Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2023, 12:00

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә “Биләмәне Яңы йылға иң яҡшы биҙәү” конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙы һәм шәхси ихаталарҙы бүләкләү сараһы уҙҙы.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Үҙ номинацияларында халыҡ иҫәбенә ҡарап Йәнырыҫ ауыл биләмәһенең Йәнырыҫ ауылы һәм Скворчиха ауыл биләмәһенең Алаҡай ауылы еңеү яуланы. Уларға 22 мең һәм 18 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырылды.

- “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары бик әүҙем һәм ауыл халҡы йыл һайын “Тораҡ пунктты Яңы йылға иң яҡшы биҙәү” конкурсында ҡатнашып килә. Улар һәр ваҡыт ауылды үҙенсәлекле һәм матур итеп биҙәргә тырыша, - тип уртаҡлашты Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко. – Быйыл да алаҡайҙар әүҙемлек күрһәтте. Берҙәм тырышлыҡ менән боҙ ҡаласығы, ҡарҙан төрлө һындар эшләнде. Күпселек ауылдаштар төп эштәренән һуң килеп ярҙамлашты. Урындағы күл ярында Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм 2023 йыл символы - ҡара ҡуян һындары эшләнде. Бынан тыш, улар боҙҙа карусель да ҡорҙо. Яңы йыл ҡаласығы балаларҙың да, өлкән йәштәге ауылдаштарҙың да яратҡан урынына әүерелде. Конкурсҡа әҙерлек барышында әүҙем ярҙамдары өсөн Юлай һәм Зөбәржәт Насыровтарға, Елена һәм Павел Евдокимовтарға, Гөлсинә Ильясоваға, Флүрә Исламғоловаға, Александр Герасименкоға, Румина Шәрәфуллинаға, Гөлнур Кәримоваға, Рәмилә Каскиноваға, Ләйсән Һөйәрғоловаға, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре – Фәнүзә Тимерова менән Гөлсирә Моратоваға рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ атта йөрөтөү ойошторғандары өсөн Мәғүзә һәм Зөлфир Хәбибуллиндарға ла рәхмәтлемен.

Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы Әрмет ауыл биләмәһенең Түбәнге Әрмет (бүләккә 18 мең һум) һәм Үрге Әрмет (бүләккә 13 мең һум) ауылдары икенсе урын алды. Маҡар ауыл биләмәһенең Маҡар ауылы (бүләккә 14 мең һум) һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһенең Ҡарайған ауылы (бүләккә 10 мең һум) өсөнсө урында булды.

“Шәхси ихатаны Яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында барлығы ете ихата ҡатнашты. Скворчиха ауыл биләмәһенең Юлдаш ауылында йәшәүсе Сөләймәновтар ғаиләһе өсөнсө урын алып, 5 мең һумға эйә булды. Көҙән ауыл биләмәһенең Көҙән ауылында йәшәүсе Минебаевтар ғаиләһе – икенсе (бүләккә 6 мең һум), Урман-Бишҡаҙаҡ
ауыл биләмәһенең Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Сәйфетдиновтар ғаиләһе еңеүсе (бүләккә 8 мең һум) булды.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Автор:Ольга Валитова
Читайте нас: