Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 12:00

Владимир Путиндан - Рәхмәт хаты

Ишембай егете Максим Королев махсус хәрби операция зонаһында командованиеның хәрби маҡсаттарын өлгөлө башҡарғаны һәм хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Хәрби Көстәренең Юғары главнокомандующийы Владимир Путиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Владимир Путиндан - Рәхмәт хаты
Владимир Путиндан - Рәхмәт хаты

Почетлы награданы яҡташыбыҙға район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тапшырҙы.

Максим Королев хәрби хеҙмәтте 2010-2011 йылдарҙа Ленинград өлкәһенең Каменка ауылында гранатометчик йүнәлеше буйынса үтә. 2012 йылда ул контракт буйынса Мәскәүҙә хеҙмәт итә. Украинала хәрби хәрәкәттәр башланғас, 2015 йылдың декабренән 2016 йылдың майына тиклем Макеевка ҡалаһында ополчениела була. Унда Максим Королевҡа разведчик һәм снайпер һөнәренә өйрәнергә тура килә, сөнки тап ошо хәрби һөнәрҙәр айырыуса талап ителә. Бының өсөн ул махсус әҙәбиәт өйрәнә, иптәштәренән тәжрибә туплай. 2022 йылда Королев разведчик булараҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугир характеристикаһында ошондай һүҙҙәр бар: “Хәрби хеҙмәтте үтәгәндә үҙ белемен һәм оҫталығын байытыуға ынтылды, барлыҡ ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында үтәне”.

- Владимир Путиндан Рәхмәт хаты алыу минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды, - тип йылмая Максим. – Мин башҡалар кеүек үк командование ҡуйған бурыстарҙы үтәнем. 2016 йылда Докучаевск эргәһендә көслө алыш булды, унда иптәштәрем һәләк булды. Мине иһә үлем һәм яралар урап үтте. Ҡурҡыныс, әлбиттә, әммә беҙҙең хәрби бурыс бар һәм уны һәр саҡ иҫтә тотаһың. Махсус хәрби операция зонаһына юлланыусыларға батырсылыҡ аңлы, уйланылған булырға тейеш тип әйткем килә. Уларҙың туғандарына күңел тыныслығы һәм барыһы ла яҡшы булырына ышаныуҙарын теләйем.

Геройыбыҙҙың ҡатыны һәм ике улы бар. Йәштәр 2019 йылда ғаилә ҡора. Әйткәндәй, Максим Николаевич наградланған көндө өсөнсө сабыйын табыу өсөн кәләшен бала табыу йортона алып барған. Максим Королев үҙенең хәрби бурысын тулыһынса үтәп хәҙер Нижневартовск ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй, ғаиләһен тәьмин итә һәм улдарын үҫтерә.


Автор фотоһы.

Автор:Юлия Новоженина
Читайте нас: