Йәмғиәт
6 Января 2023, 06:00

Старостабыҙҙы хөрмәтләп

Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк, тиҙәр бит. Хәҙерге ваҡытта бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙы йәшәтеү һәм йәшәртеү өсөн старосталарға күп көс һалырға тура килә. Ә беҙҙең Аҙнай ауылы старостанан бик уңды!

Старостабыҙҙы хөрмәтләпСтаростабыҙҙы хөрмәтләп
Старостабыҙҙы хөрмәтләп

Заманында ошо бәләкәй ауыл колхоздың бер бригадаһы булып, ошо бригаданы етәкләгәнгәме, әллә үҙенең үҙенсәлеге шулай хәстәрлекле булғанғамы, ҡайҙа, ниндәй етешһеҙлек бар, ҡасан, нимә эшләргә кәрәклеге уның күҙ уңынан ысҡынмай.

Әсәһенең хәстәрлекле улы, юл аша ғына йәшәгәнгә ике донъяны берҙәй итеп алып бара тиһәк, үҙ балаларынан тыш ҡайнағаһының йәтим ҡалған ике ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереүе, бөгөнгө көндә шул балаларҙанда үҙ балаларындай ихтирам һәм иғтибарҙарын, ярҙамын тойоуо ла - ҡасандыр шул балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү һөҙөмтәһе ул.

Бәләкәй генә ейән-ейәнсәрҙәренең магазинға килеп, олатайға бүләккә тип нәмә лә булһа алып, олатайҙарын шатландырырға теләүҙәре уның изгелеклелеге, бала күңелендә лә изгелек эшләргә теләү тойғоларын уята алғанын аңларға була.

Ҡара яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ауылдың төҙөклөгөн, ауылдаштарҙың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн бар көсөн һала, кәрәген хәстәрләй беҙҙең уңған старостабыҙ! Яҙғы-йәйге өмәләр, ике йыл рәттән ошо өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан ауылдаштарын дәртләндереү сараларын да оҫта ойоштороусы ул. "Көҙгө һабантуй" ойоштороп, йәмле Берғамыт ярында уйын-көлкөлө, йыр-моңло ялыбыҙ уның эшенең һөҙөмтәһе.

Ауыл клубында үткән һәр төрлө мәҙәни сараларҙа ла ихлас теләп ҡатнаша: үҙенең ҡабатланмаҫ йырҙарын бүләк итә, сәхнәнән тороп ауылдаштарға изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерә белә.

Шуға күрә тырыш та, уңған да, хәстәрлекле лә ауылдашыбыҙ - УСМАНОВ Ғәлинур Риф улына беҙ үҙ рәхмәтебеҙҙе еткереп, уны матур юбилейы менән ҡотлап уҙырға теләйбеҙ. Алдағы тормошонда ла һүнмәҫ дәрт, һаулыҡ, ғаиләһендә именлек, татыулыҡ теләйбеҙ!


Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм уның уң ҡанаты булған ир-егеттәрҙең изге теләктәрен еткереүсе Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.

 

Старостабыҙҙы хөрмәтләп
Старостабыҙҙы хөрмәтләп
Старостабыҙҙы хөрмәтләп
Старостабыҙҙы хөрмәтләп
Старостабыҙҙы хөрмәтләп
Автор:
Читайте нас