Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 17:00

Водителдәр, һеҙ, тәү сиратта – ата-әсәләр!

Көнъяҡ биҫтәһе 2-се поликлиника үткәүелендә ҡаланың 19-сы мәктәбенең 8-се «А» класс уҡыусылары Рәсәй Эске Эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Ишембай районы буйынса идаралығы инспекторы, полиция лейтенанты Ратмир Ишемғолов менән берлектә «Йәйәүлене күрәбеҙ» акцияһын ойошторҙо.Бөгөн, ҡар яуып торған көндә, йәш инспекторҙар водителдәргә, йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрткестәр һәм яҡтылыҡты кире ҡайтартыусы элементтар таратты.

Водителдәр, һеҙ, тәү сиратта – ата-әсәләр!
Водителдәр, һеҙ, тәү сиратта – ата-әсәләр!

Ратмир Рафиҡ улы белдереүенсә, уҡыусы балалар менән берлектә үткән саралар һөҙөмтәле була – йәш инспекторҙарҙан иҫкәртеү алған ололар ысынлап та үҙҙәрен юлда һаҡ тоторға тырыша.

Бына нимә тип әйтелә водитель ата-әсәләргә уларҙың иҫкәрткестәрендә:

- Ата-әсәләр, йәйәүлеләргә ҡағылған ҡағиҙәләрҙе етди үтәү – үҙ балаларығыҙ өсөн иң шәп өлгө, хәүефһеҙлеккә һәм иҫәнлеккә нигеҙ.
- Иҫтә тотоғоҙ, ошо ваҡытта ҡайҙалыр һеҙҙең балағыҙ ҙа юл аша сыға.
- Балаларығыҙҙың юлдағы ҡылығы өсөн һеҙ яуаплы!

 

Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в