Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 18:30

Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Яңы - Һәйет ауылында хәйриә акцияһы уҙҙы.

Был эш күп балалы ғаилә - Зилә һәм Флүр Вахитовтарҙың, уларҙың улдары Фирзәрҙең, Вилнурҙың башланғысы менән башҡарыллы.

- Флүр Насретдин улы инәйҙәргә утын килтереп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаш егеттәрҙең әсәләренә, өләсәләренә ҙур ярҙам күрһәтте. Тыл ветераны Нәбирә инәйҙең өй, мунса, һарай ҡыйыҡтарының ҡары көрәлде, уның ейәне Тимур ҙа алғы һыҙатта. Махсус хәрби операциялағы Динарҙың өләсәһе Рәмзиә Сибәғәтуллинаға һәм Айбулаттың әсәһе, Фидаил менән Сыңғыҙҙың өләсәһе Рәшиҙә Ғөбәйҙуллинға утын килтерелде. Ир - егеттәр бысып ярып торһа, ҡатын - ҡыҙҙар утынды ташып өйөп тә ҡуйҙы, - тип уртаҡлашты Ғәлимә Ишморатова - Беҙҙең ауыл халҡы һәр ваҡыт берҙәм. Бөгөн дә дәррәү итеп ошо акцияға ҡушылған ауылдаштарға инәйҙәр исеменән рәхмәт әйтәбеҙ һәм донъяларҙың тыныслығын теләйбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Ауылдаштар ҙур ярҙам күрһәтте
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: