Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2022, 15:00

Викторинала ҡатнашығыҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар! Ҡала көнө алдынан Ишембай районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Яратҡан ҡалам” викторинаһында ҡатнашырға саҡыра. Барлыҡ һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биреүселәр үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан бүләк отасаҡ, ә иң беренсе дөрөҫ яуап биреүсегә – “Торатау” гәзитенең махсус призы тапшырыласаҡ. Викторина еңеүселәре 3 сентябрҙә Ҡала көнөндә бүләкләнәсәк.

Викторинала ҡатнашығыҙ!
Викторинала ҡатнашығыҙ!

Яуаптарығыҙҙы [email protected] электрон поч-таһына йәки Революция урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан үҙәк китапханаға килтерергә мөмкин. Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома 8.00-18.00 сәғәттәрҙә.

Викторина һорауҙары:

1. Ишембай ҡасабаһы нисәнсе йылда ҡала статусын ала?

2. 1932 йылдың 6 майы – был дата ниндәй тарихи ваҡиға менән бәйле?

3. Ишембай ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем ҡасан бирелә?

4. Геройҙар аллеяһында мәңгелек ут ҡасан тоҡандырыла?

5. Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар һәйкәлен тантаналы асыу нисәнсе йылда була?

6. Ҡалабыҙҙа нисә китапхана эшләй?

7. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында яңы быуын китапханаһы нисәнсе йылда һәм ҡайҙа асыла?

8. Түбәндәге юлдарҙың авторы кем?

Мой Ишимбай – любовь моя и дом,
В нем каждая тропинка мне знакома.

9. “Ишембай” гимнының авторҙарын яҙығыҙ.

10. Был шиғыр юлдарының авторы кем?

Какие бы ни миновали сроки,
И что б ни встретили мы на веку,
Мы будем вспоминать истоки
Рождения башкирского Баку.

11. Беҙҙең ҡалала телевидение беренсе тапҡыр нисәнсе йылда асыла?

12. Ишембайҙа тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы нисәнсе йылда асыла һәм уға кем нигеҙ һала?

13. Июнь айында яратҡан “Восход” гәзите иҫтәлекле юбилейын билдәләне. Гәзиткә нисә йәш?

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: