғаһың да ултыраһың. Иш янына ҡуш. Балаларҙы уҡытырға тигән һүҙебеҙ бар Мәхмүт менән икебеҙҙең.

Хушлашыр ваҡыт та етте. Ҡатындар ташлашмаҫҡа, телдәрен тешләп йөрөргә һүҙ ҡуйышып айырылышты.

Әлмира йәнә бер аҙна ауылдарында торҙо ла, Ильясы кил дә кил, ҡуртымға фатир алдым, һин бешергәнде ашамаһам, үҙәгем көйә, тип ашыҡтырғас, Сочиға осто.

Унан Сорғотҡа август уртаһында ғына ҡайттылар. Ильяс отпуск алып, ауылға юлланды. Һуғым хаҡында һөйләшеп, хаҡын белешеп, аҡсаһын түләп килергә булды. Һуғым ваҡытында машина менән ҡайтып алып килер. Иттең тәме малдың ашаған үләненән тора ул. Ят үлән ашаған малдың итен бик өнәмәй Ильяс менән Әлмира.

– Харис менән һөйләш. Һуғышып китмәгеҙ түлкә, – тип киҫәтте Әлмира.

– Ярар, – тип ризалашты Ильяс. – Күҙ күрер. Бәләкәй сағында аҙыраҡ эләккәнгә үҙһүҙле булып ир етте буғай Харис. Күҙ күрер. Мин уға атайым булмам. Әсәйем дә буйлатты аны.

Әлмира ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәләр ябыу менән булашты. Бер көнө һуған турап торһа, күңеле болғанып алды ла китте. Аҙ турағандыр шул ул һуғанды? Былай булғаны юҡ инесе. Бына бер ғәләмәт!

Балконға сығып һауа алмаштырырға булды. Һыуыта. Башҡортостанда әлегә йылылыр. Йәйге сәйәхәттәре иҫенә төштө. Сочиҙағы ялы ла күңелле хәтирәләр ҡалдырған. Бәй, буйында барҙыр ул Әлмираның! Шулайҙыр! Өйөнә инә һалып лакмусын эҙләп алды. Эйе шул! Вәт һиңә йыһан нуры! Компьютерын аса һалып, Мәрйәмгә хәбәр итмәксе булды ла, тыйылды. Алдан һөрәнләп ни. Әйтер әле торараҡ. Ильясына ла ауылдан йөрөп килгәс кенә әйтер.

Теге йыһан нуры тынғылыҡ бирмәне шулай ҙа. Ниндәй мөғжизә булды ул? Интернеттан мәғлүмәт эҙләргә тотондо. Ярай әле, ошо виртуаль селтәр бар. Белмәгәне юҡ ошо интернеттың. Эҙләнә торғас, шундай мәғлүмәткә юлыҡты: Ер Күк менән даими бәйләнештә икән ул. Нур-ҡотоҡ – йыһан каналы тиелгән.

Ерҙә ундай ҡотоҡтарҙың һаны ун алты, имеш. Етәүһе тотороҡло, гел бер тирәгә ағыла, туғыҙы күсеп йөрөүсән, ти ғалимдар. Тигр-Евфрат араһы, Нил йылғаһының үҙәне, Синай ярымутрауы, Фәләстин, Уралда был йыһан ҡотоғо ер менән күкте даими бәйләнештә тота икән...

Белмәһәң бел... Наҙанбыҙ шул. Мөғжизәгә ышанырға ла ҡурҡабыҙ, тип уйлап ҡуйҙы Әлмирә.

Һөйләргәме икән был хаҡта Мәрйәмгә? Әлегә кәрәкмәҫ. Боронғолар был серҙе ерле юҡтан йәшереп һаҡламағандыр. Ваҡыты етер, Мәрйәм уны мотлаҡ кемгәлер тапшырыр.

Ильяс яңылыҡҡа бик шатланды.

– Әйттем бит, ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә яратышырға кәрәк ул, тип. Һин отпуск һайын ауылдан айырыла алмай йонсоноң. Әйҙә, тинем мин һиңә йылы яҡҡа! Әйттемме?

– Әйтә инең дә ул...

– Шулай булғас. Тыңларға кәрәк ирҙе. Тыңларға, Әлмира ханым! – Ильяс шундай ихлас, шаярта-шаярта әллә кем булып йөрөй. Йөрөһөн. Ирҙән башҡа бәпес үҙенән-үҙе яралмай бит. Әлбиттә, Ильясының ирлек кәрен яҡшы белә Әлмира.

Март айында Әлмираның беләгенә бәпесен һалдылар.

– Айнур, Айнур, – тип һөйләшеп алып китте ул улы менән тәүҙән үк. Исем Ильясҡа ла оҡшаны.

Бала табыу йортонан сыҡҡас та Мәрйәмгә шылтыратты.

– Һаумы, Мәрйәм! Шатлығымды һөйләгем килде. Улым бар. Айнур.

– Бына һиңә! – Мәрйәм ныҡ шатланып китте. – Теге ни... Әлмира, беҙҙең дә бәпес бар ул. Ҡыҙ. Нурия тип ататтырҙым. Флүзә әлегә бушанмаған. Ауырлы. Ире менән айырылышып ҡуйҙы. Шыйыҡ булды кейәү, шыйыҡ. Белгәне уйын-көлкө. Әле бер йырсы ҡыҙыҡай менән тора шикелле. Флүзәнең бергә эшләгән дуҫ ҡатыны йәшләй генә вафат булғайны. Тол ҡалған ире алам тип әйтә, ти. Ике балаһы бар. Булһа ни, бала артыҡ булмай бит ул. Һыналған кеше. Никахлаштылар. ЗАГС-ҡа бармағандар әлегә.

...Ауылдарына киләһе йылда ғына ҡайта алдылар. Ҡыуаныс күп ине бейеменең йортонда. Өй бөтөрөп ингәндәр. Харис та өйҙә. Килендәше йөрөй елтерәп донъя көтөп. Ҡайныларының олоғайған көнө хәсрәтле булмаҫ. Айнурҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп шатландылар. Харис, Ильястар ҡайтһа тип, Бөрйән яғынан бура алдырған. Яйлап төҙөп ҡуйырға иҫәбе. Ильясмы инде һалышыр кеше. Мырҙаһын буш итә тиме ни. Матди яғын тотош үҙе күтәрер.

– Уҡлыҡаяға барып киләһе бар, – тине Әлмира Ильясына.

– Унда нимә бар? – тип аптыраны ире.

– Интернет дуҫым...

– Атаҡ, интернетта дуҫ күп булыр ул. Һәммәһе менән дә танышып сығырға итәһеңме?

– Уҡлыҡаялағы Мәрйәм сәскә ата торған алтын тамырҙан төнәтмә яһай. Оҫтарған. Бейемнәргә лә, әсәйемнәргә лә алып биреп китәйем. Һиңә лә кәрәк ул. Эшең ауыр.

– Ярар, барып әйләнербеҙ, – тип ризалашты Ильяс. – Бесән эшен ослап ҡуяйыҡ та...

Әлмира шишмә буйына Айнурын күтәреп төштө. Бик күп серҙәр, хәтирәләр уйылған бит был өйәңкенең тап төбөнә генә. Шишмә үрендәге ҡарт өйәңке үтә лә эйешеп киткәс, берәйһенең өҫтөнә ауып ҡуйыр тип, бысып алғандар. Ә йыуан тамырҙар әле булһа баҫҡыс- баҫҡыс йәйелеп ята. Төпсөк тирәһенән өр-яңы үҫентеләр күтәрелгән. Тәрәнгә киткән тамырҙарҙан ер һуты менән туҡланаларҙыр. Тамырҙар тере булһа, донъяның ҡот-бәрәкәте китмәй ул.

 

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Тамара Ғәниева
Читайте нас: