

Ир-егеттәрҙе сәләмләп муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, ҡала һәм район буйынса хәрби комиссариат бүлеге етәксеһе Кирилл Клюкин, дин вәкилдәре теләктәрен еткерҙе.
- Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән үҙ Ватанын батырҙарса һаҡлаған: 200 йыл элек Парижда, 77 йыл элек Берлинда. Бөгөн дә беҙҙең илебеҙ яҡлауға мохтаж. Яҡташтар, үҙ хәрби антығыҙға тоғро ҡалып, тыуған-яҡҡа һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ иһә һеҙҙең ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙға бар яҡлап та ярҙам итербеҙ, - тине Азат Альберт улы.
Ҡолғона ауылы егете – Динар Кинйәбаев та – резервсылар рәтендә.
- Бөгөн беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ, туғандар, дуҫтар оҙата. Улар хаҡына беҙ еңеү менән ҡайтырға тейешбеҙ, - тип иҫәпләй егет.
Этҡол ауылынан Дамир Ниғмәтуллинды ла туғандары берҙәм оҙатырға килде.
- Бөтә улдарыбыҙҙы ла илһөйәр итеп тәрбиәләп үҫтерҙек, шуға Дамирҙың ил алдындағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтыуында шик юҡ, - тиҙәр улар.
Барыһын да имен-һау һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бар изге доғаларыбыҙ һеҙҙең менән, ир-егеттәр!
Автор фотоһы.