Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 14:00

Мөхәббәт емештәре - балалары

Районыбыҙҙа мөхәббәткә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән, тырышып тормош көткән ысын башҡорт ғаиләләре күп. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡлы балалар үҫтереү - был мөхәббәт емеше. Яңы Һәйет ауылында гөрләтеп донъя көтөүсе Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы һәм Файзылхан Ривал улы ШАҺИЕВТАР өлгөлө ғаиләләрҙән һанала.

Мөхәббәт емештәре - балалары
Мөхәббәт емештәре - балалары

Миңзәлә апай Стәрлетамаҡта штукатур-маляр һөнәренә уҡып сыға. Ул буласаҡ тормош иптәше Файзылхан ағай менән Стәрлелә практика үтеп йөрөгәндә осраҡлы ғына таныша. Файзылхан Ривал улы тыумышы менән Свердловск өлкәһенән. Ул Миңзәлә апайға бер күреүҙә ғашиҡ була. Тик аралар өҙөлә, егет армияға алына. Хеҙмәт юлын тултырып ҡайтҡас, Файзылхан ағай һөйгән ҡыҙын эҙләп таба. Йәштәр 1982 йылда гөрләтеп туй үткәрә. Бер йылдан Шаһиевтар Яңы Һәйет ауылында күркәм йорт һалып керә. Уларҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - Резида, Рәзилә, Фәнзил, Рәзифә, Гөлзидә исемле балалары яҡты донъяға килә. Файзылхан Ривал улы пилорама эше менән шөғөлләнә. Уңған ир балта оҫтаһы булараҡ өйҙәр, мунсалар һала, өмәләргә лә йыш саҡыралар. Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы бәйләм эштәре менән мәшғүл, телде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерә. Киң күңелле Шаһиевтарҙың татыу ғүмер итеүҙәренә ошо арала 40 йыл тула. Өлгөлө ғаилә ауылда аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрай, ҡортсолоҡ менән дә мәшғүл. Буш ваҡыттарын, наҙ-һөйөүҙәрен үҫеп килеүсе 14 ейән-ейәнсәренә бүләләр.

Миңзәлә апайҙың һәм Файзылхан ағайҙың балалары үҙҙәре тормош ҡороп, атай-әсәй булып йәшәһәләр ҙә, һәр ваҡыт уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, уларҙың ҡанаты аҫтында ышаныс тойоп, ярҙамдарын, изгелек-мәрхәмәтен татып йәшәйҙәр. Бәхетле парҙың биш балаһы ла үҙ урындарын тапҡан, һәр береһе икешәр-өсөшәр бала тәрбиәләй.

- Әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙың бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, хөрмәт итеп йәшәүҙәренә ҡарап һоҡланабыҙ. Уларҙың икеһенә лә күңел тыныслығы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең рәхмәтенә, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ, - ти балалары.



Фото ғаилә архивынан алынды

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в