Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 11:03

Ишембайҙа йәйәүлене машина бәрҙергән

Юл-транспорт ваҡиғаһы 29 сентябрь иртәнге сәғәт ун тирәһендә ҡаланың Революция урамында 10-сы йорт ҡаршыһында теркәлә.

Ишембайҙа йәйәүлене машина бәрҙергән
Ишембайҙа йәйәүлене машина бәрҙергән

“Хонда” автомобиле менән идара итеүсе 37 йәшлек водитель 54 йәшлек йәйәүле ҡатынды бәрҙертә. Зыян күреүсе йәйәүлене Ишембай үҙәк район дауаханаһына төрлө йәрәхәт менән оҙаталар.
Әлеге мәлдә авария сәбәптәре асыҡлана.
Йыл башынан алып муниципаль районда 789 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 5 кеше вафат булған, 33 кеше йәрәхәтләнгән.

 

Фото: https://vk.com/gibddishimbay

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: