Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 14:00

Ҡыҙ урлау

Элегерәк – һыуыҡ булһынмы, буран булһынмы – барса йәш-елкенсәк ауылға эркелешә торғайны. Ул саҡтарҙа ауыл ысынлап та үҙ тормошо менән гөрләп тора ине.

Ҡыҙ урлау
Ҡыҙ урлау

Мәликә ҡарсыҡҡа Өфөлә йәшәгән һеңлеһенең ҡыҙы әхирәте менән ҡунаҡҡа ҡайтып төшә. Ҡала ҡыҙҙары – матур, сағыу һәм үткер. Автобуста улар менән Ишембай егете Марат танышып ала.

Клубҡа уйынға сығыр мәл етә. Ҡыҙҙар мунсанан һуң ашыҡмай, иркенләп ял итә бирә. Алыҫтан ҡайтҡан ҡунаҡтар йонсоп та өлгөргәндер инде.

Мәликә әбейҙең йорто алдына Марат килә, ул ҡыҙҙар ишетерлек итеп һыҙғырырға тотона. Мәликә, ҡыҙҙар ҡуҙғалмағас, үҙе сығып китә, арығандар, ял итһендәр инде, тип аңлата ул тынғыһыҙ егеткә.

Мараттың ҡойма аша ҡунаҡ ҡыҙы менән һөйләшеп торғанын урамдан үтеп барған ике егет күреп ҡала. Уларҙың үткерерәге ҡапҡаны асып инеп, Өфө һылыуҡайын ҡосаҡлап та ала. Шул саҡ... ни күрә... ҡосағында Мәликә ҡарсыҡ. Егеттәр көрттә ауа-түнә кеме ҡайҙа йүгерә. Эсен тотоп көлгән әбей саҡ тыныслана.

Өйгә ингәс, Мостай Кәрим әҫәрендәге һымаҡ саҡ урламанылар бит, тип көлгән була.

Был хәлгә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: