Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 21:40

Йәндәре йәннәттә булһын...

Ишембайҙар үҙҙәренең батыр ир-егеттәрен һуңғы юлға оҙатты

Йәндәре йәннәттә булһын...
Йәндәре йәннәттә булһын...

24 ноябрҙә Ишембайҙа һәм Этҡол ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Фидан Шафиҡов һәм Тәлғәт Кинйәбуҙов менән бәхилләштеләр. Яҡташтарыбыҙ менән хушлашыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрлы урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы, яугирҙарҙың туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

- Хөрмәтле Радик Марат улы, Рузалия Тимерхан ҡыҙы, бөтә республика халҡы исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бөгөн беҙ ысын батырҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ, - тине Ирек Сәғитов.

Фидан Радик улы 1995 йылдың 7 майында Ишембайҙа тыуған. Ҡаланың 3-сө мәктәбен тамамлап, һөнәри белемде Ишембай һөнәрселек колледжында ала. Хәрби хеҙмәтте 2014-2015 йылдарҙа үтәй. “Гвардия” билдәһе менән наградланған. Әрменән һуң Ишембай районының мәғариф идаралығында методист булып эшләй. Хеҙмәттәштәре һүҙҙәренсә, үҙен яуаплы, иғтибарлы, ғәҙел хеҙмәткәр итеп таныта. 6 ноябрҙә махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Фидандың ата-әсәһе – Радик Марат улы менән Рузалия Тимерхан ҡыҙына хәрби
бурысын үтәгәндә ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Тәлғәт Кинйәбуҙов менән хушлашыу уның тыуған ауылы - Этҡол мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Тәлғәт Юлай улы 1995 йылдың 13 декабрендә тыуған. Ауыл мәктәбен
тамамлағандан һуң 2009 йылда Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжында белем ала. 2013-2014 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә. 26 сентябрҙә махсус хәрби операцияға саҡырыла. 6 ноябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Тәлғәттең туғандары һүҙҙәренсә, мәктәптә ул яҡшы уҡый, дуҫтары күп була, милли көрәш менән шөғөлләнә. Әрменән һуң себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләй.

Ирек Сәғитов Тәлғәттең ата-әсәһенә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.



Авторҙар фотолары.

Автор:Гөлназ ЮЛАЕВА. Юлия НОВОЖЕНИНА.
Читайте нас в