Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2023, 13:00

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ

Скворчиха ауылында урынлашҡан “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығына 2015 йылда нигеҙ һалына. Бында үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы үҫешкән.

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ

Хужалыҡ етәксеһе Александр Привалов һүҙҙәренсә, 2022 йылда иген культуралары уңышы гектарынан уртаса 45 центнер, ә көнбағыш – 14 центнер тәшкил иткән. Урып-йыйыу эштәре ваҡытында тамамланған.

Хужалыҡ ерҙәре Скворчиха, Верхотор, Байғужа, Этҡол ауыл биләмәләре территорияһында урынлашҡан. Алты мең гектар ерҙә борсаҡ, бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз, көнбағыш үҫтерәләр. Йәнә ике гектар ер малға бесән әҙерләү, көтөүлек өсөн ҡулланыла. 570 эре мал бар, уларҙың 276-һы – һауын һыйырҙары, ҡалғандары йәш малдар. Бер һыйырҙан көнөнә яҡынса 40-44 литр һөт һауыла. Шулай уҡ фермала 813 һарыҡ, 115 ат иҫәпләнә. Тиҙҙән һарыҡтарҙың үрсем биреүе көтөлә.

Хужалыҡ автопаркында ике Buller комплексы, алты комбайн, алты Т-150, 11 Беларус тракторы, мал аҙығы йыйыу, бесән әҙерләү техникалары бар.

Александр Зиновьевич билдәләүенсә, дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам булмаһа эре хужалыҡты ҡарау һәм уны үҫтереү күпкә ҡыйын булыр ине. Шуға ла крәҫтиән-фермер хужалығы республика хөкүмәте яғынан агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө грант һәм субсидияларҙы даими ҡуллана.

Алдан билдәләп үтеүебеҙсә, “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы сағыштырмаса йәш предприятие. Александр Зиновьевич ауыл хужалығы менән
хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шөғөлләнә башлай. Александр Привалов күп йылдар тимер юлы транспорты
өлкәһендә эшләй. Ул - тимер юлы транспортының
атҡаҙанған хеҙмәткәре.

- Минең беренсе һөнәрем – ит продукттарын етештереү буйынса технолог. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәш саҡта йүнәлешем буйынса эшләргә теләй инем, әммә тормош мине тимер юлы менән бәйләне. Шуға ла хаҡлы ялға сығыу менән мөмкинселек табып үҙ хужалығымды булдырҙым. Барыһын да ысын күңелдән эшләйем, шуға ла уйлаған уйҙарым, маҡсаттарым тормошҡа ашып тора, - тип уртаҡлаша хужалыҡ етәксеһе.

Александр Зиновьевич билдәләүенсә, хужалыҡтың юғары һөҙөмтәләре артында эшселәрҙең тырыш хеҙмәте ята.

- Хужалыҡта 48 кеше эшләй. Хеҙмәтсәндәрҙең һәр береһен яҡшы һүҙ менән телгә алырға була, сөнки улар үҙ эштәренең барлыҡ нескәлектәрен белә. Алексей Харь, Фәнил Әминев, Азамат Хәйруллин, Ринат Ғәйнуллин, Виктор Якушов, һауынсылар Елена Әминева, Миңһылыу Хөсәйенова, Людмила Глазова, Зоя Ғиззәтова – алдынғы
эшселәр. Беҙҙә урындағы халыҡ ҡына түгел, йөрөп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Верхотор, Яңы Әптек, Кинйәбулат ауылдарынан йөрөүселәр бар, - ти Александр Привалов.

Бөгөнгө көндә эшселәр техниканы ремонтлау, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү менән мәшғүл. Фермала йыл әйләнәһенә һыйырҙарҙы яһалма аталандырыу алып барыла.

Хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Азат Зәйнуллин билдәләүенсә, әле фермала тағы бер быҙау аҙбары, иген келәте һәм силос соҡоро төҙөлә. Хужалыҡтың үҙ һуғым цехы ла бар. Ошо көндәрҙә генә Кинйәбулат ауылында ит эшкәртеү цехы эшләй башлаған. Унда фермерлыҡ продукцияһының киң ассортименты - тултырма, ыҫланған ит, ҡаҙы, билмән етештереләсәк. Яңы мейестәр һатып алынып, ошонда уҡ пекарня ла асылған. Цехта һәм пекарняла Айгөл Хәйруллина, Наилә Паромонова, Әлфиә Ғәлиәкбәрова технолог Ришат Рәхимов етәкселеге аҫтында эш башлаған да инде. 

Александр Зиновьевич райондаштарға яҡшы етәксе булараҡ ҡына түгел, меценат булараҡ та билдәле. Йыл да ул дүрт ауыл биләмәһе халҡына Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтә. Предприятие ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, йыш ҡына төрлө техника менән ярҙамға килә. Һуңғы
күрһәтелгән мәрхәмәтлек проекттары араһында - Кинйәбулат урта мәктәбенә конькиҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға тепловизор, бронежилеттар һатып алыу өсөн матди ярҙам күрһәтелгән. Бынан тыш, Салауат Юлаев исемендәге батальонға ла аҡсалата ярҙам ебәрелгән. 2022 йылда Александр Привалов Скворчиха ауылында ҡуртымға ун ер участкаһы ала. Быйыл унда йәш белгестәр өсөн 10 йорт төҙөлә башлаясаҡ.

- Әйтәйек, Скворчихаға йәш ғаилә күсеп ҡайтып, ошо йорттарҙың береһендә йәшәй башлай. Ғаилә башлығы фермаға тракторсы, ҡатыны һауынсы, йәки мәктәпкә уҡытыусы, ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Улар икеһе лә ауылда ете йыл ярым эшләгән осраҡта – был йорт уларҙың милкенә күсәсәк. Әгәр ҙә ғаиләнән бер генә кеше ауылда эшләһә, уға 15 йыл эшләргә тура киләсәк. Былар барыһы ла ауылдың яҡты киләсәге һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн эшләнә, - тип аңлатты хужалыҡ етәксеһе.

Александр Приваловтың был башланғысы ла уңышлы булыр тигән өмөттәбеҙ. Ул үҙе иһә донъяның имен, тыныс булыуын, баҫыуҙарҙа игендең һәр саҡ яҡшы уңыш биреүен теләй.

 

Һүҙ - хужалыҡ эшсәндәренә

Алексей СЕРЕГИН, мал табибы:

- Фермала йыл ярым эшләйем. Көн һайын  Стәрлетамаҡтан Ишембай районына эшкә килеү миңә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Үҙем сығышым менән Ишембайҙан. Тәүҙә Наумовка ауылындағы тармаҡара колледжда, шунан Өфө дәүләт аграр университетында һөнәри белем алғандан һуң, 1999 йылдан бирле
ветеринар булып эшләйем. Хайуандар бер ваҡытта ла алдамай, изге күңеллеләр, шуға ла улар менән эшләүе миңә оҡшай.

Фәнил ӘМИНЕВ, механизатор:

- “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығында биш йыл эшләйем. Мин малдарға аҙыҡ таратыу өсөн яуаплы. Коллективыбыҙ дуҫ, шаяртып алырға ла яратабыҙ. Эш хаҡы хеҙмәтебеҙгә күрә лайыҡлы. Үҙем мин Әхмәр ауылынан, Ишембайҙа йәшәйем. Көн дә эшкә килеп-ҡайтыу өсөн яҡынса 50 минут ваҡыт китә.

Фәнис ҒӘЙЕТОВ, яһалма аталандырыусы, малсылыҡ буйынса бригадир:

- Элек мин Көҙән ауылында “Лейтер Г.Г.” крәҫтиәнфермер хужалығында, хәҙер бишенсе йыл инде Скворчихала эшләйем. Йәш саҡта малды яһалма аталандырыу буйынса махсус курстар тамамланым. Оҫталыҡ эшләй-эшләй килде. Хәҙер үҙ белемемде ветеринар менән уртаҡлашам. Хужалыҡта һыйырҙар һаны күп, көнөнә 4-5 һыйырҙы яһалма ысул менән аталандырабыҙ.

 


Автор фотолары һәм крәҫтиән-фермер хужалығы архивынан.

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Малсылыҡ – табышлы тармаҡ
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: