

Ҡышҡы каникулдарҙы файҙалы үткәреү максатында беҙ ҙә Яңы Һәйет ауылы үҫмерҙәре менән көйәнтә эшләү серҙәренә төшөндөк. Мауыҡтырғыс шөғөлдө Камил Мөхәрам улы үҫмерҙәргә ихлас итеп эшләп күрһәтте.
Малайҙар балта тотоп көйәнтә юнып маташтылар. Әлбиттә, был кәсеп балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Көндәр йылыныу менән Камил бабайға тағы ла килеп умартаға рамдар эшләү серҙәрен өйрәнергә тигән маҡсат менән ҡуйҙылар.