Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь , 14:00

Фильмды алҡыштар менән ҡаршылайбыҙ!

Ҡала мәктәптәрендә тәүге тапҡыр 112-се башҡорт кавалерияһы дивизияһы тураһында “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” тип исемләнгән виртуаль экскурсия ойошторолдо.

Фильмды алҡыштар менән ҡаршылайбыҙ!
Фильмды алҡыштар менән ҡаршылайбыҙ!

Фильм авторы – тарих фәндәре кандидаты Марат Тикеев “Бастион” илһөйәрлек тәрбиәләү клубы автоном ирекле булмаған ойошманы етәкләй. Клуб әлеге мәлдә төрлө йүнәлештәге виртуаль экскурсияларҙы төшөрөү менән шөғөлләнә.

- Әйтергә кәрәк, беҙ бындай сараларҙы йыл буйына үткәрҙек. Балаларға фильм-экскурсияларҙы VR-күҙлектәрҙә күрһәтәбеҙ, - тип ихлас уртаҡлашты Марат Данис улы. – Ошо ваҡыт эсендә уҡыусыларҙы Ватан космонавтикаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарихы менән таныштырып өлгөрҙөк. Был экскурсиялар “Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе” проект сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Саралар тик урындағы тарихи ваҡиғаларға бәйле.

Марат Тикеев белдереүенсә, “Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе” проекты “Башҡортостан сода компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең грант ярҙамы арҡылы тормошҡа ашырыла. Аңлашыла, бындай сараны ойоштороу өсөн техник базаның ныҡлы булыуы ла мөһим.

- “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” фильмына килгәндә, был тема миңә төрлө яҡлап та яҡын. Был хаҡта виртуаль эскурсия төшөрөү идеяһы яҡынса өс йыл элек барлыҡҡа килгәйне, - тип дауам итте һүҙен тарихсы. – Әсәйем яғынынан олатайым Йәләлетдин Исхаҡов – ошо 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының ветераны ине. Ул тап Обливская станицаһында яраланып, тыуған яғына ҡайтҡан. Олатайым үҙенең полк командиры Макаев тураһында гел матур иҫтәлектәр һаҡланы. Шулай уҡ, Димдә аттар уйнаттыҡ, тип хәрби күнекмәләр тураһында йыш һөйләр ине. Ә Рәсәй геройын – генерал Шайморатовты ғүмер буйына иҫкә алды, уны ныҡ хөрмәт итте.

Марат Тикеев тамашасылар аудиторияһына был виртуаль турҙы өс ай буйы әҙерләй. Эш барышында ул Бөйөк Ватан һуғышы документтарына һәм кинохроникаһына нигеҙләнә. 25 минут дауамындағы фильм башҡорт дивизияһының Өфөнөң Дим биҫтәһендә ойошоуынан алып Миңлеғәле Шайморатовтың вафат булған еренә тиклем һүрәтләй. Бының өсөн Марат Данис улы шәхсән үҙе Донбасҡа тиклем барып етә.

- Хәҙер замана балаларын тарихҡа йәлеп итеүе еңелдән түгел. Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ, ҡулдарында гаджет булған уҡыусылар мәғлүмәтте интернет селтәрендә тиҙ генә таба ала, - тип асыҡлап үтте ғалим. - Тарихыбыҙҙы ошо рәүештә өйрәтеү, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың аң-белемен арттыра. Артабан китапханаларға барып үҙ аллы эҙләнеү өсөн этәргес булып тора.

Бөгөнгө көнгә “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” виртуаль экскурсияны күрһәтеү Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында һәм 3-сө мәктәптә ойошторолдо. Ысынында, уҡыусылар уны ҙур алҡыштар менән ҡабул итте, хатта фильмға ҡарата ышаныс белдермәгән балалар ҙа аҙаҡ авторға үҙҙәренең ыңғай уй-кисерештәрен белдереп үтте.

- Тарих тураһындағы мәғлүмәтте ошондай форматта үҙләштереп була, тип һис уйламағайным, - ти 2-се башҡорт гимназия-интернатының шайморатовсылар класы уҡыусыһы Рамазан Хәбиев. – Әсәйем – Ейәнсуранан, атайым – Көйөргәҙенән. Уларҙың тыуған яғынан да күп геройҙар, яҙыусылар һәм ғалимдар сыҡҡан. Бына шулар тураһында ла ошондай фильм-экскурсия төшөрөргә ине.

Тарих фәндәре кандидаты Марат Тикеев белдереүенсә, бындай типтағы проект артабан да дауам итәсәк – алда беҙҙе Александр Матровсов һәм Муса Гәрәев тураһында фильм көтә. Шул уҡ ваҡытта Өфө тарихын да виртуаль экскурсияла күрербеҙ, тип ышанып ҡалабыҙ. Автор был хаҡта беҙгә вәғәҙә бирҙе, уға уңыштар юлдаш булһын!


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в