

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Ишембай телевидениеһының “Сәләм” тулҡындарында “Йырлы бүләк” тапшырыуы. Һеҙҙең менән Хәнә Мәҡсүтова”, тип һәр шәмбе сәләмләй ул зәңгәр тулҡындар аша үҙ тамашасыһын. Ҡотлауҙар тапшырыуынан тыш, “Атайсал”, “Ни хәлдәһең, яҡташ?” тапшырыуҙары ла сыға. Уларҙың ни тиклем
уңышлы төшөрөлөүе тураһында телевидениеның Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөндә яҙылған комментарийҙарға ҡарап та баһаларға мөмкин.
“Афарин, Хәнә Әхмәт ҡыҙы! Һәр тапшырыуығыҙҙы көтөп алабыҙ. Сөнки һәр береһендә ҡәҙерле яҡташтарыбыҙҙың тормошо сағыла... Беҙҙең яҡтарға ла килеп сығығыҙ, йәме! Көтәбеҙ һеҙҙе”, - тип яҙа Рәшиҙә Шәмсетдинова. “Тапшырыуҙы ҡараным, бик оҡшаны. Иң тәүҙә ҡурай моңо солғанышындағы хозур тәбиғәтебеҙҙе ҡарап һоҡландым. Оҫта эшләнгән! Артабан Илнур менән таныштыҡ. Тапшырыуҙың аҙағына инде ул бик яҡшы танышҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Әйтерһең, күп йылдар һөйләшеп, аралашып йөрөгәнбеҙ. Сөнки һеҙ тапшырыуҙы ябай, халыҡсан, тамашасы яратып ҡарарлыҡ итеп алып бараһығыҙ. Афарин, Хәнә апай! Афарин, Илнур! Шундай яҡташтар булыуына мин бик шатмын”, - тип яҙа Фәрзәнә Ғиззәтуллина. Һәр видеояҙманы унышар мең кеше ҡарауы ла уларҙың тамашасы тарафынан кәрәкле булыуы тураһында һөйләй.
Хәнә Мәҡсүтованы беҙ телгә бай, үткер ҡәләмле, тәрән фекерле, оҫта журналист булараҡ күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бит ул утыҙ йыл тормошон балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған юғары категориялы уҡытыусы. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын “Нефтсе” совхозы мәктәбендә башлай, егерме йыл балаларға белем бирә. Ҡаланың 1-се гимназияһы директоры саҡырыуы буйынса был уҡыу йортона эшкә күскәс “Нефтсе” совхозы балалары, ата-әсәләр уның яңынан үҙ мәктәбенә эшкә ҡайтыуын һорап ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә. Хәнә Әхмәт ҡыҙы 1-се гимназияла – биш, Перегонный ҡасабаһында өс йыл эшләгәндән һуң ҡаланың 3-сө мәктәбенә эшкә күсә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә коллегалары араһында хөрмәт яулаған, уҡыусыларҙа йыр, шиғриәт аша телгә һөйөү тәрбиәләгән, бергәләп төрлө спекталдәр ҡуйған уҡытыусы була. Уның уҡыусылары һәр ваҡыт район, республика олимпиадаларында, конкурстарҙа еңеүселәр рәтен тулыландыра.
- 1-се гимназияла эшләгәндә бер рус уҡыусым ҙур теләк менән башҡорт теле дәрестәрен тыңлап ултырыуы хәтерҙә. Йылдар үткәс Санкт-Петербург ҡалаһы урамдары буйлап китеп барғанда ҡаршыма бер оҙон буйлы, сибәр егет йылмайып килеп, “Хана Ахметовна, добрый день. Очень рад Вас видеть! Вы меня помните?” тип һораны. Был теге уҡыусым булып сыҡты. Баҡтиһәң, СанктПетербург ҡалаһында юғары белем алып, журналист булып эшләп йөрөй икән, - тип хәтерләй Хәнә Әхмәт ҡыҙы. Бындай осрашыуҙар, уҡыусыларының тормошта үҙ юлдарын табыуҙары тураһындағы иҫтәлектәр геройыбыҙ тормошонда бик күп.
Хәнә Әхмәт ҡыҙы телевидениеға осраҡлы ғына килеп эләккән кеше түгел. Студент йылдарында ике йыл тележурналистика курсын тамамлай ул. Йылдар үткәс тап
күңеле ҡушыуы буйынса тележурналист булып китә.
- 2013 йылда Ишембайҙағы “АРИС” телевидениеһына эшкә килдем. Тупһанан уҡ танып, Динә Мурзина миңә: “Хәнә апай, һеҙҙең кеүек кеше беҙҙең коллективҡа күптән кәрәк ине!” тип ҡаршы алып, ҡулға микрофон тоттороп ҡала мәҙәниәт һарайына сараға ебәрҙе. Беренсе тапҡыр интервью алыу, стендап яҙҙырыуҙарым әлегеләй хәтерҙә. Үҙенсәлекле, тамашасыға ҡыҙыҡлы булһын тип боҙ тауҙан шыуып төшөп, кәрәк икән атҡа атланып йә ремонт барған ҡыйыҡ башына менеп һөйләйем, - тип йылмая Хәнә Әхмәт ҡыҙы. – Минең тапшырыуҙарым, сюжеттарым геройҙары – ябай ауыл кешеләре. Улар үҙҙәренең ябайлығы менән бөйөк, тәрән ихтирамға лайыҡ кешеләр. Яҡташтарымды шулай күтәреп алып, данлай алыуым менән бәхетлемен.
“Ни хәлдәһең, яҡташ?” тапшырыуын Хәнә Әхмәт ҡыҙы өс йыл элек уйлап таба. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан – 24, “Сәләм” каналдары ла күтәреп алып, эфирға ҡуя башлай. Ә бит был каналдарҙы бөтә республика һәм яҡын-тирә төбәктәр халҡы ҡарай. “Сәләм” каналы директоры Айгөл Әхмәҙиева һүҙҙәренсә, Ишембай телевидениеһының тапшырыуҙары иң уңышлыһы, иң матуры.
– Әлдә эшем бар, тип шөкөр итәм. Беҙҙең эш арый торған түгел. Арыйһың икән, тимәк, һин һөнәреңде яратмайһың. Эш сәғәтебеҙ киске алтыла ғына бөтмәй. Ҡайһы берәүҙәр, ғәҙәттә, микрофондан, камеранан ҡурҡып интервью бирмәйем тип баш тарта. Шуға ла кеше күңеленә юл табырға, әүрәтергә кәрәк, - тип уртаҡлаша журналист.
Хәнә Әхмәт ҡыҙынан күңелендә уйылып ҡалған тапшырыу, геройҙар тураһында ла һорашам.
- Йәнырыҫ ауылында тыуып-үҫкән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә был фани донъянан киткән яҡташыбыҙ Таһир Мөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Атайсал” сығарылышы иң уңышлыһылыр. Ғөмүмән, “Атайсал”да беҙ халыҡ өсөн изгелек ҡылған кешеләр тураһында төшөрәбеҙ, ауылдаштары, яҡташтары фекерен ишетәбеҙ. Геройҙың үҙен иһә студияға саҡырып әңгәмәләшәбеҙ.
“Ни хәлдәһең, яҡташ?” тапшырыуынан Иҫәкәйҙән Әлфир Дауытов тураһындағы сюжет күңелемдә һаҡлана. Бөтә геройҙарымды ла йөрәгем аша үткәрәм. Улар менән тапшырыу сыҡҡандан һуң да бәйләнеште өҙмәй, социаль селтәрҙәрҙә аралашып торабыҙ.
Ишембай телевидениеһы етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев Хәнә Әхмәт ҡыҙының һәр идеяһын хуплап, дәртләндереп тора. Башҡорт студияһында Хәнә Мәҡсүтова - редактор, Милә Мәзитова хәбәрсе булып эшләй. Башҡорт телендә яңылыҡтар сығарылышы аҙнаһына бер тапҡыр шаршамбы көндө сыға.
Хәнә Мәҡсүтова бер йыл “Торатау” гәзите хәбәрсе булып та эшләп өлгөрә. Редакцияла эшләгән осорҙа мәҙәниәт, мәғариф өлкәһен яҡтырта, коллектив менән район ауылдарында уҙғарылған “Гәзиткә яҙылыусы көндәре”ндә ҡатнашып, баҫманы уҡымышлы мәҡәләләре менән байыта.
Тормош иптәше Исфар Бәхтегәрәй улы менән матур тормош юлын үтә улар. Өлкән ҡыҙы Динара - Санкт-Петербург ҡалаһында, кесеһе Гөлнара Өфөлә йәшәй. Шуға ла Ишембай – Өфө, Ишембай – Санкт-Петербург юлын йыш тапай Хәнә апай. Тыуған ауылы Һарғайына ла форсаты сыҡҡан һайын ҡайтып әйләнә. Ауылдаштары тураһында сюжеттар зәңгәр тулҡындарҙан өҙөлмәй. Тыуған
яғына һөйөүен шулай күрһәтә журналист.
Хеҙмәттәшебеҙгә эшендә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеп, сағыу, һүнмәҫ тәьҫораттар солғанышында йәшәүен теләйбеҙ.
Автор фотоһы һәм Хәнә Мәҡсүтова архивынан.