

Вячеслав Васильевич Ишембайҙа тыуып үҫкән. Буласаҡ ҡатыны Тәнзилә Мәхмүт ҡыҙы менән дә тап бында осрашып-ҡауыша. Уларҙың тормош ҡороп йәшәй башлауҙарына 38 йыл булып та киткән. Бәхетле пар Артур һәм Илгиз улдарын үҫтереп, хәҙер ейәндәре Тимурҙы тәрбиәләшә. Өлкән улдары Илгиз – Өфөлә, кесеһе Артур себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй.
- Ҡатыным Тәнзиләгә сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Вячеслав. – Көн-төн тип тормай, ул мине һәр ваҡыт фатихаһы менән эшкә оҙатып, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Йәш саҡтарҙа уны үҙем менән командировкаларға ла ала инем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡатыным Ишембай ойоҡ фабрикаһында тырышып эшләне. Әле лә эшһеҙ ултырмай: баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, теплица тота. Мин һәр ваҡыт эштә, руль артында булғанға күрә улдарымды хатта балалар табыу йортонан барып ҡаршы ала алманым, әммә Тәнзилә бер ваҡытта ла үпкәһен белдермәне, һәр ваҡыт миңә терәк-таяныс булды.
Өс йыл элек Асеевтар, балалары һәм ейәненә яҡыныраҡ тип, Өфөгә йәшәргә күсә. Шулай ҙа Ишембай һағындыра һәм улар мөмкинселек булғанда тыуған яҡҡа йыш ҡайтып килергә тырыша. Ҙур, матур йортта эшһеҙ ултырырға буш ваҡыттары ла юҡ тиерлек – баҡсала виноград, күпләп сәскәләр үҫтерәләр. Рауза сәскәһенең генә баҡсала 15 төрө бар. Вячеслав Васильевич хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшенән бер ҙә айырылғыһы килмәй.
- Бер ай өйҙә ял итеп ултырып ҡараным, түҙмәнем. Эшемде, рулде һағынып ҡабат юлға сыҡтым. “Атай, эшеңде ҡалдыр инде! Барыһы ла етерлек бит, ял итергә ваҡыт”, - тиҙәр ҡатыным менән балалар. Тик юл тарта, эшһеҙ йәшәй алмайым! Быға үҙ аңлатмаһы ла бар: Вячеслав Васильевич водителдәр нәҫеленән. Уның атаһы ла рулдә йөрөгән. Асеевтың үҙенең водитель стажы 51 йыл. Кесе улы ла ҡай саҡта атаһына алмашҡа сығып, фурала йөрөй.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Слава (гуманитар колоннаһы водителдәре Вячеславты тап шулай йөрөтә) Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар йөк йөрөтә. Ошо осор эсендә ул 24 тапҡыр унда барып ҡайтҡан. Асеев – иң өлкән һәм хөрмәт ҡаҙанған водитель. Ул йыш ҡына гуманитар колоннаның башында килә.
Петровское ҡалаһына фураның килеүен урындағы балалар ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Быға аптырайһы ла түгел, сөнки водитель ҡыҙҙар һәм малайҙарға һәр ваҡыт тәмлекәстәр, еләк һәм арбуз алып килә. Балалар бигерәк тә ҙур машина эсендә сәй эсеп, руль артында ултырып торорға ярата. Һуңғы тапҡыр килгәндә водителдәр транспорт компанияһы директоры Алексей Малкин менән бергә үҙ аҡсаларына өс велосипед һәм туптар һатып алған. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ ине! “Мин дә, улдарым да әрмелә хеҙмәт итте. Кәрәк булһа, мин хәҙер ҙә Ватанды һаҡларға әҙермен”, - ти урындағы халыҡтың, балаларҙың кисергән ҡайғыларын
күреүсе Вячеслав Васильевич.
Әлегә иһә Асеев үҙ хеҙмәте менән Луганск халҡы өсөн тыныс тормошто яҡынайта. Ул алып килгән йөктө Петровск мәктәбен тергеҙеү, торбаларҙы ремонтлау, уйын, спорт майҙансыҡтарын һәм башҡа инфраструктура булдырыу өсөн ҡулланыла.
Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан.