Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2023, 13:00

Йөрәк йылыһын – яугирҙарға

Иҫке Ишембай (Һул яҡ яр) биҫтәһе халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам йыйҙы. Акцияны урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.

Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға

Был юлы иҫке ишембайҙар быҡтырылған ит һәм башҡа тиҙ иҫкермәй торған аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн аҡса йыйҙы, ҡатын-ҡыҙҙар туҡмас ҡырҡты. Иҫке Ишембай биҫтәһе старостаһы Әнисә Назырова бал алып килде.

- Беҙ туҡмасты бар күңелебеҙҙе һалып киҫтек, - ти әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Хәлиҙә Сәғиҙуллина. - Әле минең туғаным махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның өсөн борсолабыҙ, көтәбеҙ. Барлыҡ хәрбиҙәргә лә үҙҙәренең туғандары һәм яҡындары янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.

- Беҙҙең биҫтә халҡы хәрбиҙәребеҙгә әүҙем ярҙам итә, - ти Иҫке Ишембайҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәйтүнә Ғәлләмова. – Уҙған йылдың октябренән беҙ гуманитар ярҙам йыябыҙ, махсус операция зонаһында булған егеттәребеҙгә ай һайын аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым ебәрергә тырышабыҙ. Әле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре ҡырҡҡан туҡмас ебәрергә ҡарар итте. Хәрбиҙәребеҙ бар күңелебеҙҙе һалып башҡарған аҙыҡтарҙан ауыҙ итһен. Был уларға тәүәкәллек, рухи көс өҫтәһен, тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу өсөн ышаныс бирһен. Беҙ уларҙы яратабыҙ, доғалар ҡылабыҙ һәм көтәбеҙ. Акцияны күтәреп алған һәм әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур
рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Посылкаға ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттар өсөн хат та яҙып һалған: “Ҡәҙерле хәрби, халҡыңдың данлы улы! Һиңә башҡорт еренән ҙур сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк еңеп, тыуған яғыңа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Хәтереңдә тот, һине тыуған йортоңда көтәләр, еңеүгә ышаналар.
Иҫке Ишембай биҫтәһе әсәләре”.

Акцияны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға Ишембай районы һәм ҡалаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы рәйесе Николай Шишков та рәхмәт белдерҙе.

- Һеҙҙең изге күңелегеҙ һәм ҡулдарығыҙҙың йылыһы һалдаттарыбыҙға дәрт өҫтәй, ышаныс бирә. Бындай ярҙамсылары булғанда беҙҙең хәрбиҙәребеҙ мотлаҡ еңеү яулаясаҡ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тип мөрәжәғәт итте Николай Ильич әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға.

Беҙҙең редакция ла акцияға үҙенең бәләкәй генә өлөшөн индерҙе – гуманитар ярҙамды урындағы ветерандар Советына алып барыу өсөн транспорт бүлде. Артабан уны республиканың Афғанстан ветерандары советы вәкилдәренә тапшырасаҡтар. Ә һуңынан инде посылка махсус операция зонаһына оҙатыласаҡ.

 


Автор фотолары.

Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Йөрәк йылыһын – яугирҙарға
Автор:Юлия Новоженина
Читайте нас: