Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь , 15:00

Кәләпүш

Атайым әсәйемдең өҫтөнән кәләш алды.Гүзәл заттар менән атайымдың сыуалғанын әсәйем белә генә лә түгел,хатта гонаһлыларҙың өҫтәренә үк барып сыҡтым ,тип Сәбилә инәйемә һөйләгәнен үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем.

Кәләпүш
Кәләпүш

-Әҙәм ояты инде,ҡайынбикә,ыстырам.Шәмсинур апайҙарҙың картуфлығы артында яталарсы.Тәүҙә малай-шалай айпалаша микән,тип торам...Эңер ҙәһа.
-Шунан ней нәмә менән бөттө инде ул... айпалашыу?-Сәбилә инәй шыбырлауға күсә.
-Шунан ней ...Теге бисәнең күтен айҙандыра типтем дә киттем ҡайтып. Ҡустың ҡайтты ла ендәнергә тотондо.Һуғырға итәме,эргәмә етеп-етеп әйҙәнә.Шунан алмаша атын егеп алып,Иҫәнбәткә олаҡты.Мына өсөнсө көн ғәйеп...Юҡ...Ҡуй, түҙәр әмәлем дә ҡалманы.Әсәйемә ҡайтып китәм.Ят ярлыҡамаҫ,үҙеңдеке үлтермәҫ.Иргә көйөп,һөтөм кипте,улым туя иммәй ҙә,әйҙә илай ...-балаһын имеҙеп ултырған әсәйем һыҡраға тип ташлаған бумазый йүргәккә күҙ йәштәрен һөртөп ала.Сәбилә инәйемдең әсәйҙе йыуатырлыҡ имшеү генә лә һүҙе табылмай.Үҙе лә әсәйемә ҡушылып балауыҙ һыға:
-Баллар ҡалайта инде атайһыҙ?-ауыр итеп көрһөнә лә,апайым менән мине тупылдығы сығарып арҡабыҙҙан һөйә,шунан ишекте ипләп кенә ябып, сығып китә.
Әллә ней байлығыбыҙ ҙа юҡ.Шулай ҙа апаруҡ әйбер өйөп ҡуйҙыҡ күсенергә булғас .Әсәйемдең апайы Фатихә инәйем тракторына күршеһе Миңдәхәт апаның ат арбаһын әллә ғалайтып эләктереп алған да,беҙҙе тейәп алып ҡайтырға тип килде. Ҡаралы-зәңгәрле ҡуйы төтөндәр сығартып,тар ғына урамыбыҙға елдереп килеп инде МТЗ-һы.Тупһала әҙер генә ятҡан төйөнсәктәр,юрған,яҫтыҡ,кейеҙ,балаҫтарҙы ҡосаҡлап йөрөп ташыныҡ.Һандыҡ,сәңгелдәк һәм аяҡ теген машинаһын беҙҙе оҙатырға тип килеп ингән Сәбилә инәйем менән
әсәйем күтәреп һалдылар.
-Ярай,ҡоҙаса,апҡайтам инде,бөтөн ауылға рисуай иттереп ҡуймайбыҙ инде ҡәрендәшебеҙҙе,-инәйем ирҙәр кейеме кейеп йөрөгәс,хәбәрҙе лә ирҙәрсә һөйләп ҡуя.
-Әйҙә,ҡыҙҙар ултырығыҙ.Гөлшат,ултыр.Ипләп,осоп ҡалмағыҙ,тотоноп ултырығыҙ!-Фатихә инәй фарман бирә.
-Хуш,Кәләпүш,-Сәбилә инәйем минең тығыҙ ғына ике сикәләремдән алмашлап үбә лә,арбаға күтәреп ултырта.Үҙе илай.МТЗыбыҙ дырылдап өҫкурамға менеп китә.Ҡапыл йәнем өшөп киткәндәй,ҡалтыранам. Өйөбөҙ,урамыбыҙ ,хатта Сәбилә инәйем бәләкәсәйеп,етемһерәп тороп ҡалалар.
-Хуш,инәй,-ҡыҙыҡмын инде,ер аръяғы,ер башына китеп бармайым,өҫкурамға ғына күсеп барыш,ә үҙемә ныҡ ҡыйын,илатасы.
Өләсәй дүрт һайғауҙан әтмәлләнгән ел ҡапҡаны шар асып ҡаршы алды беҙҙе.Үтә шат та түгел үҙе.Эстән генә көйәләнеп йөрөүе ине.Иң тәүҙә сәңгелдәкте төпкө өйҙәге мейескә яндатып эшләнгән урындыҡ тәңгәленә,өрлөккә элеп ебәрҙек.Кейемдәр урҙаға барып менделәр.Ҡаралды урындыҡ мөйөшөнә өйөлдө.Ә теген машинаһын ике тәҙрә уртаһына,түргә ҡуйҙылар.Тегенергә яҡты ошо урын.
Ул арала самауыр ҡайнап сығып,ситке өйҙөң урындығына ашъяулыҡ түшәлеп,,мундир" картуф боһорап килеп ултырҙы.
-Әйҙәгеҙ,яҡындан ҡатнашығыҙ, һыуынмаҫ борон,-өләсәй сәй яһарға башлағайны,инәй һүҙ алды.
-Инде бүтән ҡайтмаҫһың инде.Етәр.Ҡайт та кире кил,ҡайт та кире кил.Кеше аптыратып.
-Һеъэ,әллә кем аптырап тора.Бер Гөлшат ҡыналыр шу...-өләсәй әсәйем яҡлы.
-Әйҙә бала тап... Ҡәҙер юҡ..Шул алмашаңдан.
-Өс бала-күптер шу...Ҡуйһаңсы ла инде,Фәтихә,тамаҡҡа эскәндә ,исмаһам, әрҙәшмәй ултыр.
-Әсәйем мине тыя ла ултырасы .Тоҡтоң ауыҙы бер асылғас,унға еткермәҫ,тимә...Кейәүҙе әйтәм әле,уға бисәнән бисә артыҡ микән?-бер картуф ашап,бер каса ғына сәйҙе ике уртлай ҙа, инәйем куфайкыһын кейә башлай,-һыйырҙы быҙауы менән ҡыуып апҡайтайым,көтөү килә .
-Кейәү ҡайтып инеп ,һуғышып китмәгеҙ.Үҙем барыр инем,-өләсәй ишектән башын һоноп һөрәнләп тороп ҡала.
Инәйем менән атайымды тас -тос һуғышып йөрөйҙәр икән,тип күҙ алдыма килтерәм.Ашау ҡайғыһы китә.Әпәр итәм дә,төпкө өйҙә ятҡан ҡустым янына киләм.
Күҙ алдыма килгән ,,ҡанҡойошто" ҡыуалағым килеп,тиктомалға йоҡлап ятҡан ҡустымды бәүетә башлайым:
Алла!Алла!Алла...
-Хәфиә,Нажия,һыйырҙы ҡайырышығыҙ!-инәйем беҙҙең аҡбашты ҡыуалап алып та ҡайтҡан.Аяҡтарға итектәребеҙҙе кейә һалып,туптыр-туптыр югерешеп сығып киттек.Һыйырҙы һауып алып,һарайға индерһәк,өләсәйҙәрҙең Алаҡайы күҙен аҡайтып беҙҙең һыйырҙы һөҙөргә етеп килә.
-Кил эшәнмәһәң,уңғыр мал,берҙе тондорормон,-инәйем һәнәге менән икене ынтылғайны,мөйөшкә һыйынып барып торҙо һәүкәштәре.Инәйем һәнәк һабына эйәген һалып ,һыйыр көйшәгәнен ҡарап тора бирҙе .Тағы һөжүмгә күсмәҫме йәнәһе,был һыйыр.
-Инәй,ништәп һөҙөр китә икән һеҙҙең һыйыр беҙҙең һыйырҙы?Беҙ һеҙгә туғандар ҙа инде.
-Ул мал һеҙҙең беҙгә тыуған икәнебеҙҙе ҡайҙан ғына белһен инде?-инәй кеткелдәтәһенән көлә .
Әсәй фермала һыйыр һауа,ә ,,тырактарис "инәйем күҙ иңләмәҫлек киң баҫыуҙарҙы туңға һөрөп йөрөй.Улар икеһе лә күк кенә иртәлә торалар.Инәйем куфайкы, шунан ирҙәр һымаҡ куфайкы салбар кейеп сығып китә.Тракторын оҙаҡ йылыта,шунан ғына ,,завайт" итә .Ул трактор тауышына бөтә ауыл уяналыр ,моғайын.Иртәнге сәйҙе эскәс,ялан яғына китәләр.Ферма алыҫ ҡына.
Шунан апайым йоҡонан тора.Ул мәктәпкә төшкән.Өләсәй үҙенең сәсенә ҡаҙап ҡуйған кәкре тарағы менән апайымдың оҙон сәстәрен яҙып тарап ала ла,урындыҡ мөйөшөндә ,балаҫ аҫтында ятҡан бет тарағын сығарып алып ,шыма итеп сәсен тарап,шыҡырайтаһынан үреп ҡуя.
Шунан усының береһенә төкөрөп,апайымдың маңлайҙағы сәстәрен һыйпап ебәрә.Апайым һып һылыыыу булып,мәктәпкә сығып китә.
Һыйырҙарҙы тартып инә өләсәй,ҡусты уяна,уның йүргәген алмаштыра,йылы һөт эсерә.
Апайым мәктәпкә китеп ике сәғәт үтәме -юҡмы,түрбашта шаҡмаҡ таҫтамал менән ябылған икмәкте телеп алам да,тыҡрыҡтан йүгереп төшөп китәм.Закир апаларҙың өйө тәңгәленә етеп ,уңға боролһам,мәктәп күренә.Мәктәптең һалҡын коридорына инәм дә,оҙон тәнәфескә ҡыңғырау шылтырағанын көтөп торам.Ниһәйәт,еҙ ҡыңғырау тотоп ,Сәбилә инәйем,йә Сәйҙә апайым коридорҙың бер осонан икенсе осона тиклеп зыңғырҙатып үтәләр.Тәнәфескә сыҡҡан апайымды күрәм дә,икмәгемде һоноп ҡаршы йүгерәм.Ә ул икмәгемде алмай.Мине күрмәмеш булып үтеп китә.Ҡулдарым мәхрүм булып ,ишек яҡтауына һөйәлеп тора бирәм.
-Кәләпүшем килгән бит!-Сәбилә инәйем мине ҡосаҡлай.Ҡосағы йылы,танһыҡ ҡына инде.
Инәйем эргәһендә әҙерәк торғас,ҡайтырға сығам.Ләкин,шундуҡ кире йүгереп инәм.Иң мөһиме онотола яҙған!
-Инәй?
-Әү,Кәләпүш...
-Атайым менән теге инәй,әй,теге апай йәшәп ятамы һаман да?
-Әйе,йәшәп яталар шул,-инәйем ғәйепле һымаҡ ҡына яуап бирә миңә.
-Әәәә...Яҡшы булған...Мин ҡайттым,инәй...
-Кәләпүш,беҙгә килеп йөрө...Ағайыңдар гел генә һине һөйләйҙәр.
-Килермен...-бер ҙур төйөр тамағыма килеп тора.Мәктәптең бейек тупһаһынан осоп тигәндәй төшәм дә,тыҡрыҡтан өҫкә еләм.
Ат тояҡтары,арбаның тәгәрмәстәре дығыр-дығыр иткән тауышҡа әйләнһәм,атайым эштән ҡайтып килә.Таныным алмаша атын!.Эргәһендә атайымдың яурынына яурын терәп ,
бер апай ултырып алған.
,,Кәләше!"-мейене көйҙөрөп үтә был уйым.Ылауҙары эргәмдән үтеп китә.Атайым мине абайламай.
-Атааай!-арба артынан йүгерәм.Етә алмайым.
-Атай!-тауышыма әллә ней булды,баяғы төйөр инде.
Миңдәхәт апаларҙың тәңгәленә еткәнсе йүгерәм.Атайымдар аҫҡурамға төшөп китәләр.
Туҡтап ,арба артынан ҡарап ҡалам.
-Ана!Күрҙеңме үгәй әсәйеңде?-Нәзифә инәйем икән дә,тантана иткән кеүек торасы.
-Минең үгәй әсәйем юҡ!Үҙемдең ,үҙемдең әсәйем бар,-ғәрлегемдән күҙ йәштәрем атылып сығалар ҙа,ике сикәмде көйҙөрөп яланғас үңәсемә тиклем ағып китәләр.Нәзифә инәйҙең һүҙҙәре ғәрләндерҙе,атайымдың мине танымай үтеп киткәненә,апайымдың мине күрмәмеш булғанына һығылып иланым өй артында.
Апайым мәктәптән ҡайтҡанда,мин сәңгелдәктә нәмә белмәй көләмәйҙәп,тулап ятҡан ҡустымды бәүетә инем.
-Мынауығыҙ ҡабат мәктәпкә килмәһеееен!-апайым минең итектәремде урындыҡ аҫтына быраҡтыра,-икмәк тота ла киләсе.
Ә был мәлдә атайымдарҙың беҙҙең тәҙрә эргәһенән генә үтеп китеп барыштары.Моғайын,Иҫәнбәт китеп бараларҙыр,фермаға барһалар Закир апамдарҙың тыҡрығына төшөрҙәр ине.
-Атаайй!-һикереп төшәм урындыҡтан,ситке өй урындығының аҫтында ятҡан итектәремә ҡулымдың буйы етмәй аҙапланам,яланаяҡ тышҡа атылам,ҡапҡаның һайғауҙары араһынан сығам да,арба артынан йүгерәм:
-Атааай!Атай!
Тағы мине ишетмәйҙәр.
Өйгә ингәс,апайыма барып тондорам:
-Һинең өсөн атайымды күрмәй ҡалдым.
-Әсәй менән атай айырылашҡандар ҙаһа,-апайым минең сәсте ебәрмәй.Сат йәбешкән.
-Айырылһа һуң...Ул минең атайым даһа...Беҙ айырылышмаған даһа,-мин дә бирешмәйем,апайымдың толомдарын дилбегәне тартҡан һымаҡ йән көскә тартам.
-Ысҡындыр сәсемде!
Мин илайым,апайым илай,беҙҙең тауышҡа ҡустының ҡото осоп,уныбыҙ һөрән һала.
Ныҡ һағынып аҙапландым атайҙы.
Бәлки,миңә иҫ кермәгәнерәк ,бәләкәсерәк булһам,улай уҡ ғазапланмаған булыр инем.Ә мин ҙур,бишем тулған.
Бер саҡ шулай башҡа шәп уй килде!
Ҡойма егенән булһа ла күҙәтәйем әле быларҙы,тип, Сәбилә инәмдәргә йышлап алдым.Тик бер тапҡыр ҙа тишек аша ҡарап йөрөмәнем,ошо түбәнселеккә төшөргә эсемдән әллә нимә ҡаршылаштыТөнөн йоҡларға ла ҡалам.Ике улы менән генә йәшәп ята инәйем.Ире юҡ уның.Яңғыҙы ғына ике улын ҡарай.
Беҙҙең ауылдың кәкрурамында йәшәгән бер Мазһар тигән егеткә кейәүгә сыҡҡан булған да ул.Бер улдары тыуғас,ирен армияға алғандар .Шунан отпускка ҡайтып йөрөп киткәнуныһы.Ул киткәс, инәйем тағы бер малай табып ала.
-Малай беҙҙеке түгел,тип Мазһарҙың үгәй әсәһе һүҙ таратып,был икәүҙе тәким айыртып туҡтайҙар.
Сәбилә инәйҙең әсәһе ,беҙҙең Хәбирә өләсәй ,,Ҡуй ,малайҙарҙы етем итмәгеҙ,"тип әллә нисә барған тей барыуын,тик
теге әбей хатта ныҡ торҙо,тәкем инәйемде ике улы менән ҡабат ҡабул итмәне,ти.
Сәбиләнең улдарының береһе тас ҡына Мазһар,бәләкәсе тас ҡына Әнүәр ҡустыһы бит әле!Тоҡом тоҡомға тартмаһа,нейе ҡыйыш була шул,тип ауылда хәбәр таралғас,оялғандарҙыр халыҡтан.Ат егеп,апҡайтырға килгәндәр тегеләр.Был юлы Хәбирә әбейең ҡоҙағыйын ҡапҡаларының төбөнән ары үткәрмәне,аттарын кире ҡайырҙы,ти.
-Тор ҡыйыш хәбәр һөйләп!
-Үҙең бит күрмәгәнеңде күрҙем,тип тораһың!
Ҡыйыш ауыҙ менән һуҡыр Хәбирә шулай беренең һүҙен береһе алға сығармай ,ирештеләр.
Бер-берен еңдек,тигәндәрҙер инде ике ҡарсыҡ.Мазһар икенсегә өйләнгән дә, Сибай сығып киткән.Инәйем ҡабат тормошҡа сыҡмаған.
,,Дуҫ иштәрең була икәү,өсәү
Һөйгән йәрең була бер генә"-гел шулай көйләр ине инәй.
Малайҙар атайһыҙ үҫеп киләләр.Ул ағайымдарҙың береһе ат менгәндәй,береһе ҡул-ҡамыт кейгәндәй булғандар инде.Икәүләшеп утын бысып,утын ярып,салғы һелтәрлектәр.Шөкөр.
Сәбилә инәйемә ныҡ эҫенеп киттем.
Бергә йоҡланыҡ,Әкиәттәр иленә барып әйләндек,
ҡара-ҡаршы ғына ултырып тәғәмләндек,
сәйҙәр һемерҙек..
Урман-ҡырҙар гиҙҙек ,бесәнгә йөрөнөк.Икәүләшеп йыбырҙығы сығып әллә күпме тауҙар мендек,сейә тирҙек,ҡомалаҡҡа йөрөнөк,көтөү ҡыуҙыҡ,һарыҡ ҡырҡтыҡ,кәзә тараныҡ,бәпкә көттөк,умырзаяға барҙыҡ.Бесән саптыҡ,кәбән ҡойҙоҡ,баҡсаларға һыу һирптек,гөлдәр үҫтерҙек,утынға йөрөнөк,миндек һындырҙыҡ.
Әәәә!Миндек,тигәндәй...
Шулай бер ваҡыт миндек йөкмәп,сейә тиреп,Йәнбикәстән ҡайтып киләбеҙ.Арба юлына төшөп алдыҡ та,ҡабаланмай ғына атлайбыҙ.Инәйем
осраған һәр ташты юлдан ситкә ырғытып бара:
-Ат тояғын имгәтеп ҡуймаһын.
Үҙе һәр ырғытҡан ташы һайын:әсәм рухына, атам рухына,олатам рухына,өләсәм рухына,ағайым рухына,тип ,бағышлап барҙы.Тағы мин белмәгән әллә күпмеләр рухын телгә алды ул.
Ауылға ҡайтып еткәнсә юлдан таш сүпләнек икәүләп.
Бер инәйемдәргә төшһәм,быларым туйға китергә торалар.
-Баҡырҙа йәшәгән Мәрфүға апайымды әйттергәндәр икән.Атайым менән кәләше бер дуға,Сәбилә инәйем Асия инәй менән икәүләп бер дуға булып,матур күлдәктәр кейеп,кәйефле генә булып күстәнәстәр төйнәп йөрөп яталар.
-Кәләпүш,әйҙә туйға апарам һине.Тиҙ генә матур күлдәк кейеп төш,тиҙ йөрө.
Ә мин остом өйгә.
-Әсәй,туйға апаралар мине,күлдәк кәрәк.Сәбилә инәм тиҙ бул тине.
Урҙала торған кейемдәр араһынан кешелеккә кейеп барырлыҡ бер арыу күлдәк табылманы миңә.Дөрөҫөрәге,миңә тип күлдәк,ыштан алғандары ла юҡ.Апайыма бәләкәсәйгәндәрен мин туҙҙырып бөтөп ҡуям.
-Әттәгенәһе.Ҡуй,булмаһа,тиҙ генә тегә һалып, кейҙереп ебәрәйем.
Әсәйем һандыҡ эсенән күлдәклек
сығарҙы,кәүҙәмдең арҡыры,буйын үлсәй һалып,бесеп тә ташланы.
Тек-тек-тек!Аяҡтары эй әйләндерергә тотондо машинаның педален.
Яртылаш тегелгән күлдәкте миңә кейҙереп ҡараны.Инде килешеп тора.
-Әсәй,ярай,ошо көйө генә кейәм дә китәм,аҙаҡ тегеп бөтөрөһөң.
-Ҡуйсәле.Сис ҡана,муйынын киңерәк алырға кәрәк икән.
-Тиҙ бул инде.Унда атай атын егеп тороп ҡалды,шикелле.
-Хәҙер,балам.
Әсәйем күлдәктең итәгенә бер япма һалып кейҙереп ҡараны.Шунан күлдәкте кире систереп ,тағы бер япма өҫтәне.Еңдәремә,елкәмә төймә баҫты,үтекләйек япмаларҙы,тип күмер үтегенә ҡуҙ һалғансы,тағы арыу ваҡыт үтте.Ҡыҫҡаһы,күлдәгемде кейеп,кәйелтә баҫып барып төшһәм...Әтәл булды!
Мине көтөп тормағандар.Атайыма ныҡ асыу килде.Әҙ генә көтһә була бит инде.
Ҡыҙыҡ була икән был атай тигәндәр!Әсәй менән уларҙың айырылышҡанына минең ней касаньям бар икән,әсәйем әйтмешләй.Йәки,анауы ике ағайымдың ней касаньяһы бар ?Атайҙары әсәйҙәре менән айырылышһа һуң,балалар айырылышмайҙа һа.Ҡуйсы,минең генә башым етә торған фәлсәфә түгел был.
Үҙебеҙҙең ҡапҡа төбөндә ултырып,эсем бүҫкәргәнсе иланым.
Күлдәгемде оҙаҡ текте,тип әсәйемә үпкәләмәнем.Күлдәк ҡойоп ҡуйғанмы ни.Ныҡ матур сыҡты.Сисеп,урҙаға элеп ҡуйҙым.Берәй байрамға мотлаҡ кейермен әле тинем.
Ә ул байрам килде бит!
Әртистәр килде ауылға.
Пастанофка килгән ,тип геү килде халыҡ.
Әлеге лә баяғы Сәбилә инәйгә эйәреп,урҙалағы ҡупшы күлдәкте кейеп , киттем клубҡа.Кеше мәж килә,алма төшөр урын юҡ.
Халыҡ тамам урын алып,ултырышып бөттө.Сәхнәнән бер көй ағылды ла,флүш шаршауҙар ике яҡҡа асылып китеп,тамаша башланды.Халыҡ ауыҙын асҡан да сәхнәгә баҡҡан.
Сәхнәлә уйнап йөрөгән әртистең һәр ымын,хәрәкәтен,ҡыланышын ,ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙен мөкиббән китеп күҙәтә ,шул сәхнәләге геройҙар менән йәшәй,тын ала,һығылып тороп илап ебәрһендәрме шунда,ҡуша шатлана,тантана итә.
Ир ҡатынын айырып,башҡа тарафтарға бәхет юллап сығып китә.Ҡатыны улы менән ҡалғандар.Арыу ғына кеше осрап,героиня кейәүгә сыға.Ошолайыраҡ ине сюжеты.
Инде героиня менән герой бик матур донъя көтөп ятһалар,теге ,,бәхет эҙләүсе"ҡайтып төштө бит!
Гөж итеп ҡалды тамашасы:
Әһә,ҡайтты был!Донъяны емерергә ҡайтты инде!Үәт алмаша!
Силсәүит нимә ҡарай?
Ә инәйемә был күренеш шул тиклем дә ныҡ тәъҫир итте булһа кәрәк,ултырып сыҙамалы мени?Урынынан ҡалҡа биреп:
-Әйҙә бар,атшаливай!Улар хатта матур йәшәйҙәр,тип әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе.Шунан йөҙөн ике усы менән ҡапланы ла,клубтан сығып та китте.
Аһ!итеп ултырып ҡалды бүтәндәр,мин тор ҙа инәй артынан атыл.
-Инәәәәй!Инәәәәәәәй...-күҙгә төртһәң дә күренмәҫ дөм ҡараңғы төн.Клубты урап сығып,Мәстүренән түбәнгә йүгерәм,эре,осло таштарға эләгеп ҡолайым.Мине ҡолатҡан ташымды һәрмәп алам да,дөм ҡараңғы ситкә ташлайым:бөтә рухтарға!Тубығым ҡанап китте,шикелле.Йылы ғына бер нәмәкәй сандалиҙарға тиклем ағып киттеләр
Ҡайтып еттем .Инәйем оярттарына ултырған да,мыш-мыш илай.
-Инәәй!
-Әү,Кәләпүш...Аҙашманыңмы...
-Яҡ..
Инәй мыш-мышына һәрмәнеп килеп етәм ,бәләкәс кенә ҡосағыма инәйемде һыйындырам,үҙемде лә,инәйем ле лә йәлләп илап ебәрәм.
-Ништәп илашағыҙ?-беҙҙең тауышҡа ағайҙарымдың береһе сыҡты.
-Эй...бынауы Кәләпүште ҡыҙғанып илайым.Тере етем.Ҡуйсы ла.Көндәй ике ҡыҙ,айҙай бер ул табып та,иргә ярамағас,...-инәйем минең өсөн дә , ,,пастанофка"ға ла иланы ул...Тик бөгөн уның быуаһы улар өсөн генә лә йырылманы,йәш ғүмерҙәрен дә,һөйгәнен дә,тере аталары булып та атайһыҙ үҫкән ике улын да йәлләп,уларҙы етем иткән анау ике әбейгә рәнйеп тә иланы ул...
Ике улды ике ҡултыҡ аҫтына тыҡ та,кит тә бар ире артынан эйәреп.Юҡ!Ғорурлығын да еңә алманы шул үҙе лә.
Йәшәрмен нисек тә,күтәрелермен тине
Яңғыҙ ҡатындың ҡәҙере юҡ шул,арманһыҙ эшләне,алйыны ,арыны ауыр эштән:трактор йөрөттө,алтын йыуҙы,бейә бәйләне,һыйыр һауҙы,мәктәпкә эшкә сыҡҡас,урман ҡырҡты,утын бысты,ярҙы өйҙө.Һыуыҡ мәктәп иҙәнен аҡма һыуын ташып ,әллә күпме ҡырып йыуҙы.Айҙың ун дүртендәге кеүек матур,түп-түңәрәк йөҙлө инәйем һурығып,тәне йоҡарып китте.
Ошо дөм ҡараңғы төндәге шикелле,беҙ бүтән илашманыҡ.
Әллә ней сәбәп тә булманы.Тормошобоҙ үҙенән үҙе үргә тәгәрәне лә китте.
Теге ҡупшы күлдәкте кәйелтеп кейеп йөрөр мәлдәрем килде!
Атайҙың кәләше ҡайтып китеп,атай беҙҙе бер арба итеп тейәп ,кире өйөбөҙгә алып ҡайтты.Фәтихә инәйебеҙ бер бабайға сығып,күсеп китте.Өләсәй бер үҙе.Яңғыҙлатмайбыҙ,көнөнә ике -өс барып урайбыҙ.

Яңы йыл алдынан беҙҙә дә,Иҫәнбәттә лә берәр ҡыҙ бала донъяға килде.
Имгәкләп йөрөгән шул ҡыҙ баланы саҡ күтәреп,инәйемә килеп инһәм,уным аппасыҡ итеп йыуылған керҙәрен бауға теҙеп элеп йөрөй.Үҙе үҙәктәрҙе өҙөп йырлай:
-Юҡ мин йәшәр инем оҙаҡ,оҙаҡ
Минең килмәй улай булаһым.
Умырзая кеүек
Умырзая кеүеее...-йырын аҙағынаса йырлап бөтөрмәне,тасында ятҡан еүеш таҫтамалын алып,күҙҙәрен һөрттө ...
Моңдо әллә силәкләп тултырып ҡуйғандар микән инәйемдең эсенә?
-Инәй...-тертләтеп ҡуймайым,тим,ипләп өндәшәм.
-Әү,Кәләпүш...Умырзаялар сәскә атҡан,күрҙеңме?
-Яҡ,күрмәнемсе..Мынау бала менән ҡалайтып сығайым?
-Ишбулды ағайың өс бөртөк өҙөп алып ҡайтҡан.Ана стаканға тығып ҡуйҙым,-инәй эйәге менән тәҙрәгә ымлай,-
Умырзая кеүееек
Умырзая кеүееек
Умырзая кеүееек һулығыым...
Их,Кәләпүш,малайҙарҙың атайҙары йәш сағымда умырзаялар
бүләк иткәйне.Бөгөн шул әллә ништәп иҫкә төштөсө...Ғүмергә яраттым... Умырзаяларҙы!-инәйем осоп барған һымаҡсы,ике аяғы ла ерҙәләр ул,әммә мин уны осоп йөрөгән һымаҡ күрәм.
-Атайҙары миңә яҙмаған.Бүтән бер кемгә лә нәфсемде һуҙманым.Ҡабат бәхет һынаманым.Ә бына умырзаялар йыл да сәскә атып ҡыуандыралар.
Шулай ҡапыл ғына,үҙе лә уйламағандан хәсрәтен асты ла һалдысы инәйем.
Ә йыры миңә йәбеште лә ҡуйҙы.
-Умырзая кеүееек,-ятып киткәнсе ошо йырҙы көйләп йөрөнөм.
Фатихә инәйемдең юрағаны йүш килде-әсәйем ике йыл һайын бәпәй апҡайтып,туғыҙ булып киттек.
Мин үҫтем.Өфөгә эшкә сығып киттем: аҡса эшләйем,өҫтө бөтәйтәйем,тинем.Аҙна һайын һағынышлы хаттар яҙҙым,байрам һайын ҡотлау открыткалары ебәрҙем:Октябрь байрамы менән!Яңы йыл менән!8март менән!1май менән ҡайнар ҡотлайым!Станцияла ҡаршы алығыҙ,тип телеграмдар һуҡтым.Үҙемә лә байрамдар һайын открыткалар килде ,һеңлеләремдең табаҡ-табаҡ итеп яҙған хаттарына һөйөндөм,үҙҙәрен һағынып иланым. Телеграмдар алдым: ҡыуандырғандарын һәм ҡара ҡайғыларға һалғандарын.
Сәбилә инәйемдең вафаты тураһында һуғылған телеграмм ажғырып торған буранлы февраль айында килеп төштө.
