Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2022, 14:00

Ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып

Бурансы биҫтәһенең ярҙамсыл, киң күңелле старостаһы Сания Ибәтуллина әүҙем йәмәғәт эше алып бара. Был вазифала өс йылдан ашыу ғына эшләһә лә, уны бик уңышлы башҡара.

Ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып
Ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып

Староста – урындарҙа үҙидара органдарының беренсе ярҙамсылары. Ауылда төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибен урынлаштырыу, спорт һәм мәҙәни саралар ойоштороуҙы башлап йөрөүсе лә улар. Бығаса төрлө йәмәғәт эштәрен биләмә башлыҡтары менән бергә, халыҡты йәлеп итеп башҡарған булһалар, быйылдан старосталарҙың вәкәләттәре арттырылды. Улар ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерә ала. Старосталар ауыл Советы ултырышында кәңәшләшеү тауышына эйә.

- Беҙҙә клуб йәки башҡа урын булмағанлыҡтан, йыйылыштар туҡталышта үтә. Бурансы биҫтәһе халҡының интернет селтәрҙәрендә чаты, төркөмө булдырылды. Унда белдереүҙәр, башҡарылған эштәр тураһында барыһы ла бар. Бурансы халҡы әүҙем, бер саранан да ситтә ҡалмай, - ти Сания Мозафар ҡыҙы.

Сания Ибәтуллина оҙаҡ йылдар «Ишембай ойоҡ фабрикаһы»нда тегеү ҡорамалы операторы булып эшләй. Шуға ла тегергә, бәйләргә ярата. Тормош иптәше Азамат Әнүәр улы - Афған һуғышында ҡатнашҡан, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Уның вафат булыуына ла дүрт йыл була. Ибәтуллиндарҙың өс балаһы ла юғары белемле, тормошта үҙ юлын тапҡандар. Староста вазифаһында йәшәгән еренә битараф булмаған, көн тип, төн тип тормай, йорт эштәрен ташлап, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ауылы һәм ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Сания апай тап шундайҙар иҫәбенән. Ул биҫтә халҡының тын алышын белеп тора, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, яңыраҡ Рәмзиә Манаева бауырһаҡ әҙерләү буйынса мастер-клас күрһәткән. Был тәмлекәстәрҙе Ырымбурға сәйәхәткә барғанда күстәнәс итеп алғандар.

Бурансылар төрлө өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Перегонный менән Бурансы араһында төҙөлә башлаған мәсеткә ярҙам итеү, биләмәне таҙартыу кеүек эштәрҙе дәррәү башҡаралар. Етмеш йәштән үткәндәрҙе тыуған көндәре менән ҡотлауҙы ла үҙ өҫтөнә алған староста. Вафат булғандарҙың ғаиләләренә лә аҡсалата ярҙам күрһәтелә.

Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, бағыусыларҙан һәм халыҡтан аҡса йыйып мемориаль таҡта әҙерләнгән. Уны асыу киләһе йылға планлаштырыла. Бурансыларҙың планында биҫтәлә аллея булдырып, унда ағастар ултыртыу, шулай уҡ Муса Гәрәев урамына асфальт түшәп бөтөү.

Сания Мозафар ҡыҙы әйтеүенсә, биҫтә халҡы «Һалдаттарға ойоҡбаш» акцияһына әүҙем ҡушылған. Әле алтмышлап пар ойоҡ бәйләнгән. Йөн изделиялары менән бағыусылар ярҙам иткән. Бынан тыш һалдаттарға дарыу алыу өсөн аҡса йыйыу ҙа ойошторолған.

- Беҙҙе хуплаған, матди яҡтан ярҙам күрһәткән, бар оҫталыҡтарын һалып ойоҡбейәләй бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Тиҙҙән посылка хәрбиҙәргә юлланасаҡ, - ти Сания апай.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в