Йәмғиәт
28 Ноября 2022, 08:00

ТАБИПҠА – ЙОРТ

“Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә Петровск ауылы дауаханаһының участка табибы өсөн уңайлы шарттар менән тораҡ йорт төҙөлдө. Петровск ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Летунов табип Светлана Собханғоловаға уның асҡыстарын тапшырҙы.

ТАБИПҠА – ЙОРТТАБИПҠА – ЙОРТ
ТАБИПҠА – ЙОРТ

Муниципаль район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡты бүлеү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлеге белгесе Светлана Канюкова белдереүенсә, ауыл табибы өсөн йорт төҙөү проекты федераль, республика һәм муниципаль бюджетан берлектә финанслау ярҙамында тормошҡа ашырыла. 

- Йорт социаль файҙаланыу килешеүе буйынса тапшырыла, - тип аңлатып үтте Светлана Канюкова. – Табип бында биш йыл дауамында йәшәйәсәк, ваҡыт үтеү менән уның өйҙө тәү хаҡының 10 процентын түләп һатып алырға мөмкинлеге бар. Йорт 10 йылдан һуң һатып алынған осраҡта уның хаҡы тәүге хаҡынан бер процент тәшкил итәсәк. Был программа республикала 2020 йылдан бирле эшләп килә. Уҙған йыл Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығына заявка биргәйнек, уны ҡабул иткәс, беҙҙең йорт төҙөргә мөмкинлек барлыҡҡа килде. Подрядсы – Өфө компанияһы. Төҙөлөш июндә башланды, бөгөнгө көнгә торлаҡтың эске биҙәү эштәре тамамланды – унда бөтә уңайлыҡтар булдырылды, коммуникациялар үткәрелде һәм газ ҡорамалдары ҡуйылды. Өйгә күсенергә була. Табиптың ғаиләһе дүрт кешенән тора, шуға ла йорт өс бүлмәле.

- Был минең өсөн көтөп алған ҡыуаныслы хәбәр, - тип ихлас уртаҡлашты Светлана Собханғолова. – Петровск дауаханаһында өс йылға яҡын эшләйем, үҙ эшемде һәм коллективымды яратам. Үҙем Салауаттан күсеп килгәйнем, уңайлылыҡ өсөн хәҙер торлаҡ та булдырылды. Эш графигым ярайһы тығыҙ: төшкә тиклем пациенттарҙы – стационарҙа, аҙаҡ поликлиникала ҡабул итәм. Бынан тыш, ауыр хәлдәге сирлеләрҙең йорттарына ла йөрөйөм. Йортҡа ғаиләбеҙ менән яңы йылға тиклем күсенергә уйлайбыҙ. Ғаиләбеҙ исеменән хөкүмәткә, район хакимиәтенә, төҙөүселәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

- Беҙгә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгәс талап ителә ине, Светлана Собханғолова ауылға эшкә килде, шуға ла беҙ уға торлаҡ асҡыстарын тапшырабыҙ, - ти Петровск ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Летунов. – Юғары квалификациялы табип Светлана Марат ҡыҙын ауылдаштар хөрмәт итә, уға барыһы ла рәхмәтле. Светлана Собханғолова һигеҙ тораҡ пунктын хеҙмәтләндерә. Яңы йортта ғаиләгә уңайлы булыр һәм табип ауыл дауаханаһында оҙаҡ йылдарға эшкә ҡалыр, тип уйлайым. Яҙын йорттоң тирәяғын төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ.


Автор фотолары

ТАБИПҠА – ЙОРТ
ТАБИПҠА – ЙОРТ
ТАБИПҠА – ЙОРТ
Автор:Ольга Валитова
Читайте нас