Әлмөхәммәт станцияһына атайым ҡаршы алырға килгән.Оло толоп кейгән,санала миңә лә күлдәй толоп ята.Минең вагондан төшөп атлап килгәнемде күрмәне атай,атын ауыҙлыҡлап тороуы ине.Әхеүәл һорап,
һаумы,һаубыҙ тигән дә юҡ.Шулай бер һүҙһеҙ киләбеҙ санала.Атайым толобоноң еңе менән күҙ йәштәрен һөртөп ала:
-Әсәңә карманай бир тиһәм,әллә тапманы ул,әллә үҙем онотоп киттем?-юлда һөйләшеүебеҙ ошолай ғына булды.
Шаңҡытҡан мине был хәбәр:иламайым да,һыҡтамайым да,ҡаттым да ҡалдым.
Ҡайтып еттек.Инәйемдәрҙең ҡапҡа алдына туҡратты атайым атын.Өйгә үтәм.
Мәйетте көтөргә килгән ҡатындар,тиҫбе тартып,шым ғына тәһел әйтеп ултыралар.Инәйем бәләкәсәйеп кенә ҡалған.Мәңге ауыр эштән бушамаған,талсыҡҡан ҡулдарын һыйпаным,тынғыһыҙ йүгерткән аяҡтарынан һыйпаным инәйемдең.Бәхиллек һораным.
,, ...Аҙна элек инәйең йүгереп килеп инде.Тыны бөткән.Өҫтөндә күлдәк кенә.
Бажар сыҡҡанмы әллә тим?
Сыҡты шу,янып барам ,йөрәгем яна тей.Ҡулына ҡаты ҡағыҙ менән төрөлгән әйбер тотоп алған.Бына ,килен,ҡарале тип,баяғы төргәкте һүтеп ебәрҙе!Шау умырзаялар төшкән дауар.Ҡайһы магазиндан алдың,Сәрүәр еңгәйҙең магазинына килгәнме тим?
Әйе,килде тей Сәрүәр еңгәңдең магазинына ефәк дауар.
Мазһар ебәргән Ишбулды аша ,тей.Үҙе илап та ебәрә,көлөп тә ебәрә.
Үҙең алдыңмы,ҡайҙан аҡса еткерҙең тигән булам Ишбулдыма.Баҡһаң!Тыуған көнөнә бүләк,тип әйтеп биреп ебәргән.Иҫләп тороуын әйт!Дәминдәргә өндәшеп ҡуйма,йә асыуланыр.Күлдәк тегеп бир, хәҙер үк,ти.Шул төндә үк бесеп,тегеп бирҙем.Тегеп бөткәнсе эргәмдән китмәне һеҙҙең һымаҡ.Осоп барған кеүек йөрөнө.Артыҡ ҡыуаныс та әҙәм балаһына ярамай шул.Бахыр ғынам,шул күлдәген кейгән көйө урындыҡҡа ултырып ,ауышып ҡына үткән дә киткән..."-әсәйем ошоларҙы һөйләне.
Беҙҙә зыяратҡа ҡатындарға инеү тыйылған.Мин дә барам,тигәс ,Исхаҡ мулла тыйманы мине.Йә,Хоҙа!Бөтә нәмәгә түҙеп була,тик яҡындарыңдың иртә китеүе ауыр.
-Риза бул ,инәй.Хуш... Ләхет таҡталарына һирпкән бер ус тупрағым иң ауыры ине-Хуш!Тиҙ -тиҙ атлап зыярат ҡапҡаһына киләм,атайымдың атының ялдарына йөҙөмдө йәшерәм дә,һығылып-һығылып илайым.
-Хуш,Кәләпүш!-әллә ел тауышы булды,әллә инәйем шыбырланы...
Кәләпүш тип бүтән бер кем өндәшмәйәсәк миңә.
Майҙың аҙаҡтары станцияға килеп төштөм.Ҡаршы алығыҙ,тигән телеграмм да һуҡманым.Яҙған булһа берәй ылау тап булыр.
Күҙҙәрем иңләмәҫлек киң яландар!
Таҡыр ғына арба юлына төшөп алдым .Аттың тояҡтары имгәнмәһен тим,таш сүпләп ,юл ситенә ташлап барам:
өләсәм рухына,олатам рухына,Хәбирә өләсәм рухына,Сәбилә инәйем рухына!

 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/public192878295?w=wall-192878295_37051

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Сулпан Абдрахимова
Читайте нас в