Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь , 09:00

Хөрмәтле һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Һалым йыйыу юғарыраҡ булған һайын бюджет байыраҡ та булыуы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Бюджетты тулыландырыу ҙур яуаплылыҡ талап иткән һәм
мөһим эш. Граждандарыбыҙҙың йәшәү кимәле, сифаты, иҡтисадтың үҫеше унан тора.

Үҙәге Ишембайҙа булған 25-се район-ара һалым инспекцияһы республиканың 4 ҡалаһынан һәм 6 районынан һалым түләүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Бында яуаплы, ғәҙел белгестәр эшләй. Тупланған тәжрибәгеҙ, эшегеҙгә тоғролоҡ, көндәлек практикала алдынғы технологияларҙы ҡулланыуығыҙ артабан да Федераль һалым хеҙмәте алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итергә ярҙам итер,тип ышанам. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм артабанғы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

 

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас в