Йәмғиәт
31 Октября 2022, 08:00

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Һуңғы ваҡытта милли биҙәктәр менән һырланған, йә башҡорт халҡының борондан килгән милли кейемдәрен, биҙәүестәрен замансалаштырып эшләп көндәлек тормошта кейеү, ҡулланыу модаға инеп китте. Был, беренсенән, милли рух, милли нағыш менән һуғарылған әйберҙәр айырым халыҡтың йөҙөн күрһәтеп ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыуға булышлыҡ итһә, икенсенән, боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә лә ҙур роль уйнай.

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт барҺөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Булмышыбыҙҙы ҡабаттан үҙ асылына ҡайтарыуға тотоноп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләгән Гүзәл Йәрмөхәмәтова хаҡында булыр һүҙем. Гүзәл Хәтим ҡыҙы Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында тыуып үҫкән, Ишембай ҡалаһының Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын “Ергән МТС”-ы предприятиеһында кассир булып башлай, һуңынан иҡтисадсы итеп күсерелә. 2000 йылда Гүзәл класташы Фәнилгә тормошҡа сыға. Смаҡайҙан Ергәнгә көн дә йөрөп эшләүе ауырлашҡас, ул Ишембай “Алтын газ” предриятиеһына бухгалтер булып урынлаша. Артабан “Икмәк комбинаты”нда, Һаҡлыҡ банкында хеҙмәт юлын дауам итә. Йәш ғаиләнең Азалия һәм Йәсминә исемле
ҡыҙҙары донъяға килә. Нәҡ ошо йылдарҙа, бала ҡарау буйынса ялда ултырған саҡта, Гүзәл Йәрмөхәмәтова бисерҙан мәрйендәр, алҡалар, кольелар эшләй башлай ҙа инде.

- Бер туған ҡустым хореограф булып эшләй. Ул миңә этник стилдә биҙәүестәр эшләп ҡара әле, тип өгөтләне. Шулай итеп үҙенең ансамбленә минән алты пар алҡалар эшләтеп алды. Бик матур килеп сыҡты, барыһы ла уларҙы оҡшатты. Артабан колье-алҡа йыйылмаһын эшләп, уны интернет селтәренә һалғас, шул көндө үк Стәрлетамаҡтан берәү һатып алды. Тора-бара ҡул эштәремде башҡалар ҙа һорай башланы. Биҙәүестәр эшенә ныҡлап мауығып китеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эшләһәң ҡыҙығаһың, бер әүрәп китһәң, баш баҫып тик ултыраһың. Заказдар ҙа көндән-көн арта ғына барҙы, - ти Гүзәл Йәрмөхәмәтова.

Биҙәүестәргә материалды Гүзәл Хәтим ҡыҙы интернет селтәрҙәре аша һатып ала. Дизайнды ла башта интернет аша ҡарап өйрәнһә, аҙаҡ үҙенең фантазияһын да ҡуша. Ғаиләлә өлкән бала булып үҫкәнгәлер ҙә, ҡыҙ һәр ваҡыт атаһы менән бергә йөрөп, ирҙәр эшен башҡарырға күнеккән. Шуға күрә тимер, сымдар менән булышыу уға оҡшай, әле ҡулынан плоскогубцалар төшмәй. Биҙәүестәрҙе башлыса Өфө ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенән һатып алалар. Гүзәлдең эштәре араһында этник стилдә тимер, көмөш һәм төрлө таштар менән әҙерләнгән беләҙектәрҙең, мәрйендәрҙең, алҡаларҙың ниндәйе генә юҡ. Оҫта ханым тирегә семәрле биҙәктәр һуғып беләҙектәр ҙә әҙерләй. Уларҙың һәр береһе күҙҙең яуын алып тора. Ҡупшы биҙәүестәр заманса күлдәктәргә лә айырым биҙәк өҫтәй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла гүзәлерәк, күркәмерәк күрһәтә улар.

Күңел талабы өсөн башлаған эше хәҙер бер ни кимәлдә матди файҙа ла килтерә. Бынан тыш, Гүзәл “Тинькофф” банкында ла эшләй бит әле. Әле Йәрмөхәмәтовтар Кузьмин ҡасабаһында өй һалыу менән мәшғүл. Киләсәктә ул ҡул эштәре өсөн айырым бүлмә булдырып, биҙәүестәр әҙерләүҙе тағы ла киңәйтергә уйлай.

- Биҙәүестәрҙе биш йыл эшләү осоронда даими һатып алыусыларымды һәм сифатлы материалдар менән ышаныслы тәьмин итеүселәрҙе таптым. Әгәр сифатһыҙ материал килһә, уны эштә ҡулланманым һәм был тәьмин итеүсенән башҡа материал алманым. Сөнки мин заказсыларымдың фантазияларын үтәргә тырышам. Киләсәктә үҙемдең
эскиздарым буйынса әҙерләргә тигән хыялым бар. Әлбиттә, тырышлығым өсөн һатып алыусыларҙан матди һәм рухи ҡәнәғәтлек тә алам, - ти Гүзәл Хәтим ҡыҙы.

Әйтергә кәрәк, биҙәүестәргә материалдар һайлағанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың тылсымлы көсөнә ышанған. Көмөшкә - яҡлау, таҙартыу көсө, уның ялтырауы һәм сыңлауына яуыз көстәрҙе ҡыуыу һәләте ҡайтарып ҡалдырылған, шуға ла кейемдә көмөштән эшләнгән сулпылар күп булған. Алһыу мәрйен бөртөктәре тормош яралыуын, яңы ғүмер башланыуын символлаштырған. Һәр таштың да үҙ көсө бар.

Бына шундай аҫыл ҡыҙҙар, милләтебеҙҙе күтәрерҙәй дан ғаиләләр йәшәй беҙҙең Ишембайҙа! Йәшәү мәғәнәһен, бәхет серен улар милли йолаларыбыҙҙа, тамырҙарыбыҙҙа тапҡан.

 

https://vk.com/etnoukrasheniya


Автор фотоһы һәм Гүзәл Йәрмөхәмәтова архивынан.

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас