Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 11:00

Эше, тормошо менән бәхетле

21 ноябрь - Рәсәй Федерацияһының Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Эше, тормошо менән бәхетле
Эше, тормошо менән бәхетле

Зөлфиә ВӘЛИЕВА Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһында 2-се һанлы камераль тикшереүҙәр бүлеге начальнигы булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен талапсан, эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған белгес итеп таныта.

Ҡариҙел районында тыуып үҫкән ҡыҙ ауылдағы мәктәптә 8-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Әсәһе уның тырышлығын, ҡағыҙҙар менән эшләргә, математиканы яратҡанын күреп, Өфөгә финанс-иҡтисад техникумына уҡырға инергә тәҡдим итә. Атаһы - баш бухгалтер, әсәһе медицина хеҙмәткәре була. Ун биш йәшлек ҡыҙ Өфөгә юллана. Техникумды тамамлап, ҡулына диплом ала. Йәш белгесте 1988 йылда БР Финанс министрлығынан йүнәлеш буйынса Ишембай ҡалаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Унда район исполкомының финанс бүлегендә йәш белгестәр өсөн бер урын барлығы билдәле була. Шулай итеп Зөлфиә Әғдән ҡыҙы тәүге тапҡыр Ишембайға юллана һәм исполкомға ревизор-инспектор булып эшкә урынлаша. Зөлфиә Вәлиева эш башлағандың икенсе көнөнә үк уны Маҡар урман хужалығына килем һалымын тикшереүгә ебәреүҙәрен әле булһа онотмай.

1990 йылда Ишембай районында һалым инспекцияһы булдырыла, йәш белгесте унда эшкә күсергә саҡыралар. Әлбиттә, начальнигы уны ебәрергә теләмәй, шулай ҙа Зөлфиә Әғдән ҡыҙы яңы хеҙмәт урынында үҙен һынап ҡарарға итә. Ситтән тороп Башҡорт аграр университетының иҡтисад факультетында белем ала. Бөгөнгө көндә ул 2-се һанлы камераль тикшереүҙәр бүлеге начальнигы булып эшләй, шәхси эшҡыуарҙарҙы администрирлау һәм 3 НДФЛ формаһы буйынса һалым тикшереүҙәре менән шөғөлләнә. Йәғни физик шәхестәрҙән торлаҡ, социаль милеккә һалым ҡайтармаһы менән шөғөлләнә.

2013 йылдан Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы көньяҡ райондың дүрт һалым инспекцияһын берләштерә. Хәҙер уның белгестәре 100 муниципаль берәмекте, шул иҫәптән, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларын хеҙмәтләндерә. Күгәрсен, Мәләүез, Ишембай, Ейәнсура, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында урынлашҡан тораҡ пункттар ҙа ошонда ҡарай.

- Беҙҙең бүлек ҙур, татыу. Коллективта үҙ һөнәрен яратҡан профессионалдар ғына эшләй. Инспекция барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла алдынғы урында килә. Шуға ла 3 НДФЛ формаһы буйынса декларация Башҡортостанда иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Халыҡ аҡсаны ваҡытында ҡайтарһын өсөн бар документтарҙы ла сифатлы итеп башҡарырға тейешбеҙ. Граждандарға һалым ҡайтармаһы буйынса эш күләме лә ҙур. Вазифа яуаплы ла, ауыр ҙа булыуына ҡарамаҫтан, эшем миңә бик оҡшай. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү миңә ҡәнәғәтлек килтерә, - ти Зөлфиә Әғдән ҡыҙы.

Зөлфиә Вәлиеваның дөйөм хеҙмәт стажы 34 йыл. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн өлгөлө белгес Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул татыу, яратҡан ғаиләһе менән һоҡланыуын йәшермәй. Ишембайға эшкә урынлашҡас, Наил Рауил улы менән танышып ғаилә ҡоралар. Эльвина һәм Алина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Улар мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап БДУ-ның иҡтисад факультетында белем ала. Вәлиевтар иркен шәхси йортта йәшәй, баҡсала емеш-еләк үҫтерә. Туғандары менән аңлашып, аралашып йәшәйҙәр. Зөлфиә Әғдән ҡыҙы менән Наил Рауил улы - туризмды үҙ иткән ғаилә. Йыл һайын тиерлек Ағиҙел буйлап һалда йөҙәләр. Башҡортостандың сағыу тәбиғәт ҡосағында, турбазаларҙа булырға яраталар.

- Беҙҙең төп бурыс – һалым түләүселәргә ҡарата иғтибарлы ҡараш булдырыу. Беҙ уларҙан нимә талап иткәнде, шәхси кабинеттар, декларацияны нисек тултырыу тураһында аңлата белергә тейешбеҙ. Форсат менән файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Һалым органдары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт мәнфәғәте өсөн эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, бәхет, именлек, барлыҡ эштәрендә һәм башланғыстарында уңыштар теләйем! - ти ул.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в