Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 14:00

Ҡар өйөмөндә ултырған малай

80-се йылдар аҙағы – затлы, сифатлы кейемгә дефицит булған саҡ. Икенсе класта уҡыған Фәнискә әсәһе үҙенең бер туған ҡустыһының пальтоһын кейергә бирә.

Ҡар өйөмөндә ултырған малай
Ҡар өйөмөндә ултырған малай

Пальто – көрән төҫтә, етмәһә, үҙе оҙон, уңайһыҙ. Малай, кеймәйем, тип ҡыр талаша. Шулай ҙа ата-әсәһе уны нисектер күндерә. Иртән ул күрше ҡыҙ менән уҡырға бер үк ваҡытта сыға. Әлиә шәп-шәп атлап туҡталышҡа табан китә, ә Фәнис арттараҡ тороп ҡала. Бишме-алтымы дәрестән һуң өйөнә ҡайтып килгән ҡыҙыҡай күрше малайҙың ятаҡ алдында ҡар өйөмө өҫтөндә ултырғанын күрһә лә, уның эргәһенән өндәшмәй үтеп китә. Сөнки Әлиә уның холҡон яҡшы белә.

Бер аҙҙан ниндәйҙер кешеләр уның әсәһенә, иртән уҡырға сығып киткән малайығыҙ ҡар өйөмө өҫтөндә ултыра бит, сығып алығыҙ, тип әйтә. Шулай итеп, Фәнис теге көрән, килбәтһеҙ пальтонан мәңгегә ҡотола. Бына ҡайҙа ул принцип тигән төшәнсә! Бөгөн Фәнис – өлгөлө ғаилә башлығы, етәксе, уның хоббиҙары һанап бөткөһөҙ. Ихата тултырып йылҡы, ҡош-ҡорт аҫрай, улдарын лайыҡлы тәрбиәләй.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: