

Беренсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдашыбыҙ Галин Айбулат, Этҡол ауыл биләмәһенән саҡырылған яҡташтарыбыҙ, күрше Хажы ауылынан алынған Иректең, ғөмүмән унда ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарҙың да имен-аман тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, яу яланында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың рухтарына бағышлап ҡөръән аяттары уҡып, доғалар ҡылдыҡ.
Ошо яуға киткән уландарыбыҙға тип ярҙам фондына үҙ өлөшөн кереткән һәр берегеҙҙең хәйер саҙаҡаларына ла, ауылыбыҙ зыяраттарында ерләнгән мәрхүм-мәрхүмәләребеҙ өсөндә, илебеҙгә, еребеҙгә тыныслыҡ килеүен теләп тә изге доғалар ҡылынды.
Матур, фәһемле сараларҙы ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары тырышлығы менән әленән әле үткәреп торабыҙ. Бөгөн йыйылыуыбыҙҙың икенсе өлөшө Әсәйҙәр көнө хөрмәтенә булды. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа тәртипле һәм тәрбиәле әсәйҙәр йәшәй. Һәр береһе үҙ балаһын үҙе баҡҡан, ә олоғайған әсәйҙәр балаларынан изгелек күреп, уларҙың ҡәҙер хөрмәтендә рәхәтләнеп йәшәй. Кемде генә алма, ҡайһы ғына йортҡа туҡтама, Аллаға шөкөр, әсәләре балаларым тип өҙөлөп торһа, балалары әсәйҙәре өсөн атлығып тора.
Артабанда шулай ҡәҙер-хөрмәттә, балаларығыҙҙың иғтибарында йәшәргә яҙһын һәр бер әсәгә!
Алфира апа ҡарттар йортонда эшләгән ваҡытты иҫкә алып, шул йортҡа эсеп, туҙып йөрөгән, ҡартайғас бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған йә инде бөтөнләй йәшәр ере булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың урынлашыуына йәне көйөп әйтте. Уны һүҙҙәренсә итәк тултырып балалар үҫтергән, ал-ял белмәй эшләгән әсәйҙәргә кәрәк ул ошондай йорттар. Аллам һаҡлаһын, үҙ аяғында йөрөгән, аҡылы булған, бигерәк тә үҙен бағыр балалары булған әсәйҙәр унда нишләһен, тәүбә-тәүбә тип һөйләшкәнебеҙгә хәҙер байтаҡ йылдар инде, шулайҙа шул һөйләшеү онотолмай...
Хөрмәтле әсәйҙәр! Артабан да балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, тән сихәте, йән рәхәтендә тәрән ҡартлыҡҡаса һау-сәләмәт булып, кинәнеп йәшәгеҙ!