

Конкурс иң яҡшы йүнселлек тәжрибәһен, ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, райондың шәп эшҡыуарҙарын асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 19 октябрҙән 27 октябргә тиклем муниципаль район хакимиәтендә (Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 60-сы йорт, 38/1 бүлмә) ҡабул ителә.
“Йылдың иң яҡшы ғаилә бизнесы”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты”, “Иң яҡшы социаль эшҡыуар”, “Ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар”, “Туризм өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар” һәм башҡа номинациялар булдырылған. Еңеүселәр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы үткәргән “Йыл эшҡыуары-2022” республика конкурсында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителәсәк.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (34794) 6-30-42 телефоны йәки ishimbaitorg@mail.ru. электрон адресы буйынса алырға мөмкин.