Йәмғиәт
9 Ноября 2022, 11:00

Изге күңелдән!

Этҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - ҒАРИФУЛЛИН Рәфҡәт Рауил улы 55 йәшлек юбилейын билдәләй!

Изге күңелдән!Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Ауылдың абруйлы ғаиләләренең береһе - ябай колхозсылар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә ул. Уңған, татыу Кәримә менән Рауил Ғарифуллиндар ҡыҙ-улдарын үҙҙәре өлгөһөндә эшкә өйрәтеп үҫтерә.
 
Рәфҡәт Этҡол мәктәбендә урта белем ала. Мәктәп йылдарында уҡ ойоштороу һәләте, юғары һөҙөмәләргә өлгәшеп уҡыуы менән айырылып тора. Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлағас, әрмегә алына. Ил һаҡлау бурысын да намыҫ менән үтәй.
 
Бәхет эҙләп, ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй. Ауылда ҡалырға ҡарар итә. 
 
1988 йылда үҙе уҡыған мәктәптә лаборант булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем ала. Белемле, ғәҙел, талапсан, оҫта ойоштороусы Рәфҡәт Рауил улы директор урынбаҫарына тиклем күтәрелә. Коллектив та, уҡыусылар ҙа эшен дә оҡшаталар, үҙен ихтирам итәләр. Ауыл Советына депутат итеп һайлап ҡуялар.

2005 йылда Рәфҡәт Рауил улы Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Ең һыҙғанып эшкә тотона.

Ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың бөтә тормош-көнкүреш мәсьәләре урындағы власть органында хәл ителә. Ауыл кешеһе шатлығы менән дә, ҡайғыһы менән дә ауыл советына килә. Уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын тап ошонда аңлаталар. Ауылдың бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләү, тыуған төйәгендә тормошто тейешле кимәлдә ойоштороу - барыһы ла Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлегенә хас һыҙаттар була ул дәүерҙә.

Уҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең халыҡ депутаттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең өлгөһөн күрһәтә Рәфҡәт Рауил улы. Һалымдар түләү, бюджетты тулыландырыу булһынмы, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын ойоштору, ауылдарҙы төҙөкләндереү, социаль мәҙәни саралар уҙғарыумы - һәр өлкәлә лә һынатмайҙар.
 
Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәтенең үҙенә генә хас бай традициялары ла була. Балаларға тантаналы шарттарҙа исем ҡушыу, алтын һәм көмөш туйҙар уҙғарыу, шәжәрә байрамдары ойоштороу, Рәсәй кимәлендә уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа сағыу программалар менән сығыш яһау ғәҙәти эшкә әйләнә. Ул осорҙа йылдың йылы һабантуйҙарҙа этҡолдарҙың тирмәһе Юрматы ырыуы башҡорттарының боронғо көнитмештәрен, халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын тулы сағылдыра. Комиссия тарафынан юғары баһалана, Гран-приға лайыҡ була.

Хакимиәт башлығы Ғарифуллин Рәфҡәт Рауил улының ауыл Советы территорияһында йәшәгән халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе һәр яҡлап юғары һөҙөмтә бирә.
Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһалана. Миҙалдар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары быны раҫлай.

2015 йылдан ул "Батыр'' физкультура-һауыҡтырыу комплексының директор урынбаҫары вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй. Рәфҡәт Рауил улы был коллективта ла үҙен тәжрибәле, талапсан етәксе икәнен иҫбатлай.

Атайыбыҙ бик актив кеше. Ишембай ҡала һәм район ветеран пограничниктар ойошмаһының әүҙем ағзаһы булып тора. Йәш быуынға илһөйәрлек маҡсатынан мәктәптәрҙә осрашыу, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша пограничниктар.

Ауылым, халҡым тип янып йәшәй ҡәҙерлебеҙ. Әле лә ауыл советы депутаты булараҡ көнүҙәк мәсьәләрҙе ыңғай хәл итә. Быйыл апрель айында кәңәшләшеп ауылыбыҙҙың "Ҡағылсан" шишмәһендә өмә ойошторҙы. Шул тиклем дәррәү эшләп, һуңынан ҡорбан ашынан ауыҙ итеп таралышты 1-се Май урамы халҡы.

Олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә ҡәҙерлебеҙҙе. 
 
Әсәйебеҙ Зифа Зөфәр ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һәр ваҡыт яратып ихласлыҡ һәм фиҙакәрлек менән башҡара. 33 йыл Этҡол мәктәбендә аң-белемгә әйҙәп, башланғыс класс уҡыусыларына төплө белем һәм тәрбиә бирә.

Ғүмеренең алтын көҙөн күңел тыныслығы менән ҡаршы ала Рәфҡәт Рауил улы. Балалары лайыҡлы эшләй, йәшәй. Ҡыҙҙары Миләүшә ике юғары белемгә эйә. Башҡорт Дәүләт университетының химия һәм юридик факультетын тамамлап, Роснефть камнияһында бүлек етәксеһе, Заһир - Өфө авиация техник университетын тамамлап, ВНЗМ организацияһында участка етәксеһе булып эшләй.
 
"Беҙҙең өсөн тормош асылы - хеҙмәттә, ғаиләлә. Бер ҡасан да дан-шөһрәт артынан ҡыуманыҡ. Балаларыбыҙҙы ла эш һөйөргә, һәр башланғыста яуаплы булырға өйрәтергә тырыштыҡ. Әлбиттә, улым менән ҡыҙымдың һәр уңышлы эше, улар тураһында ишетелгән һәр яҡшы һүҙ - ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатыным Зифаның
беҙҙең өсөн хәстәрлеге, тырышлығы һөҙөмтәһе. Тормошобоҙ тулы, бәхетле һәм яҡты," - ти ҡәҙерлебеҙ.

Атайыбыҙ изге күңелле, туған йәнле. Апай-ағайҙарына иғтибарлы.

Һөйөклө атайыбыҙ, тормош иптәшем!

55 йәшлек юбилейың менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың аяҙ, эштәрең уң булһын.

Һинең менән томошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Аҡыллы кәңәштәрең, терәк-таяныс булғаның, беҙҙең өсөн өҙөлөп, ғаиләм тип йән атып торғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Һинең менән ғорурланабыҙ,
яратабыҙ, һоҡланабыҙ.
Бергә-бергә йәшәү иң ҙур бәхет,
Яҡтырта ул ғүмер юлдарын.
Иҫән-һаулыҡ менән артабан да
Үтәйек беҙ ғүмер юлдарын.

Иң изге теләктәр менән ҡатыны Зифа, ҡыҙы Миләүшә, улы Заһир.
Автор:
Читайте нас