Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь , 14:00

Байғужала яңы һәйкәл асыла

Иртәгә, 17 сентябрҙә, Ишембай районында яңы һәйкәл асыласаҡ.

Байғужала яңы һәйкәл асыла
Байғужала яңы һәйкәл асыла

Байғужа ауылында урынлашҡан һәйкәл яугир-интернационалист һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бағышланған. Һәйкәлде тантаналы асыу Байғужа
ауылының Мәктәп урамы, 21-се йорт эргәһендә сәғәт иртәге ун берҙә була. Ишембай районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы был иҫтәлекле сарала ҡатнашыу өсөн теләге булған һәр кемде саҡыра.

Фото: https://vk.com/club148059912

Байғужала яңы һәйкәл асыла
Байғужала яңы һәйкәл асыла
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в