Беҙ инициатив төркөмдөң етәксеһе – Илнур Зәйнуллин менән бәйләнешкә индек. Ул, оҙон юлда булыуына ҡарамаҫтан, әңгәмәләшеүҙән баш тартманы.
- Был акцияға бөтә Ишәй ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды. Йыйылған аҡсаға егеттәргә көн дә кәрәкле әйберҙәр алырға тырыштыҡ, - тип һүҙ башланы Илнур. – Мобилизацияланғандарға тактик бирсәткәләр, эске термо-кейем, ҡышҡы йылы итектәр, портатив газ плиталары, аптечкалар, йылытылған келәмдәр, рациялар, пауэр банктар, йоҡо тоҡтары алып барып тапшырҙыҡ. Был саранан ауыл инәйҙәре лә ситтә ҡалманы – улар яҡташтарға йөн ойоҡтар бәйләп биреп ебәрҙе.
Илнур Зәйнуллин был бурысты Илдар Сәғәҙәтов һәм Ишәй ауылы Советы депутаты Артур Заһиҙуллин менән берлектә атҡарып сыҡты. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Ишәйҙәрҙе Пензала ҡаршы алған егеттәр ҙә үҙҙәрен бер аҙға тыуған яҡтарына ҡайтҡандай хис итте. Ишәй ауылы инициатив төркөмөнөң бындай изге эштәре артабан да дауам итәсәк.
Илнур ЗӘЙНУЛЛИН фотоһы.