Йәмғиәт
17 Декабря 2022, 12:00

Яңы йыл кәйефен булдыралар

Ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында Яңы йыл ҡаласығы төҙөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә унда боҙ килтерелеп, скульпторҙар төрлө һындар, әкиәт персонаждарын эшләй башланы.

Яңы йыл кәйефен булдыраларЯңы йыл кәйефен булдыралар
Яңы йыл кәйефен булдыралар

Әле үк унда боҙҙан эшләнгән ракета, ҡуян, өкөнө күрергә мөмкин. Ҙур боҙ плиталарына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың һындары төшөрөлгән.

- Үтә һыуыҡта боҙ тиҙ ярылып бара. Бөгөн, мәҫәлән, тышта 14 градус һыуыҡ – был беҙҙең эш өсөн иң уңайлы температура, - тип уртаҡлашты рәссам-скульптор Геннадий Немчиков. – Кемдер электр бысҡыһы менән эшләй, мин иһә ҡырҡҡыс һәм балта ҡулланам. Былтыр боҙҙан ҙур юлбарыҫ һынын эшләгәйнем, әле бына өкөнө эшләп бөтөп торам.

Әйткәндәй, Геннадий Петрович утыҙ йылға яҡын Ишембайҙың Яңы йыл ҡаласыҡтарын булдырыуға үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ был эшкә Рафаэль Ҡадыров, Исмәғил Ғәзизуллин, Фәнил Шаймөхәмәтов, Дим Ғөбәйҙуллин йәлеп ителгән.

- Ишембайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына мөрәжәғәт итеп, ошо матурлыҡҡа һаҡсыл булырға өндәйбеҙ. Ҡайһы саҡ Яңы йыл ҡаласығына килгән үҫмерҙәр боҙ һындарҙы йығып, емереп маташа. Быны ни өсөн эшләгәндәрен улар үҙҙәре лә аңламай бит, - тиҙәр скульпторҙар. – Һәр фигураға, тауҙарға күпме тырышлыҡ һалына. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусыларҙың эшен хөрмәт итәйек, яҡташтар!


Автор фотолары.

Яңы йыл кәйефен булдыралар
Яңы йыл кәйефен булдыралар
Яңы йыл кәйефен булдыралар
Яңы йыл кәйефен булдыралар
Яңы йыл кәйефен булдыралар
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас