Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 18:27

Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә

Йолаға әүерелгән «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашыра.

Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә
Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Ишембайҙан 6 йәшлек Йәсинәнең хыялын тормошҡа ашырҙы. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ бөгөн бүләккә реабилитация өсөн Швед стенкаһы алды.

- Ҡыҙыбыҙҙың бөгөн тыуған көнө, уға икеләтә ҡыуаныс булды. Йәсинәгә был ҡоролма бик кәрәкле ине, ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Әлфиә һәм Салауат Аллағужиндар.

 

Автор фотолары

Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә
Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в